Михайлов Борис Петрович | |
рус. Борис Петрович Михайлов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 6 октябрь 1944 (80 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | хоккейсы, тренер |
Командалағы уйын позицияһы | ситке һөжүмсе[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Спорт командаһы ағзаһы | ЦСКА һәм Кристалл[d] |
Масса | 77 килограмм |
Спорт төрө | Шайбалы хоккей[1] |
Ударная рука | левый[d] |
Ҡатнашыусы | Ҡышҡы Олимпия уйындары 1976[d], Зимние Олимпийские игры 1980[d] һәм Зимние Олимпийские игры 1972[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 178 сантиметр |
Михайлов Борис Петрович Викимилектә |
Михайлов Борис Петрович (6 октябрь 1944 йыл, Мәскәү) — совет хоккейсыһы, совет һәм Рәсәй тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1969), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Полковник.
Борис Петрович Михайлов 1944 йылдың 6 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.
Һарытауҙың «Кристалл» (1962—1965), «Локомотив» (Мәскәү) (1965—1967) һәм ЦСКА хоккей командалары (1967—1980) уйынсыһы.
Оҙаҡ ваҡыт СССР йыйылма командаһы капитаны була.
Уйынсы карьераһы тамамланғандан һуң тренер булып эшләй.
1981—1984, 1992—1997, 2002—2005 йылдарҙа һәм 2006 йылдың март — ноябрендә[3] — СКА (хоккей клубы)-ның баш тренеры (Ленинград/Санкт-Петербург), (1994 йылғы МХЛ чемпионатының өсөнсө призёры); 1998—2001 йылдарҙа — ЦСКА-ның баш тренеры.
2007 йылдың ноябренән 2009 йылға тиклем Новокузнецкиҙың«Металлург» хоккей блубының баш тренер булып эшләй[4].
Уның етәкселегендә (1992—1995, 2001—2002 йылдар) Рәсәй йыйылма командаһы 1993 йылда үҙ тарихында тәү тапҡыр донъя чемпионатында алтын миҙал яулай, ә 2002 йылда планетаның вице-чемпионы була. 2005 һәм 2006 йылғы донъя чемпионатында, 2006 йылғы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһының тренерҙар штабы ағзаһы була.
Борис Михайлов 1996 йылда Донъя Кубогында Рәсәй йыйылма командаһы менән етәкселек итә[5]. Ул үҙе был вазифаны биләргә теләмәй, әммә уны Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Валентин Сыч күндерә[6].
1997 йылда Игорь Тузик менән берлектә Финляндияла донъя чемпионатында Игорь Дмитриевтың тренерҙар штабында эшләй. Әммә ысынында иһә, Дмитриев ҡаты ауырығанға күрә, нәҡ Михайлов йыйылма команданың баш тренеры була[7].
1979 йылда Мәскәү дәүләт физик культура академияһын тамамлай. Отставкалағы полковник.
Өйләнгән, 2 улы (Андрей һәм Егор) бар, улар ҙа үҙҙәрен хоккейға арнаған.
2000 йылда ИИХФ дан залына индерелә.
Ул 2022 йылда Торонтолағы Хоккей даны залына инеүгә дәғүәселәр иҫәбенә инә[8]. Михайлов был титулға 2019 йылда дәғүә итә.
«Валерий Харламов. Өҫтәмә ваҡыт» (Валерий Харламов. Дополнительное время) Рәсәй фильмында Б. Михайлов ролен Кирилл Кяро башҡара. Рәсәйҙең «17-се номерлы легенда» (Легенда номер 17) фильмында Б. Михайлов ролен Тимур Ефременков башҡара.