Морат II | |
ғосман. مُراد ثانى | |
Герб | |
![]() | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Титул | Солтан |
Ҡушамат | خيرُ المُلُوك, أبو الخيرات, مُعز الدين وسياج المُسلمين һәм خوجه سُلطان |
Тыуған көнө | июнь 1404[1][2] |
Тыуған урыны | Амасья[d], Төркиә |
Вафат булған көнө | 3 февраль 1451 (46 йәш) |
Вафат булған урыны | Әдирнә, Ғосман империяһы |
Ерләнгән урыны | Muradiye Complex[d] |
![]() | |
Атаһы | Мәхмәт I |
Әсәһе | Әминә ҡатын |
Бер туғандары | Мустафа Челеби (сын Мехмеда I)[d] |
Хәләл ефете | Мара Бранкович[d], Хюма-хатун[d] һәм Хатидже Халиме-хатун[d] |
Балалары | Мәхмәт II һәм Fatma Sultan[d] |
Нәҫеле | Ғосмандар[d] |
Туған тел | ғосман теле[d] |
Һөнәр төрө | хаким |
Биләгән вазифаһы | Ғосман империяһы солтаны[d] һәм Ғосман империяһы солтаны[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Murad II |
![]() |
Морат II (ғосм. مراد ثاني — Murâd-ı sânî; төр. İkinci Muratрус. Мурад II; 1404 йылдың июне — 1451 йылдың 3 феврале) — 1421—1444 һәм 1446—1451 йылдарҙа идара иткән Ғосман империяһы солтаны. Ғосман солтаны Мәхмәт I улы, фаразланыуынса,әсәһе бейлек батшаһы Дулкадир ҡыҙы Әминә ҡатын[3]. Морат Балҡан ярымутрауында ғосмандарҙың йоғонтоһон ярайһы уҡ киңәйтә, Анатолияла власты нығыта һәм империяға 1402 йылда Ангор һуғышында Аҡһаҡ Тимерҙән бик ауыр еңелгәндән һуң аяҡҡа баҫырға ярҙам итә.
Ғосмандар нәҫеленән 6-сы хаким. Идара итеүенең башында уға тәхеткә Мостафа исемле ике дәғүәсе менән эш итергә тура килә — Ялған Мостафа үҙен барлыҡ Румелияны буйһондорған Баязит I улы тип таныта, икенсеһе Кесе Мостафа исемле була. Уларға Византия һәм Венеция ярҙам итә.
1422 йылда Бурса ҡалаһы янындағы хәл иткес алыш ваҡытында дошманын еңә, әсирлеккә алып хөкөм итә һәм язалай. Морат II Йәмғиәт власты ҡулына алып, Анатолия менән Румелияны берләштерә һәм Ғосман империяһының хакимлығын 1402 йылдағы сиктәрендә араһында хакимлыҡ итеүен тергеҙгән.
1422-26 йылдарҙа Азияның бойондороҡһоҙ бейлектәре — Айдын, Мәнтәш, Гермиян, Сарухан, Хәмитте үҙенә буйһондорған.
1430 йылда Фессалоники ҡалаһын ала. 1441-42 йылдарҙа Трансильвания воеводаһы Янош Хуньядиҙан еңелә , 1444 йылда Венгрия менән Ғосман империяһы өсөн файҙаһыҙ солох төҙөй һәм үҙенең эштәрен 12 йәшлек кенә улы Мәхмәт Икенсегә тапшыра, һәм властан ситләшә.
Әммә 1444 йылдың ноябрендә уға яңынан Ғосман ғәскәре башына торорға тура килә, сөнки империя сиктәрен боҙоп, Варна янына Венгрия ғәскәре килеп инә. Морат II уларҙы тар-мар итә[4].
1446 йылда Скандербег етәкселегендә албандар баш күтәргәс, һарай кешеләре үтенесе буйынса яңынан тәхеткә ултыра [5].
1447 йылда Морат II Ғосман империяһына Коринфты ҡуша һәм Пелопоннесты бөлгөнлөккә төшөрә[6].
1448 йылда Косово Яланында Хуньяди етәкселегендәге тәре йөрөтөүселәрҙе тар-мар итә. Көсөргәнешле өс көнлөк алыш Мораттың тулы еңеүе менән тамамлана һәм Балҡан ярымутрауы халыҡтары яҙмышты хәл ителә — улар бер нисә быуатҡа төрөктәр хакимлығы аҫтында ҡала.
1449 һәм 1450 йылдарҙа Морат Албанияға ҡаршы ҙур уңыштарға өлгәшмәгән ике поход ойоштора 1450—1451 йылдарҙың ҡышында Морат ауырып китә һәм 1451 йылдың 3 февралендә Әдирнәлә вафат була .
Замандаштарының иҫтәлектәре буйынса, ул бик эшлекле, ғәйрәтле һәм ғәҙел хаким булған [7].
Ул күп һанлы мәсеттәр, дауаханалар, мәҙрәсәләр һәм башҡа социаль учреждениелар төҙөүгә көс һала, башлыса был эштәр менән Бурсала һәм Әдирнәлә шөғөлләнә[8].