Мираҫ хоҡуғы | |
Мираҫ хоҡуғы Викимилектә |
Мираҫ күсеү (рус. Насле́дование) — мәрхүм кешенең (мираҫ ҡалдырыусының) мөлкәте, хоҡуҡтары һәм улар менән бәйле бурыстарының башҡа кешеләргә (вариҫтарға) күсеүе.
Мираҫ итеп алынған мөлкәт, хоҡуҡтар һәм бурыстар комплексы нәҫелдән килгән мөлкәт, мираҫ массаһы, мираҫы тип атала. Мәрхүмдең мираҫы универсаль хоҡуҡи күсәгилешлек тәртибендә вариҫтарға күсә, йәғни бер бөтөн һәм бер үк ваҡытта үҙгәрешһеҙ ҡала.
Дворян титулы (дворяндар) һәм тәхетте лә (Тәхет вариҫлығы) мираҫ итеп алырға мөмкин. Публицистикала һәм тарихнамәлә ҡайһы берҙә тарҡалған айырым дәүләттәрҙең, айырыуса ҙур империяларҙың «мираҫы» тураһында һөйләйҙәр. «Испан мираҫы өсөн һуғыш», «Австрия мираҫы өсөн һуғыш», «Бавария мираҫы өсөн һуғыш» һүҙбәйләнештәре популяр.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.