Миус | |
---|---|
йылға 2005 йылда | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 258 км |
Бассейн | 6680 км² |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 48°16′44″ с. ш. 38°32′15″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Миус лиманы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 47°16′39″ с. ш. 38°48′35″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Азов диңгеҙе |
Украина | Луганск өлкәһе,Донецк өлкәһе |
Рәсәй | Ростов өлкәһе |
РДҺР | 05010501012106300003870 |
Миус Викимилектә |
{{{Исем}}} | |
---|---|
Бассейн | Азов диңгеҙе |
Миус йылғаһы Украина (Луганск һәм Донецк өлкәһе) һәм Рәсәй (Ростов өлкәһенең Куйбышев, Матвеев Ҡурған һәм Неклиновский райондарында) аға һәм Таганрог ҡултығының Миус лиманына (Азов диңгеҙе) ҡоя.
Миус йылғаһы Луганск өлкәһендәге Миус һәм Княгиневка ҡасабалары араһындағы участкала Луганск һәм Донецк өлкәләренең административ сиге булып тора.
Миус — топоним, Волга буйы һәм Уралда киң таралған (Миусс), (Мейәс) исемдәре, иран этимологияһы (сағ таж. МисМис — баҡыр)[1], иран телле халыҡтар (скифтар, сарматтар) был төбәктә йәшәгәнде аныҡлай. Был фараз файҙаһына бронза быуаты дәүерендә Донбаста киң таралған баҡыр рудниктары булыу факты һөйләй[2]. Икенсе версия буйынса, Миус нигеҙендә төрки һүҙҙәре ята. "Миус" гидронимы төрки телдәрҙең күп тауышлы, төрлө варианттары менән аңлатыла. Уның мәғәнәһе — "мөгөҙ", "мөйөш". Төрлө халыҡта элек ике йылға ҡушылған урынды мөйөш тип йөрөткәндәр. Был Азов янындағы Миус, ихтимал,уға Крынка йылғаһының ҡушылған районы булғанға Миус (Мөйөш) тип аталғандыр. Өсөнсө версия буйынса, "миюш" тип төрки халыҡтары — "һаҙ", "бысраҡ, батҡаҡты" атайҙар, ысынлап та йылға үҙәне һаҙмат, ҡамыштар менән ҡапланған. XV быуатта Мәскәү кенәздәренең дипломатик документтарында йылға тап шулай Миюш тип аталған. Был инде өсөнсө версияның дөрөҫлөгөн раҫлаусы факт[3].
Миус йылғаһының оҙонлоғо 258 км, бассейны майҙаны - 6680 км². Йылға Донецк тау битләүендә башлана. Миус үҙәне йылға үрендә V-образлы формала, киңлеге 0,2-1,2 км ; дала зонаһындағы түбәнге ағымында-5-6 км. Йылғаның урта ағымында киңлеге 800 метр тәшкил итә ; ярҙары болон үҫемлектәре һәм ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған. Ағымы боролмалы һәм йылғаның киңлеге 15-25 метр (түбәнге ағымында — 45 метрға тиклем етә). Йылғаның тәрәнлеге сөңгөл урындарҙа 6 метрға тиклем барып етә, ә шаршыларында 0,5 метр
Төп ҡушылдыҡтары: Глухая, Ольховчик, Крынка (уң), Миусик, Крепенькая, Нагольная (һул).
Йылға һыуы күбеһенсә ҡар һәм ямғыр менән туҡлана. Декабрь айында туңып, март айында боҙҙан әрселә. Яҙғы ташҡын йылғаға хас күренеш.
Миус йылғаһы бассейнында ҙур булмаған бер нисә һыуһаҡлағыс бар. XVII быуат аҙағында йылға тамағында Семенов ҡәлғәһе төҙөлгән.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында (1941—1945) Миус йылғаһында немецтарҙың көслө нығытылған оборона рубежы булдырылған ("Миус-фронт"), 1941 йылдың декабренән 1942 йылдың июлендә һәм 1943 йылдың февраленән авгусына ҡәҙәр улар был нығытманы үҙ ҡулында тотҡан. 1943 йылдың авгусында вермахттың Днепрға табан сигенеүе арҡаһында (Ҡара: Пантера Линияһы — Вотан) был нығытма ҡалдырыла. Миус-фронт Ҡыҙыл Армияның алға табан китеүен күпкә тотҡарлай: Дондағы Ростов 1943 йылдың февралендә азат ителһә, Таганрог — бары тик1943 йылдың 30 авгусында азат ителгән.