Михай Хорват | |
Mihály Horváth | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Михай Хорват Викимилектә | |
Михай Хорват (мадьярса Mihaly Horvath; 20 ноябрь 1809, Сентеш — 19 август 1878, Карловы Вары) — Венгрияның сәйәси һәм дини эшмәкәре, тарихсы. 1848-1849 йылдарҙағы Венгриялағы революцияла әүҙем ҡатнашыусы. Мәғариф һәм дин эштәр министры (1849).
Сегедтағы гимназияны тамамлағас, дини белем ала. 1844—1847 йылдарҙа Терезианумда мадьяр теленән уҡыта. 1848 йылдан — епископ.
1849 йылдың ғинуарында Дебреценда Веспрем комитатынан Венгрия дәүләт йыйылышы депутаты итеп һайлана. 1849 йылдың майынан Берталан Семереның революцион хөкүмәтенә инә, унда дини эштәр һәм мәғариф министры вазифаһын биләй[4].
Венгрия революцияһы ҡыйратылғандан һуң сит илгә күсә. Швейцарияла, Францияла, Бельгияла һәм башҡа илдәрҙә йәшәй.
Австрия империяһы суды ҡарары буйынса 1851 йылда үлемгә хөкөм ителә. 1866 йылда амнистиялана һәм 1867 йылда Венгрияға ҡайта. Артабан Ференц Деак партияһы яҡлы була.
Михай Хорват үҙенән һуң байтаҡ тарихи-публицистик мираҫ ҡалдырған. Уның эштәренең күбеһендә 1848-1849 йылдарҙағы Венгрия революцияһы ваҡиғалары, шулай уҡ революцияға тиклемге Венгрия тормошо ҡарала һәм баһалана. Хорваттың тарихи хеҙмәттәре революцияның алдынғы ролен һәм сәйәси әһәмиәтен аңлау менән һуғарылған шул йылдарҙағы ваҡиғаларҙың хроникаль һүрәтләнеше булып тора. Шул уҡ ваҡытта урта дворянлыҡтың сәйәси позицияларында ҡалып, Хорват революцияла синфи көрәш факттарын телгә алмай һәм уны Австрия империяһына ҡаршы «берҙәм венгр халҡы» көрәшенә генә ҡайтарып ҡалдыра. Хорват үҙенең әҫәрҙәрендә шулай уҡ революция осоронда Венгрия дворяндарының үҙ хоҡуҡтарынан үҙ ирке менән баш тартыуы һәм крәҫтиәндәрҙе крепостной бойондороҡлоҡтан азат итеү тураһындағы легенданы хуплай.