Минск протоколы

Минск килешеүҙәрен үтәү буйынса саралар комплексы (2015) менән бутамаҫҡа.

Минск протоколы
Өс яҡлы контакт төркөмө консультацияһы йомғаҡтары буйынса протокол
Килешеү төрө

Ут туҡтатыу буйынса килешеүҙәр

Әҙерләнгән ваҡыты

2014 йылдың июле-сентябре

Ҡул ҡуйылған ваҡыты

2014 йылдың 5 сентябре

Ҡул ҡуйылған урыны

Минск, Беларусь Республикаһы

Көсөн юғалтты

2022 йылдың 21 феврале

Имза ҡуйҙылар

См. во введении

Яҡтар

Хайди Тальявини[d], Кучма Леонид Данилович, Михаил Юрьевич Зурабов[d], Александр Владимирович Захарченко[d]Игорь Венедиктович Плотницкий[d]

Язык

урыҫ теле

Файл:Minsk, president-hotel.JPG
Энгельс урамындағы «Президент-отель» бинаһында Протоколға ҡул ҡуйылды.

Минск протоколы (Минск килешеүе) — 2014 йылдың 5 сентябрендә Минск ҡалаһында «Президент-отель» бинаһында, атап әйткәндә, Украинаның Луганск һәм Донецк өлкәләре территорияһында утты туҡтатыу шартын ҡуйған килешеү документы. Тулы исеме — «Өс яҡлы контакт төркөмөнөң Украина президенты Пётр Порошенконың Тыныслыҡ планын һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың инициативаларын тормошҡа ашырыуға (имплементация) йүнәлтелгән консультацияһы йомғаҡтары буйынса протокол».

Рәсәй яғынан протоколға Рәсәй Федерацияһының Украиналағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Михаил Зурабов, Украина яғынан— ил етәкселеге мандатына эйә элекке президент Леонид Кучма[1][2], ОБСЕ яғынан — Швейцария дипломаты Хайди Тальявини, ҡултамғалар (вазифаларын күрһәтмәй) шулай уҡ баш күтәреүселәрҙең башлыҡтары[3] ЛНР башлығы Игорь Плотницкий һәм ДНР башлығы Александр Захарченко ҡул ҡуйҙы. Докуметҡа ҡул ҡуйғандан һуң шул уҡ көндө урындағы ваҡыт буйынса 18:00 сәғәттә утты туҡтатыу режимы көсөнә инде[4].

Протоколға ҡул ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, Украинаның көнсығышында һуғыш хәрәкәттәре дауам итте. 2015 йылдың ғинуар уртаһынан конфликтта ҡатнашыусы яҡтар протокол пункттарын ғәмәлдә үтәүҙән туҡтаны.

2022 йылда февралендә Рәсәй менән Көнбайыш илдәре араһындағы киҫкен кризисы фонында Украинаның территориаль бөтөнлөгөнә потенциаль ҡурҡыныс янағанлыҡтан, рәсәй-украина сигендә рәсәй ғәскәрен һәм ҡоралын арттырыу менән бәйле, үҙ-үҙен иғлан иткән башлығы ДНР һәм ЛНР башлыҡтары Денис Пушилин һәм Леонид Пасечник РФ президенты Владимир Путинға республикаларҙың үҙаллылығын таныуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Именлек советы ағзаларының бөтәһе лә мөрәжәғәттәрҙе хупланы[5] һәм 21 февралдә Владимир Путин республикаларҙың суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 22 февралдә Путин, Мәскәү Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын танығандан һуң, Минск килешеүе юҡ тип белдерҙе. Киев ғәмәлдә Донбасс халыҡ республикаларын таныуҙан алда әле «үлтерелгән» Минск килешеүен үтәргә теләмәгәнлектән, Рәсәй һәм ДНР һәм ЛНР-ҙы таныу тураһында ҡарар ҡабул итергә мәжбүр булды тине ул[6].

2014 йылдың 23 июнендә Донецк ҡалаһында өс яҡлы комиссияның беренсе осрашыуы үтте, унда Леонид Кучма, Михаил Зурабов, Тальявинить, шулай уҡ Виктор Медведчук, Олег Царёв һәм Александр Бородай[7]ҡатнашты. Яҡтар утты бары тик 27 июнгә тиклем генә туҡтатыу тураһында килешә алды[8]. Шул осорҙа президент Порошенконың тыныслыҡ планы Украина территорияһынан «ялланған һуғышсылар»ҙы сығарыу, баш күтәреүселәрҙе ҡоралһыҙландырыу, өлөшләтә амнистия, үҙәкләштереүҙе сикләп һәм урыҫ теленең хоҡуҡтарын һаҡлап, урындағы власть органдарының эшен тергеҙеүҙе күҙ уңында тотҡан[9].

Минск ҡалаһында өс яҡлы осрашыу үткәреү (ОБСЕ-Рәсәй-Украина) идеяһы июлдә барлыҡҡа килә, әммә шул саҡта Украина президенты Порошенко Boeing 777 самолеты һәләкәте урынына халыҡ-ара эксперттарҙы индереү һәм баш күтәреүселәр тотоп торған аманаттарҙы азат итеү мәсьәләһен тикшереүҙе тәҡдим итә[10].

Августа баш күтәреүселәр Донецк өлкәһенең көньяғында, украина көстәре хәлен ҡатмарлаштырып, күләмле контрһөжүм башлай.

Протоколға ҡул ҡуйған мәлгә ДНРһәм ЛНР баш күтәреүселәре 4,5 миллион кеше йәшәгән 16 000 км² территорияны контролдә тотҡан була. Контроль зонаһына өлкә үҙәктәре Донецк һәм Луганск ҡалалары, шулай Новоазовск, Горловка, Макеевка[11] кеүек мөһим тораҡ пункттары инде.

Пётр Порошенко «Украинская правда» гәзитенә (2019 йылдың авгусы) биргән интервьюһында Минск килешеүенә ҡул ҡуйыу тураһындағы мәсьәлә Минскиҙа түгел, ә Кардиффта, Төньяҡ Атлантик Альянстың (НАТО) Уэльс саммитында ҡаралды тип белдерҙе: «Был мөғжизә ине. Мин НАТО саммитына барған саҡта, килешеүгә ҡул ҡуйҙырта һәм Рәсәйҙең һөжүмен туҡтатыуға өлгәшә алыуыбыҙға берәү ҙә ышанмай ине»[12].

Һөйләшеүҙәр башлар алдынан Минск ҡалаһында 2014 йылдың 26 авгусында Путин һәм Порошенко осраша[13] шулай уҡ 3 сентябрҙә телефондан һөйләшәләр[14]. Был ваҡытҡа Путин Донбасстағы хәлде тотороҡландырыу буйынса яҡынса планды эшләй:

  • «Донецк һәм луганск йүнәлештәрендә Украинаның көньяҡ-көнсығыш ополчениеһы формированиеларының әүҙем һөжүм итеү операцияларын туҡтатыу»;
  • "Украинаның көс структуралары подразделениеларын тораҡ пункттарҙы артиллерия һәм бөтә залп уты системаларының бөтә төрҙәре утҡа тота алмаҫлыҡ араға айырыу;
  • «Утты туҡтатыу шарттарын үтәү буйынса тулы һәм объектив халыҡ-ара контролде тормошҡа ашырыу һәм шул рәүешле төҙөлгән хәүефһеҙлек зонаһында хәлде тикшереп тороу»;
  • «Хәрби авиацияны тыныс граждандарға һәм конфликт зонаһындағы тораҡ пункттарға ҡаршы ҡулланыуҙы булдырмау»;
  • «барыһын да барыһына» формулаһы буйынса, «бер ниндәй элгәрге шарт ҡуймайынса, тотҡондарҙы алмаштырыу»;
  • «Украинаның көнсығышына ҡасаҡтарҙың күсеүе һәм гуманитар йөктәрҙе ташыу өсөн гуманитар коридорҙар асыу»;
  • Украинаның көнсығышында емерелгән социаль һәм йәшәүҙе тәьмин итеү инфраструктураһы объекттарын тергеҙеү өсөн зыян күргән төбәктәргә ремонт бригадаларын йүнәлтеү[15].

Өс яҡлы контакт төркөмөнөң составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркөм эшендә ҡатнашты:

Протокол йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Минск килешеүенә ярашлы, сикләү һыҙығы һәм буфер зонаһы картаһы[18]
Украина контроле сиге ДНР һәм ЛНР формированиелары контроле сиге Артиллерия өсөн 30 км буфер зонаһының сикке сиге > 100 мм     2014 йылдың 19 сентябренә ҡарата Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары формированиелары контролдә тотҡан биләмә
  1. Корал ҡулланыуҙы ике яҡлы туҡтатыуҙы кисекмәҫтән тәьмин итергә.
  2. Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма яғынан ҡорал ҡулланмау режимы мониторингының һәм верификацияһының тәьмин ителеүе.
  3. «Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында урындағы үҙидараның ваҡытлыса тәртибе тураһында» Украина Законын (Айырым статус тураһында закон) ҡабул итеү юлы аша, үҙәкләштерелгән властан китеүҙе үткәреү.
  4. Украина-Рәсәй дәүләт сигендә даими эшләүсе мониторингты һәм, Украина менән РФ-тың сик буйындағы райондарында хәүефһеҙлек зонаһын булдырып, Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма яғынан верификацияны тәьмин итергә.
  5. Бөтә тотҡондарҙы һәм законһыҙ тотолған кешеләрҙе ашығыс рәүештә азат итергә.
  6. Украинаның Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында булған ваҡиғаларға бәйле кешеләрҙе эҙәрлекләүгә һәм язаға тарттырыуға юл ҡуймау тураһында закон ҡабул итергә.
  7. Инклюзив дөйөм милли диалогты дауам итергә.
  8. Донбасстағы гуманитар хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күреү.
  9. «Донецк һәм Луганск өлкәләренең айырым райондарында урындағы үҙидараның ваҡытлыса тәртибе тураһында»ғы Украина Законына (Айырым статус тураһында закон) ярашлы, урындағы һайлауҙарҙы ваҡытынан алда үткәреүҙе тәьмин итергә.
  10. Украинанан законһыҙ ҡораллы формированиеларҙы, хәрби техниканы, шулай уҡ һуғышмандарҙы һәм ялланып һуғышып йөрөүселәрҙе сығарырға.
  11. Донбасты иҡтисади тергеҙеү һәм төбәктең йәшәйешен тергеҙеү программаһын ҡабул итергә.
  12. Консультацияла ҡатнашыусыларға шәхси хәүефһеҙлек гарантияларын биреү[19].

19 сентябрҙә Минскиҙа Өс яҡлы контакт төркөмө вәкилдәре — Рәсәйҙән (М. Ю. Зурабов), Украинанан (Л. Д. Кучма) һәм Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошмаһынан (Хай Тальявини), Донецк һәм Луганск Халыҡ республикалары вәкилдәре А. В. Захарченко һәм И. В. Плотницкий, Протоколдың 1-се пункттын үтәү өсөн, ҡорал ҡулланыуҙы ике яҡлы туҡтатыу тураһында килешеүҙәрҙе нығытырға: меморандумға ҡул ҡуйыу көнөнә ҡарата яҡтарҙың сик һыҙығынан 15 километрға ауыр ҡоралды (100 миллиметрҙан артыҡ калибрлы) артҡа сиктереү ебәреү һәм шуның менән хәүефһеҙлек зонаһын булдырыу, хәрби авиация һәм пилотһыҙ аппараттарҙың осоуын тыйыу кеүек тейешле башҡа сараларҙан тыш, хәүефһеҙлек зонаһында мина-шартлау ҡоралын ҡороуҙы тыйған меморандумға ҡул ҡуйылды[20][21].

26 сентябрҙә Украинаның көнсығышында яҡтарҙы айырыу линияһын эҙмә-эҙлекле тотороҡландырыу һәм утты тулыһынса туҡтатыу мәсьәләләрен контролдә тотоу һәм яраштырыу буйынса берлектәге Үҙәк төркөмө эш башланы. Уның составына Украина яғы вәкилдәре, ОБСЕ мониторинг төркөмө һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы урынбаҫары генерал-лейтенант Ленцов А. И. етәкселегендә Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың 76 хәрби хеҙмәткәре инде[22].

Протоколдың интерпретациялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Украина президенты Петр Порошенко һүҙҙәренсә, Рәсәй Федерацияһының регуляр армияһы подразделениеларының Украина дәүләте биләмәһенә туранан-тура баҫып инеүенән һуң, ул утты кисекмәҫтән туҡтатыу инициативаһы менән сығыш яһаған. Был хаҡта ул Владимир Путин менән һөйләшеүҙә килеште, ә Минскиҙа тейешле протоколға ҡул ғына ҡуйылды. Порошенко һүҙҙәренсә, Минск протоколы РФ ҡораллы көстәренең һөжүмен туҡтатыуҙы, хәрби әсирҙәр менән алмашыуҙы, «Донбастың бөтә территорияһында, шул иҫәптән, хәҙер боевиктар ваҡытлыса контролдә тотҡан биләмәлә лә Украина суверенитетын тергеҙеү һәм һаҡлауҙы» күҙ уңында тота. Украина илдең территориаль бөтөнлөгө һәм суверенитеты мәсьәләһендә ташламаларға юл ҡуйманы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. Протоколдың өсөнсө һәм туғыҙынсы пункттарында телгә алынған закон Донецк һәм Луганск өлкәләрен Украина составында ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота[23].
  • Германияның сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер Минск протоколына ошондай комментарий бирҙе: «Илдең көньяҡ-көнсығышының статусы тураһында һөйләшеүҙәргә килгәндә, Минскиҙа ҡул ҡуйылған документ тейешле аҙымдар протоколы… Рәсәй утты туҡтатыу тураһындағы килешеүҙең бер өлөшөн үтәргә тейеш — Украина территорияһында булған бөтә Рәсәй һалдаттары һәм ҡоралдары Украина менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы кире алынырға тейеш, тип иҫәпләйем. Халыҡ-ара берләшмә иһә быны контролдә тоторға тейеш»[24].
  • Австрияның Сит ил эштәре министрлығы башлығы Себастьян Курц, Минск килешеүе Рәсәй ғәскәрҙәрен Ҡырым биләмәһенән сығарыуҙы күҙ уңында тота, тип иҫәпләй: «Хәҙер Минск килешеүҙәренең башҡа пункттарын да тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Атап әйткәндә, Украина биләмәһенән, көньяҡ-көнсығышынан ғына түгел, Ҡырымдан да, Рәсәйҙең бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәре сығарылырға тейеш. Украинаның территориаль бөтөнлөгө һаҡланырға тейеш»[25].
  • Донецк Халыҡ Республикаһы етәкселеге, үҙ сиратында, килешеү төҙөү — Луганск һәм Донецк өлкәләренең Киевтан артабанғы бойондороҡһоҙлоғона тәүге аҙым ғына, тип иҫәпләй. Шулай уҡ Халыҡ Демократик Республикаһы етәкселегенең Кучманың вәкәләттәренә шикләнеп ҡарай, улар украин көс структуралары яғынан тыныслыҡ килешеүе боҙолғанда «Новороссия ерҙәрен украин баҫып алыуынан азат итеү операцияһын» кисекмәҫтән дауам итергә хоҡуҡлы[26].

Протоколға ҡул ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, положениеларының күбеһе үтәлмәгән[27].

  • 5 сентябрҙә 18:00 сәғәттә (мәскәү сәғәте — 19:00) көсөнә ингән утты туҡтатыу режимы уның бөтә эшләү осоронда бер нисә тапҡыр боҙолған[28][29][30][31]. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылдың ноябрь башына тиклем бәхәс зонаһында меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән[32]. Декабрҙә ике яҡ та утты туҡтатыу режимын башҡара башланы. Тыныслыҡ урынлашты. Ике яҡтың да ғаризаһы буйынса тоташҡан һыҙаттан ауыр ҡоралдарҙы сығарыу башланды. 24 декабрҙә Минскиҙа һөйләшеүҙәрҙә яҡтар 26 декабргә әсирҙәр менән алмашыу хаҡында килеште. 26 декабрҙә баш күтәреүселәр һәм украин хәрбиҙәре низағ барышында әсирҙәр менән иң ҙур алмашыу яһай. Ғинуар башында хәл ҡапыл киҫкенләште. Волноваха янында автобусты утҡа тотҡандан һуң, атыш башлана. 2015 йылдың ғинуар урталарына Украина ғәскәрҙәре ҡулындағы Донецк аэропортын контролдә тотоу өсөн айырыуса аяуһыҙ һуғыштар йәйелдерелде. 18 ғинуарҙа Украина президенты кәңәшсеһе Юрий Сергеевич Бирюков "Фейсбук"тағы сәхифәһендә яҙҙы:
    Хәйерле иртә, ил. 08:01, ике сәғәт элек беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Б секторындағы бөтә төркөмө приказ алған һәм сепарҙарҙың билдәле позицияларына күмәк ут асҡан, тип әйтергә мөмкин… Бөгөн күрһәтербеҙ, ҠАЛАЙЫРАҠ арт һабаҡты уҡыта алғаныбыҙҙы… Һеҙгә #нассливают?? һымаҡ тойолдомо? Юҡ, беҙ ботинка бауын ғына бәйләнек. Stay tuned («темала ҡалығыҙ»), мәғлүмәтте сәғәтенә бер тапҡыр еткерәсәкмен…[33]
    23 ғинуарҙа Халыҡ Демократик Республикаһы вәкилдәре хөкүмәт ғәскәрҙәре яғынан оҙаҡҡа һуҙылған атыу арҡаһында ваҡытлыса килешеү ғәмәлдәрен туҡтатыу тураһында белдерҙе[34][35][36]. БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун "баш күтәреүселәрҙең утты туҡтатыу режимынан бер яҡлы сығыуын ғәйепләне[37].
  • 500 кешегә тиклем киңәйгән Украиналағы Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма миссияһы Рәсәй һәм Украина сигенә мониторинг үткәрә алманы, июль аҙағынан алып Гуково һәм Донецк үткәреү пункттарында (Рәсәй) торған ойошманың 22 вәкиле генә был исемлеккә ҡағылмай[27].
  • Украина Генераль штабы инициативаһы буйынса Утты туҡтатыу режимын контролдә тотоу һәм конфликт яҡтарының үҙ-ара яҡын тороу һыҙатын тотороҡландырыу буйынса СЦКК — Берлектәге контроль һәм координация Үҙәге булдырылды, уға Рәсәйҙең 75 һәм 280-дән ашыу украин офицеры инде. Үҙәк Соледарҙа (Донецк өлкәһе) урынлашҡайны. Берлектәге контроль һәм координация үҙәгенең (СЦКК) бурысы — ДНР, ЛНР подразделение командирҙары менән һөйләшеүҙәр аша, шулай уҡ Украина власы контроле аҫтындағы территорияла атыуҙарҙы туҡтатыуға булышлыҡ итеү килешеүе һәм утты туҡтатыу режимы мониторингы үткәреү. Үҙәк 2017 йылдың декабренә тиклем эшләне[38].
  • Донбасты иҡтисади тергеҙеү программаһы эшләнмәй. Ноябрь уртаһында Украина президенты указы ҡабул ителде, ул Милли банкка бер ай эсендә террористарға ҡаршы тороу (АТО) зонаһында предприятиеларҙың һәм халыҡтың банк иҫәбен хеҙмәтләндереүҙе туҡтатырға ҡушты[27]. 2015 йылдың ғинуарында Украина властары, 7 коридорҙы ғына ҡалдырып, Донецк (ДНР) һәм (ЛНР) Луганск Халыҡ республикалары контроле аҫтындағы биләмәләре менән транспорт бәйләнешен сикләне[39].
  • Украинаның Сит ил эштәре министрлығы хәбәр итеүенсә, килешеү ғәмәлгә ингәндән һәм ваҡытлыса тыныслыҡ урынлаштырыу иғлан иткәндән һуң, 2015 йылдың 20 ғинуарына Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы үҙ биләмәһен 500 квадрат километрға арттырған[40].

2022 йылдың 22 февралендә Рәсәй президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһы барышында Рәсәй Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының (ДНР һәм ЛНР) бойондороҡһоҙлоғон танығанлыҡтан, Минск килешеүҙәренең юҡҡа сығыуын белдерҙе. Был ҡарарҙы ул Украинаның Минск килешеүҙәрен үтәүҙән баш тартыуы менән аңлатты[41].

  1. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2014-09-08. Дата обращения: 8 сентябрь 2014.
  2. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2014-09-08.
  3. Factbox: Minsk agreement on Ukraine, Reuters (12 февраль 2015). 14 июль 2022 тикшерелгән.
  4. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 6 сентябрь 2014.
  5. Никонов: признание ДНР и ЛНР повлечет за собой комплекс межгосударственных соглашений // ТАСС, 21.02.2022. Дата обращения: 22 февраль 2022. Архивировано 21 февраль 2022 года.
  6. Путин заявил о прекращении существования минских соглашений // РБК, 22.02.2022. Дата обращения: 22 февраль 2022. Архивировано 23 февраль 2022 года.
  7. Стартовали переговоры между Киевом, Москвой и ополченцами. Дата обращения: 6 сентябрь 2014. Архивировано 6 сентябрь 2014 года.
  8. После переговоров Царёв взялся спасать Кучму и Шуфрича от разъярённой толпы. Дата обращения: 6 сентябрь 2014. Архивировано 6 сентябрь 2014 года.
  9. Пётр Порошенко представил свой мирный план по Донбассу. Дата обращения: 6 сентябрь 2014. Архивировано 8 август 2014 года.
  10. Порошенко решил провести мирные переговоры в Минске. Дата обращения: 6 сентябрь 2014. Архивировано 8 август 2014 года.
  11. Опубликована карта АТО после перемирия. Под контролем ДНР и ЛНР находится 16 000 км2. ООО "Вести масс-медиа" (8 сентябрь 2014). Дата обращения: 11 ноябрь 2014. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
  12. Порошенко: Минские соглашения в сентябре 2014 года помогли остановить российское наступление // Интерфакс-Украина, 01.08.2019. Дата обращения: 1 август 2019. Архивировано 1 август 2019 года.
  13. Путин и Порошенко провели двусторонние переговоры. BBC News. Русская служба (26 август 2014). Дата обращения: 14 июль 2022. Архивировано 8 апрель 2022 года.
  14. Порошенко по телефону договорился с Путиным о перемирии на Донбассе. Дата обращения: 6 сентябрь 2014. [no Архивировано] 5 сентябрь 2014 года.
  15. Путин предложил план по стабилизации ситуации на Украине. Дата обращения: 6 сентябрь 2014. Архивировано 6 сентябрь 2014 года.
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 На встрече в Минске интересы ДНР и ЛНР представляют Захарченко и Плотницкий 2014 йыл 7 сентябрь архивланған. // БелТА-ИТАР-ТАСС, 05.09.2014
  17. Заседание контактной группы по Украине проходит в Минске 2014 йыл 7 сентябрь архивланған. // БелТА, 05.09.2014
  18. Опубліковано точну мапу лінії розмежування сил на Донбасі 2015 йыл 18 март архивланған. // УНІАН
  19. Оригинал протокола. Дата обращения: 7 сентябрь 2014. Архивировано 29 декабрь 2014 года.
  20. ОБСЕ опубликовала оригинал минского Меморандума. Дата обращения: 20 сентябрь 2014. Архивировано 20 сентябрь 2014 года.
  21. Меморандум об исполнении положений Протокола по итогам консультаций Трёхсторонней контактной группы относительно шагов, направленных на имплементацию Мирного плана Президента Украины П. Порошенко и инициатив Президента России В. Путина. Дата обращения: 30 октябрь 2014. Архивировано 9 март 2021 года.
  22. Генштаб напомнил Москве, когда в Украине появились войска РФ. Украинская правда, 10 декабря 2014. Дата обращения: 18 декабрь 2014. Архивировано 14 декабрь 2014 года.
  23. Выступление Президента Украины на заседании Кабинета Министров 2014 йыл 16 сентябрь архивланған. // Официальное интернет-представительство президента Украины, 10.09.2014
  24. The debris of war in Ukraine 2014 йыл 16 сентябрь архивланған. // Reuters, 09.09.2014
  25. «Евросоюз готов платить эту цену». Глава МИД Австрии о возможности снятия санкций ЕС против России 2014 йыл 30 сентябрь архивланған. // Коммерсантъ, 30.09.2014
  26. Заявлении Новороссии 2014 йыл 8 сентябрь архивланған.
  27. 27,0 27,1 27,2 Полина Химшиашвили, Максим Гликин, Михаил Рубин, Александр Артемьев, Степан Опалев. Перезапуск мира: почему переговоры по Украине зашли в тупик 2014 йыл 23 ноябрь архивланған. «РБК», 20.11.2014
  28. При обстреле посёлка Счастье под Луганском есть погибшие и 13 раненых. Дата обращения: 27 сентябрь 2014. Архивировано 27 сентябрь 2014 года.
  29. Илья Барабанов, Олег Гавриш, Ольга Мордюшенко, Наталья Скорлыгина. Режим прекращения света и тепла 2014 йыл 30 сентябрь архивланған.
  30. Не мир. Не война 2014 йыл 20 ноябрь архивланған., Лента.ру, 12.11.2014
  31. Ukraine rebels vow to take back cities 2014 йыл 23 октябрь архивланған.
  32. ООН: жертвами конфликта в Донбассе стали 4300 человек 2014 йыл 7 декабрь архивланған. «Русская служба BBC», 20.11.2014
  33. Скоробогатый П. От ополчения к армии: различия летней и зимней кампаний на Донбассе // Россия в глобальной политике : журнал. — 2015-01-30. Архивировано из первоисточника 11 февраль 2015.
  34. Басурин: ДНР не будет рассматривать минский меморандум в нынешнем виде. Дата обращения: 24 ғинуар 2015. Архивировано 24 ғинуар 2015 года.
  35. Захарченко: ДНР больше не будет пытаться говорить с Киевом о перемирии. Дата обращения: 24 ғинуар 2015. Архивировано 24 ғинуар 2015 года.
  36. Захарченко пообещал продолжить наступление до границ Донецкой области. Дата обращения: 24 ғинуар 2015. Архивировано 24 ғинуар 2015 года.
  37. Генсек ООН сравнил атаку на Мариуполь с нарушением международного права. Дата обращения: 1 февраль 2015. Архивировано 1 февраль 2015 года.
  38. Донбасс остался без наблюдателей / «Красная звезда», 21.12.2017. Дата обращения: 22 декабрь 2017. Архивировано 23 декабрь 2017 года.
  39. Турчинов: Созданы семь транспортных коридоров в зону АТО, остальные пути перекрыты. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 6 ғинуар 2015 года.
  40. В Киеве считают, что со дня подписания минских соглашений противник занял уже 500 км² территорий 2015 йыл 5 февраль архивланған. «Интерфакс-Россия», 21.01.2015
  41. Путин заявил, что минских соглашений больше не существует. ТАСС. Дата обращения: 22 февраль 2022. Архивировано 22 февраль 2022 года.

Ҡалып:Александр Лукашенко Ҡалып:Пётр Порошенко Ҡалып:Владимир Путин