Молчанова Наталья Вадимовна | |
рус. Наталья Вадимовна Молчанова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 май 1962 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Дата исчезновения человека | 2 август 2015[1] |
Вафат булған көнө | 2 август 2015[2] (53 йәш) |
Вафат булған урыны | Форментера[d] |
Үлем төрө | смерть от несчастного случая[d] |
Үлем сәбәбе | батып үлеү[d] |
Балалары | Молчанов, Алексей Олегович[d] |
Һөнәр төрө | фридайвер |
Спорт төрө | фридайвинг[d] һәм Йөҙөү |
Рәсми сайт | molchanova.ru |
Молчанова Наталья Вадимовна Викимилектә |
Молчанова Наталья Вадимовна (8 май 1962 йыл, СССР, Өфө — 2 август 2015 йыл, Ла-Савина, Форментера, Ивиса, Испания) — фридайвинг буйынса донъя чемпионы, Рәсәйҙең фридайвинг федерацияһы президенты. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты.
40 тапҡыр донъя рекорды ҡуйыусы. Тын алмайынса тәрәнлеккә сумыу буйынса 100 метр билдәһен үткән донъялағы беренсе ҡатын-ҡыҙ, шулай уҡ һулыш алыуын 9 минуттан ашыуға туҡтатып торған беренсе ҡатын-ҡыҙ.
Фридайвинг менән 40 йәшендә шөғөлләнә башлай[3].
Фридайвинг буйынса 22 тапҡыр донъя чемпионы һәм 41донъя рекорды эйәһе. Наталья фридайвингтың алты ярыш дисциплинаһының һәр ҡайһыһында, шулай уҡ алмаш ауырлыҡ дисциплинаһында рекорд ҡуя. Был уны тәрәнлеккә лә, оҙонлоҡҡа ла сумыусы уникаль спортсы-универсал итә. Бындай ҡаҙаныштарға ир-егеттәр араһында фридайвингтың барлыҡ дисциплиналарында рекорд ҡуйған австриец Герберт Нич һәм ластылар менән оҙонлоҡҡа һәм тәрәнлеккә сумыуҙа донъя рекордтары ҡуйған Алексей Молчанов (Натальяның улы) ғына эйә.
Наталья Молчанова һәм уның улы Алексей — бер һулышта, шул иҫәптән берлектә Зәңгәр тишеккә сумыусы беренсе рәсәйҙәр. Наталья — арканы бер һулышта үтеүсе донъяла беренсе ҡатын-ҡыҙ.
Спорт ҡаҙаныштарынан тыш, педагогия фәндәре кандидаты һәм РГУФКСиТ-тың ғәмәли спорт төрҙәре һәм эсктремаль эшмәкәрлек методикаһы һәм теорияһы кафедраһы доценты була.
8 фәнни-тикшеренеү мәҡәләһе, 2 уҡыу-методик әсбап, фридайвинг методикаһы һәм теорияһы буйынса дәреслек, шулай уҡ һулышты туҡтатып сумыуға өйрәтеү һәм фридайвер-спортсыларҙы әҙерләү буйынса уҡытыу программаһы авторы.
2015 йылдың 2 авгусында Ивиса утрауы эргәһендәге сумыу ваҡытында хәбәрһеҙ юғала[6]. Фридайвинг күнекмәләре ваҡытында Наталья Молчанова арҡалаштарынан айырыла, күрәһең, һулышты туҡтатып 30-40 метрға сумғанда көслө һыу аҫты ағымына эләгә. Һыуҙағы фридайверҙар һәм һаҡлаусы катерҙағы кешеләр уның сумыу башланған урындан 60 метр алыҫлыҡта килеп сығыуын күрә, һуңынан Наталья ҡапыл юғала. Катер менән һәм сумыусылар ярҙамында эҙләү һөҙөмтә бирмәй. Артабанғы эҙләүҙәр шул көндө һәм башҡа көндәрҙә тәүлектең яҡты мәлендә башҡарыла. Уның өс арҡалашы мәғлүмәте буйынса, Наталья яҡынса Ивисалағы Поньенте пляжы менән Ла-савина портынан төньяҡ-көнбайышҡа табан ике миль мирәһендә юғала. Бәхетһеҙ осраҡ рәсми күнекмәләр йәки ярыштарҙан тыш күҙәтелә һәм күнекмә процесына бәйле булмай[7][8][9].
2015 йылдың 4 авгусында Наталья Молчанова һәләк булған тип таныла.
Испания властары хәбәр итеүенсә, кәүҙәһен эҙләү 7 августа туҡтатыла.
Наталья — фридайвинг тураһында бер нисә фильм һәм видеоклип авторы.
Фильмдары:
Видеоклиптары: