Миәкә районы (рус. Миякинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы. Районда 31247 кеше йәшәй.
- Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы, Мифтахетдин Аҡмулла; (14.12.1831—8.10.1895), башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Туҡһанбай ауылынан.
- Абдуллин Мансур Иҙиәт улы (15.09.1919 — 8.06.1996), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан.
- Вәлиев Иршат Ғәли улы (1.08.1928—12.10.1997), театр актёры. Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1984). Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан.
- Илдар Ғүмәров (23.09.1958), башҡорт театр актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999). Илсеғол ауылынан.
- Зыязитдинов Рим Сәләх улы (19.04.1953), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004). Боғҙан ауылынан.
- Йәмилов Марат Арыҫлан улы (23.11.1938—2.11.1996), театр актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1972) һәм халыҡ (1989) артисы. Әнәс ауылынан.
- Максимча Иван Васильевич (14.09.1922—26.04.1985), хәрби осоусы һәм СССР-ҙың граждандар авиацияһы лётчигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945). Николаевка ауылынан.
- Мусин Хәйҙәр Хәләф улы (17.01.1949—2017), хужалыҡ эшмәкәре. 1989—2005 йылдарҙа «Ҡаран» совхозының директоры һәм генераль директоры, 2005—2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының райондағы идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Күл-Ҡуңҡаҫ ауылынан[3].
- Солтанов Мостафа Кәрим улы (9.02.1912—18.02.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт журналисы, 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1998). Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылынан.
- Тулин Сергей Заһит улы (1992 йылға тиклем Ғиззәтуллин Риф Заһит улы, (1.09.1957) — Совет һәм Рәсәй Армияһы хәрби хеҙмәткәре, десантсы, запастағы генерал-майор, юридик фәндәр кандидаты (2009). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996). Кесе Гәйнә ауылынан.
- Хәлимов Рәфис Иҙиәт улы (6.05.1959), мәҙәниәт эшмәкәре. 2003–2011 йылдарҙа һәм 2018 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Боғҙан ауылынан.
- Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы (3.08.1903—14.08.1977), агроном, иҡтисадсы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), ике Почёт Билдәһе (1944, 1957) ордендары кавалеры. Яңы Ишле ауылынан.
- Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы (11.09.1965), ғалим-генетик, биология фәндәре докторы (2006), профессор, 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Ботаника баҡсаһы—институты директоры һәм бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Өфө ғилми үҙәгенең рәйес урынбаҫары. Елдәр ауылынан.
- Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы (21.0.2.1948), журналист, яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостандың (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Управление по делам архивов Республики Башкортостан, Национальный архив Республики Башкортостан. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2019 год 2019 йыл 14 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2019)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)