Мода

Мода
Тармаҡ швейная промышленность[d]
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә Мода как объект социологии[d]
Һештег fashion[1] һәм ファッション[2]
Способствовавшим фактором является экономический материализм[d]
Вики-проект Википроект Мода[d]
 Мода Викимилектә

Мо́да (франц. mode, лат. modus — үлсәү, образ, алым, ҡағиҙә, бойороҡ) — билдәле бер ижтимағи даирәләге берәй нәмәгә ҡарата билдәләнгән талап өҫтөнлөгө. Билдәле бер замандағы талапҡа тура килгән кейем өлгөһө, тәртип, этикет, йәшәү рәүеше, сәнғәт, әҙәбиәт, ашау-эсеү, архитектура, күңел асыу һ.б. Мода төшөнсәһе ышанысһыҙ, тиҙ туҙыусан билдәлелекте аңлата. Яңы мода артынан ҡыуыу — моданың айырылғыһыҙ сифаты. Берәй күренеш йәки берәй әйбер заманында модалы булған булһа, ул үҙенең модалы булыуын юғалта һәм иҫке модалы булып иҫәпләнә.

Моданы алға этәреүсе ике көс бар. Беренсеһе — матурлыҡ тойғоһона эйәреү, икенсеһе — йәмғиәттә көлкөгә ҡалыу.

Мода индустрияһы — тауар етештереү һәм тауар һатыу менән бәйле иҡтисадтың бер өлөшө.

Кейем модаһы — сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алышынып торған кейем формаһы һәм өлгөләре. XVII быуатта француз батша һарайындағы кейем бөтә Европа илдәре өсөн өлгө була, модалы кейенеү (фр. à la mode) шунан башлана. Мода кейемдең материалын, фасонын, төҫөн билдәләй.

Юғары мода синдикаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары мода (франц. Haute Couture), һүҙмә -һүҙ «тегендең юғары сәнғәте» кеүек тәржемә ителә, кейемдең юғары сифатлы айырым тегелешен һәм шуға торошло хаҡ категорияһын аңлата. Теген сәнғәте оҫталығы иң юғары дәрәжәгә дәғүә иткәнлектән, Юғары мода ла фэшн-баҙарының иң юғары сегменты булып китә. Юғары моданың баш ҡалаһы булып Париж була, унда 1858 йылда инглиз Чарльз Уорт башта үҙенең беренсе Мода йортон булдыра, ә һуңынан Юғары мода Синдикаты(франц. Chambre syndicale de la haute couture parisienne) — Мода йорттары берләшмәһен ойоштора, улар аристократияны һәм йәмғиәттең бай юғары ҡатламын кейендерә[3].

Париж мануфактураларының бер теген ательеһында эшләгән ваҡытында Уорт хеҙмәттәше — манекенщица Мари Вернеға өйләнә[4]. Ҡатыны өсөн Уорт булдырған эшләпәләр моделе һәм күлдәктәр клиенттары араһында ҙур һорау менән файҙалана, улар үҙҙәре өсөн күсермәләрен тегергә һорай. Бай швед компаньонын табып, Уорт үҙ эшен аса, аҙаҡ бының менән шул осорҙоң күренекле модалар индереүсеһе француз императрицаһы Евгения ҡыҙыҡһына. Күп кенә аристократтар һәм шул осорҙоң билдәле ҡатын-ҡыҙҙары, шул иҫәптән княгиня Паулина фон Меттерних һәм актриса Сара Бернар беренсе Юғары Мода йортоноң клиенттары була. Клиент ҡатын-ҡыҙҙар Парижға Уортҡа хатта Бостон һәм Нью-Йорктан килә[5].

Уорт яңы ҡатын-ҡыҙҙар модалы формаларын индереүсе булараҡ, саманан тыш артыҡ рюш һәм итәктәрҙе алып ташлауы менән билдәле. Үҙенең клиенттарына туҡымаларҙың ҙур ассортиментын һәм кәүҙәгә ентекле тап килтереүҙе тәҡдим итә. Уорт беренселәрҙән булып кейем моделдәрен миҙгел буйынса бүлә, йылына дүрт тапҡыр модалар күрһәтеү ойоштора. Клиенттар моделдәр һайлай, уларҙы һуңынан шәхси һайланған туҡымаларҙан һәм кәүҙәнең күләмен һәм үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тегәләр Уортты теген бизнесында революционер тип һанайҙар. Ул тегенселә беренсе булып һөнәрсене түгел, ә рәссамды күрә, һәм уға «кутюрье» рангын бирә.

КЕЙЕМДӘР II (П. Я. Дашков тупаланмаһынан төҙөлгән; Брокгауз һәм Ефрон энциклопедик һүҙелеге). 1. XI быуаттың ир-аттар кейеме. 2. XI быуатта кенәз ҡыҙы кейеме. 3. XI быуатта кенәз ҡыҙы кейеме (Византия ҡулъяҙмаһы буйынса). 4. XII быуаттың хәлле кешеһе 5. XIII быуатта ҡыҙҙар кейеме. 6. XV быуатта һунарсылар кейеме. 7—8. Бүләк итеп бирелгән тунда Герберштейн һүрәте (XVI быуат). 9. XVI—XVII быуатта боярҙар кейеме (бояр Потемкин). 10. XVII быуатта ир-аттар кейеме. 11. XVII быуатта ҡатын-ҡыҙҙар кейеме. 12—13. XVII быуатта боярҙар кейеме. 14. XVII быуатта батша ҡыҙы кейеме. 15. XVII быуатта кенәз кейеме. 16. XVII быуат аҙағында толдар кейеме (батшабикә Наталья Кирилловна). 17. XVII быуатта йәш бояр кейеме. 18. XVII быуатта бояр ҡыҙы кейеме. 19. XVII быуат аҙағында боярҙың йорт кейеме (Иван Кириллович Нарышкин). 20. XVIII быуат башында немец (хәрби) кейеме (Бөйөк Петр). 21. XVII быуатта сик буйы воеводаһы кейеме. 22. Бүләк итеп бирелгән кафтанда Дон казагы (XVIII быуат башы). 23. Малороссия гетманы кейеме (Богдан Хмельницкий). 24. Казак йорт кейемендә

Үҙенең функциялары буйынса урта быуат эшмәкәрлек төрө корпорацияны йәки цехты хәтерләткән Синдикаттың (синдик һүҙенән — вазифалы кеше) — ойошманың ойоштороу шарттары булып түбәндәгеләр тора: кутюрьеның авторлыҡ хоҡуҡтарын уның моделдәренән күсермә алыуҙан яҡлау һәм үҙенең индивидуаллеген күрһәтергә һәм йәмғиәттә юғары урын алырға теләүсе клиенттар өсөн бер генә эксклюзив моделдәр коллекцияһын булдырыу. «Кутюрье» исемен тик Синдикат ағзаһы ғына йөрөтә ала. XIX быуатта һәм XX быуаттың беренсе яртыһында был ойошмаға Мода йорттары билдәле стандарттарға тап килергә тейеш: ҡулдан тегеүҙең ҙур өлөшө менән кейемдең шәхси тегелешен башҡарыу, был Чарльз Уорт фекеренсә моделдең уникаллеген һәм юғары сифатын гарантиялай (машина производствоһының йөйөнән айырмалы рәүештә).

XX быуаттың икенсе яртыһында Синдикат үҙенсәлекле профсоюз булып китә, ул модельерҙарҙың статусын билдәләй (Синдикат ағзалары, ағза-корреспонденттар, шулай уҡ саҡырылған ағзалар, улар ваҡыт үтеү менән Синдикатҡа ҡабул ителә), ул Юғары мода йорттарының коллекцияларын күрһәтеүҙе ойоштороу менән шөғөлләнә, матбуғат һәм бөтә донъяла сауҙа селтәрҙәре менән бәйләнеш булдыра. Юғары мода Йортоноң исемен алыу өсөн юридик яҡтан сәнәғәттең француз департаменты ведомствоһына инеү өсөн Парижда төп производство һәм бутиктарға эйә булырға кәрәк. Модалы йортта хеҙмәткәрҙәр һаны 15-тән кәм булырға тейеш түгел. Йылына ике тапҡыр көҙгө-ҡышҡы һәм яҙғы-йәйге миҙгелгә коллекциялар: һәр дефиле өсөн 35-әр көндөҙгө һәм шундай уҡ киске моделдәр төҙөлөргә тейеш. Кейемдәр әҙерләгәндә ҡул хеҙмәтен файҙаланыу мотлаҡ. Машина йөйө 30 % артыҡ булырға тейеш түгел. 2001 йылда Синдикатҡа инеү ҡағиҙәләре ябайлаштырыла, был кутюрье дәрәжәһен Жан-Поль Готье һәм Тьерри Мюглер кеүек модельерҙарға алырға мөмкинлек бирә[6].

2001 йылда Синдикат составына түбәндәге Йорттар инә: Balmain, Chanel, Christian Dior, Christian Lacroix, Emanuel Ungaro, Givenchy, Hanae Mori (инг.)баш., Jean Louis Scherrer, Jean-Paul Gaultier, Lecoanet Hemant (фр.)баш., Louis Feraud (инг.)баш., Thierry Mugler, Torrente, Yves Saint Laurent, Viktor & Rolf (инг.)баш..

Модалы йорттар — Синдикат ағзалары исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Adeline André, 1997 йылдан «саҡырылған ағза» булараҡ беренсе тапҡыр сығыш яһай, 2007 йылдан дефилеҙа ҡатнаша[7].
  • Alexis Mabille, 2007 йылдың июленән саҡырылған ағзалар иҫәбендә [8], с декабря 2012 — действительный член[9].
  • Gustavo Lins, 2011 йылдың 10 ғинуарынан[10].
  • Chanel
  • Christian Dior
  • Christophe Josse, 2011 йылдың 14 февраленән[11][12],[13], 2007 йылдан саҡырылған ағзалар иҫәбендә, артабан даими исемлектә.
  • Franck Sorbier
  • Giambattista Valli, 2008 йылдан.
  • Jean-Paul Gaultier SA
  • Martin Margiela, 2012 йылдың декабренән[9].
  • Maurizio Galante[14] 2008 йылдың ғинуарынан.
  • Stéphane Rolland[15][16],[17], 2007 йылдан саҡырылған ағзалар иҫәбендә, артабан даими исемлектә.
  • Franck Sorbier
  • Giambattista Valli, 2008 йылдан.
  • Jean-Paul Gaultier SA
  • in Margiela|fr|Martin Margiela, 2012 йылдың декабренән[9].
  • Maurizio Galante[18] 2008 йылдың ғинуарынан.
  • Stéphane Rolland

Ағза-корреспонденттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саҡырылған ағзалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был категория 1998 йылдан бар. Яңы француз һәм халыҡ-ара люкс брендтарын ебәреү өсөн тәғәйенләнгән. 2012 дан 8 бренды (с линиями аксессуаров) Юғары мода дефилеһында ҡатнаша.

2012 йылдың ғинуары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың ғинуары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Эрве Леруа, күберәк Эрве Леже исеме аҫтында билдәле, Hervé Léger маркаһын булдырыусы.
  • Béatrice Demulder Ferrant.
  • Rad Hourani.
  • Zuhair Murad[21][22].
  • Haute couture — Парижда мода йорттары. «От кутюр» тип аталыуға яҡынса 100 мода йорто сертификатҡа эйә. Парижда теркәлмәгән брендтар ундай исемгә эйә була алмай. Башлыса, Парижда теркәлмәүе арҡаһында итальян мода йорттары тик «couture» тип атала. «От кутюр» әйберҙәре, ҡағиҙә булараҡ, тәбиғи туҡымаларҙан ҡулдан тегелә. Кейемдәр зиннәтле әйбер тип иҫәпләнә. Тамғалы моделдәр, йыш ҡына, коллекционерлыҡ объекттары булып китә.
  • Prêt-à-porter (De Luxe) — «премиум» класындағы марка. Әйберҙәрҙең шулай уҡ исемдәре бар. Әйберҙәр әҙләп сығарыла, улар ҡабатланмай. Туҡымаларҙың сифаты юғары, әммә шәхси үлсәмдәр күләмдәрҙең стандарт линейкаһы менән алмаштырыла. Был класлы тауарҙарҙы сығарыу менән Chanel, Versace, Louis Vuitton кеүек компаниялар шөғөлләнә.
  • Prêt-à-porter (Ready To Wear) — «премиум» класлы марка. Әйберҙәрҙең авторлығы шулай уҡ һаҡлана. Әммә кейемдәрҙең үҙенсәлеге көндәлек йүнәлештә, мода сиктәрендә. Конструкцияһы еңелсәрәк, күләмдәр стандарт.

Уртаса хаҡ сегменты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡанташ линиялар (ингл. diffusion lines) — кейем сығарыуҙың икенсе һәм өсөнсө линиялары, «премиум» класы һәм әҙерәк дәрәжәле моделдәр араһы, шулай уҡ тар функциялы линиялар. Ҡатнаш линиялар дизайн брендтарына юғары килем килтерә һәм брендты, прет-а-порте һәм киң ҡулланыу тауарҙары араһындағы үҙенсәлекле звено булараҡ масс-маркет төркөмөнә эләгеүҙән һаҡлай тигән фекер бар. Дизайнсылар ҡатнаш линияларҙы прет-а -порте категорияһындағы төп брендҡа зыян килтермәйенсә баҙарға сығара ла һәм кире ҡайтара ла алыу мөмкинселеге менән файҙаланалар. Шулай уҡ капсулалы коллекциялар сығарыу практикалана. Ундай коллекция — брендтың һәм саҡырылған дизансының берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Ул дөйөм идеяға буйһона, һәм сығарылыусы әйберҙәр һаны сикләнә. Бер яҡтан капсулалы коллекция сығарыу иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн булһа, икенсе яҡтан һатып алыусыға масс-маркет хаҡы менән дизайн әйберен һатып алыуға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ миҙгел араһында круиз йәки курорт коллекциялары ла бар. Круиз йәки курорт коллекциялары Юғары мода йорттары тарафынан баштан йылдың һалҡын ваҡытын йомшаҡ климатлы илдәрҙә үткәрергә теләүсе бай клиенттар өсөн ойошторола. Был коллекцияла кейем, аяҡ кейемдәре, аксессуарҙар һәм һыу инеү әйберҙәре ҡаралған[23]. 1970 йылдарҙа ҡайһы бер Юғары молда йорттары, мәҫәлән, (Gucci, Pierre Cardin һ.б. тауар етештереүселәргә үҙ брендтарын ҡулланыу өсөн һата башлай.1980 йылға Gucci маркаһын 22 мең әйбер, шул иҫәптән хатта яндырғыстар ҙа йөрөтә башлай. Pierre Cardin маркаһы аҫтында түбән сифатлы тауарҙар менән һатыу итеүсе селтәр ҙә була. Былар бөтәһе лә Мода йорттарының абруйына ҙур әхләҡи зыян килтерә, әммә «от-кутюр» һәм «прет-а-портенан» әҙерәк килемле линиялар етештереү менән шөғөлләнергә мөмкинселек бирә. 1990 йылдар башында мода индустрияһында барлыҡҡа килгән ҡатнаш линиялар брендтарҙың абруйын һаҡлау һәм юғары килем алыу проблемаларын хәл итә. Улар брендтың төп линияһы менән аныҡ стилистик бәйләнеш булған ныҡ ҡыйбат булмаған материалдарҙан осһоҙораҡ һәм функциональ әйберҙәр тәҡдим итә. Ҡайһы бер ҡатнаш брендтар шул тиклем уңышҡа өлгәшә, хатта һатып алыусы аңында шәхси статус ала. Миҫал булып Prada статус маркаһының икенсе линияһы — Miu Miu, Dolce & Gabbana тандемының D&G линияһы, Versace Versus линияһы, Бөйөк Британияның Burberry Prorsum линияһы, Roberto Cavalli Just Cavalli линияһы, һ.б. тора[24].
  • Бридж-брендтар (ингл. bridge — «күпер») — «прет-а-порте» һәм «масс-маркет» араһында күсмә брендтар (киң ҡулланыу тауарҙары). Бридж-брендтар сегменты 2008 йылда иҡтисади көрсөк ваҡытында үҫеш ала. Әйберҙәрҙең хаҡы ҡатнаш брендтарҙыҡына ҡарағанда осһоҙ, сифаты шул уҡ тиерлек. Бридждың сегменты шартлы рәүештә better (иң яҡшы) һәм middle (уртаса) категорияға бүленә. Бридж-брендтарға Apriori, Cavita, Cach, arel, IKKS, Laurel, Morella (из Max Mara Fashion Group), Stefanel, Zadig et Voltaire һ.б. кеүек сауҙа маркалары инә[25].

Шулай уҡ бридж-брендтар шартлы рәүештә better (иң яҡшы) һәм middle (уртаса) категорияларға бүленә:

  • Иң яҡшы брендтар (better) — ярайһы уҡ юғары сифатлы әйберҙе тәҡдим иткән һәм сағыштырмаса ябай хаҡлы маркалар (Calvin Klein Jeans, Massimo Dutti, Levi Strauss & Co., Mexx, Tommy Hilfiger һәм башҡалар).
  • Утилитар брендтар (contemporary) — күпләп һатып алыусыға йүнәлтелгән, әйбер осһоҙлоғо һәм функционаллеге менән айырыла (Benetton, Marks & Spencer, Motivi, Oasis, Topshop, Zara һ.б.).
  • Бюджет брендтары — был мода индустрияһының түбәнге сегменты брендтары, кейем һәм аяҡ кейеме маркалары сағыштырмаса юғары булмаған сифатта, осһоҙ булыуынан һәм әйберҙең күпләп етештерелеүенән ғибәрәт. Йыш ҡына «тиҙ мода» принцибы менән эшләйҙәр. Айырым маркалар «репликалар» етештереү менән мәшғүл, йәғни модалы йорттарҙың һәм дизайн брендтарының күсермәләре менән шөғөлләнә, шул ваҡытта осһоҙ туҡымалар һәм ябайлаштырылған конструкциялар ҡуллана, башҡалары үҙ моделдәрен булдыра йәки өлөшләтә башҡа брендтарҙың үҙенең хаҡ категорияһының моделдәрен күсерә. Миҫал булып Bershka, Sasch, NewYorker һәм башҡа маркалар тора.
  • Күп брендтар (moderate) — осһоҙ хаҡлы маркалар һәм сағыштырмаса түбән сифатлы әйберҙәр (Calliope, Jennyfer, Terranova, Sela).

Осһоҙ маркалар ике йүнәлешкә бүленә:

  • йәштәр бренды (Bershka, Mango, New Yorker, Pull & Bear, Stradivarius һәм башҡалар).
  • бөтә ғаилә өсөн брендтар (С & A, Esprit, LC Waikiki, HoneyLook и другие)[26].
  1. https://blog.hootsuite.com/instagram-hashtags/
  2. https://www.japanbuzz.info/top-10-instagram-hashtags-in-japan-2019/
  3. Diana de Marly, Worth Father of Haute Couture. Elm Tree Books, Лондон, 1980 ISBN 0-241-10304-5, стр 2.
  4. Jacqueline C. Kent (2003). Business Builders in Fashion — Charles Frederick Worth — The Father of Haute Couture The Oliver Press, Inc., 2003
  5. Claire B. Shaeffer (2001). Couture sewing techniques «Originating in mid- 19th-century Paris with the designs of an Englishman named Charles Frederick Worth, haute couture represents an archaic tradition of creating garments by hand with painstaking care and precision». Taunton Press, 2001
  6. Синдикат высокой моды. (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 май 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года. 2014 йыл 10 март архивланған.
  7. La haute couture, un artisanat à la croisée des chemins (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 15 июль 2012. Архивировано 10 май 2013 года.
  8. 8,0 8,1 Haute couture, la promesse de la relève (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 15 июль 2012. Архивировано 10 май 2013 года. 2013 йыл 12 май архивланған.
  9. 9,0 9,1 9,2 Alexis Mabille et Maison Martin Margiela reçoivent l'appellation haute couture.
  10. 10,0 10,1 10,2 " Christophe Josse et Gustavolins, officiellement couturiers 2011 йыл 14 ғинуар архивланған. " Libération (journal) Next
  11. Dans la peau de Christophe Josse (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года.
  12. Carine Bizet, " Couture Academy « Madame Figaro
  13. » Découvrez Christophe Josse, grand couturier français 2012 йыл 22 февраль архивланған. " sur le site officiel du couturier
  14. Maurizio Galante. Дата обращения: 2 июль 2012. Архивировано 10 май 2013 года.
  15. Dans la peau de Christophe Josse (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года.
  16. Carine Bizet, " Couture Academy « Madame Figaro
  17. » Découvrez Christophe Josse, grand couturier français 2012 йыл 22 февраль архивланған. " sur le site officiel du couturier
  18. Maurizio Galante. Дата обращения: 2 июль 2012. Архивировано 10 май 2013 года.
  19. Mode: Paris renoue avec les défilés mercredi, retour de Versace en couture. Дата обращения: 24 март 2012. Архивировано из оригинала 20 ғинуар 2012 года.
  20. Début des défilés de haute couture: plusieurs désistements, quelques nouveaux. Дата обращения: 15 сентябрь 2012. Архивировано 10 май 2013 года. 2014 йыл 1 февраль архивланған.
  21. Paris : quatre nouvelles maisons invitées sur les podiums haute couture.
  22. Jean-Paul Cauvin. Haute Couture: Didier Grumbach décode les évolutions du calendrier. Дата обращения: 20 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 15 ғинуар 2013 года. 2012 йыл 28 декабрь архивланған.
  23. Капсульная и круизная коллекции. Дата обращения: 6 май 2013. Архивировано из оригинала 17 август 2013 года.
  24. Энциклопедия моды. Диффу́зный бренд.(недоступная ссылка)
  25. Энциклопедия моды. Бридж-бренд.(недоступная ссылка)
  26. Демократичные марки.(недоступная ссылка)