Митоз (бор. грек. μίτος — еп) — эукариот күҙәнәктәр бүленеүенең төп ысулы.
Zellsubstanz, Kern und Zelltheilung (1882)]]
Күҙәнәктәрҙең бүленеүгә әҙерлеге интерфаза осоронда башлана.
Шулай итеп, синтезланғандан һуң ДНК һаны икеләтә артҡан күҙәнәктәрҙә генә митоз башлана.
Интерфазала өс стадияны айыралар:
Митоз — эукариот күҙәнәктең бүленеү процесы. Митоз ике стадияла бара:
Профазаның төп ваҡиғаһы булып орсоҡ ептәренән махсус бүлеү аппараты барлыҡҡа килтереү тора.
Профаза ваҡытында ядрола нәҙек кенә ептәр хасил була. Был ептәр — хромосомалар. Профазала улар спираль яһап урала, шуға күрә ҡыҫҡара һәм йыуаная башлай.
Профаза аҙағына яҡтылыҡ микроскобы аша бөтә хромосомалар ҙа һәйбәт күренә башлай, уларҙың ҙурлығын, формаһын, төҙөлөшөн, һанын билдәләргә була.
һәр хромосома — ул бер-береһенән нәҙек урындар менән айырылған, бер нисә өлөштән торған оҙонса тығыҙ тәнсә.
Беренсел нәҙеклекте, йәғни центромерҙы (гр. «мерос» — өлөш), айырып йөрөтәләр. Хромосомала шулай уҡ икенсел нәҙеклектең дә булыуы мөмкин.
һәр хромосома спираль рәүешендә уралған ике ДНК ебенән (молекулаһынан) тора. Был ептәрҙе хроматидтар йәки бала хромосомалар тип атайҙар.
Профаза ваҡытында центриолдәр (улар һәр күҙәнәктә икешәр) күҙәнәктең ҡапма-ҡаршы полюстарына табан китә һәм улар араһында бүленеү орсоғо барлыҡҡа килә.
Профаза аҙағында ядро башлыса эрей һәм хромосомалар цитоплазмала иркен урынлаша, бәләкәй ядролар юғала.
Хромосомалар метафаза пластинкаһын барлыҡҡа килтерә. әр хромосома үҙенең үҙәк өлөшө (ңентромера) менән орсоҡ ептәренең бере-һенә беркетелә, һәр хромосомала хроматидтарҙың бер-береһенән бүленеүе, айырылыуы бара
Хромосомаларҙың барыһы ла орсоҡ ептәренә беркетелеп бөткәс, һәр хромосоманың хромотидтары күҙәнәк полюстарына тарала башлай: полюстарҙың берәүһенә — хроматидтарҙың береһе, ҡапма-ҡаршы полюсҡа икенсеһе йүнәлә.
Хроматидтарҙың күҙәнәк полюстарына табан таралып китә башлауы митоздың киләһе фазаһы — анафазаның башланыу мәле еткәнен аңлата.
Анафаза ваҡытында хроматидтар (бала хромосомалар) күҙәнәк полюстарына китә. Хромосомаларҙың хәрәкәте орсоҡ ептәренең ҡыҫҡарыуы һәм бала хромосомаларҙы экваторҙан күҙәнәк полюстарына табан тартыуы арҡаһында башҡарыла. Хромосомалар хәрәкәтендә АТФ энергияһы файҙаланыла.
Телофаза — митоздың һуңгы фазаһы. Телофазаны профазаның киреһе тип тә атайҙар.
Телофаза ваҡытында күҙәнәк полюстарына яҡынайған хромосомалар тағатыла башлай. Улар яңынан бер-береһе менән үрелгән оҙон еп формаһына инә. Был бүленмәгән ядроларға хас күренеш булып тора.
Бала ядроларҙа яңынан ядро тышсаһы барлыҡҡа килә. Бәләкәй ядро формалаша һәм ядроның интерфазаға хас төҙөлөшө тулыһынса яңынан ҡайтарыла.
Телофаза барышында цитоплазма ла бүленә. Һөҙөмтәлә ике бала күҙәнәк бер-береһенән айырыла. Был күҙәнәктәр төҙөлөштәре буйынса инә күҙәнәккә тулыһынса оҡшаш.
Митоздың дауамлылығы. Күҙәнәктең йәшәү циклында митоз интерфазаға ҡарағанда бик күпкә аҙ ваҡыт араһын алып тора. Күпселек күҙәнәктәрҙә бөтә митоз процесы, профазанан алып телофаза бөткәнгә тиклем, 1—2 сәғәт ваҡытты ала, ә интерфаза күп тапҡырға оҙағыраҡ дауам итә.
Митоз һөҙөмтәһендә һәр бала күҙәнәк тап инә күҙәнәктәге кеүек үк хромосомалар ала. һәр ике бала күҙәнәктә лә хромосомалар һаны инә күҙәнәктәге хромосомалар һанына тигеҙ. Тимәк, митоздың биологик әһәмиәте ике бала күҙәнәк ядролары араһында хромосомаларҙы тип-тигеҙ итеп бүлеүҙән ғибәрәт.
Был митоздың һәр бала ядроға нәҫел информацияһын теп-теүәл итеп тапшырыуҙы тәьмин итеүен аңлата.
Әгәр митоздың нормаль барышы боҙолоп, бала күҙәнәктәрҙә хромосомалар инә күҙәнәккә ҡарағанда аҙыраҡ йәки күберәк була ҡалһа, был йә һәләкәткә килтерә, йә күҙәнәк тереклегендә үҙгәреш — мутациялар барлыҡҡа килтерә.