Иван Юрьевич Москвитин (1603—1671 тирәһе) — урыҫ ергиҙәре, йәйәүле казактар атаманы. 1639 йылда Дмитрий Копылов етәкселегендәге казактар отряды европалыларҙан иң беренсе булыпОхот диңгеҙенә барып етә, уның яр буйҙарын һәм Сахалин ҡултығын аса.
Иван Юрьевич МосквитинҢ фараз ҡылыуҙар буйынса, Мәскәүҙә тыуған. 1626 йылда Томскиҙағы йәйәүле казак була.
1635—1638 йылдарҙа Дмитрий Копылов бойороғо буйынса Москвитин Бутальский төрмәһенә нигеҙ һалған [сығанағы 547 көн күрһәтелмәгән]. Копылов 1639 йылдың яҙында Охот (Ламский) диңгеҙенә 20 томск һәм 19 красноярск хеҙмәт итеүсе кешеләре отрядын Москвитин [сығанаҡ 1246 көн күрһәтелмәгән] етәкселегендә ебәрә. 1638 йылда Алдан һәм Мая йылғалары буйынан килгән отряд Улья йылғаһы тамағына һәм Охот диңгеҙенә килеп сыға. Шунан ул төньяҡҡа табан Тауй йылғаһына тиклем һәм көньяҡҡа, Уда йылғаһына тиклем, поход ойоштора, Уда районы тураһында беренсе мәғлүмәттәр бирә.
Һуңынан, 1681 йылда Уда йылғаһы буйында ҡышҡылыҡҡа Уда төрмәһе төҙөлә[1].
Участник экспедиции Москвитина — Нехорошко Колобов в «скаске», данной в Москве в 1646 году, отмечал[2]:
|
…Посылал на государеву службу томской атаман Дмитрей Копылов томских служилых людей Ивашка Юрьева сына Москвитина да их, казаков, с ним тритцать человек на большое море окиян, по тунгускому языку на Ламу. …Вышли на реку на Улью на вершину, да тою Ульею рекою шли вниз стругом плыли восьмеры сутки и на той же Улье реки, cделав лодью, плыли до моря до устья той Ульи реки, где она впала в море, пятеры сутки. И тут де они, на усть реки, поставили зимовье с острожком.
|
|
- Москвитин исеме менән Тауй ирененең Лужин бухтаһындағы морон аталған.
- Ергиҙәр Москвитин хөрмәтенә Амур өлкәһенең Свободненский районының ауылы аталған.
- Улья йылғаһы тамағында 1972 йылда Москвитин һәм уның иптәштәре хөрмәтенә иҫтәлекле билдә ҡуйыла (скульпторы В. Ф. Бабур). 2014 йылда был стела һүтелгән һәм Охотскиға күсерелгән, диңгеҙ балыҡ порты территорияһында урынлаштырылған[3]. 2017 йылда Охотскиҙа реставрацияланған билдә ҡуйыла.
- Хабаровск крайында 2017 йылда рус ергиҙәре Иван Москвитин хөрмәтенә иҫтәлекле стела асыла. Рәсәй Алыҫ Көнсығыш тарихи мираҫын һаҡлау буйынса йәмғиәт советының край бүлеге вәкилдәре уны Ҙур Шантар утрауындағы Панков бухтаһы ҡултығы районында урынлаштыра[4].
- Иван Москвитин етәкләгән рус казактарының Охот дингеҙенә сығыуҙың 375 йыллығы айҡанлы 2014 йылда Хабаровскта яңы урам барлыҡҡа килергә тейеш була — Москвитин бульвары[5]. Москвитин бульвары Хабаровск ҡалаһы хакимиәте тарафынан 2015 йылда ярашһыҙ тип таныла[6]. 2015 йылдың октябрь айында Шантар утрауҙарының асылыуының 375 йыллығына арналған Хабаровскиҙағы конференцияла ҡала властарының үҙ ҡарарын (29 август 2014 йыл № 3872) үтәй алмауы тураһында һөйләйҙәр[7]) һәм бульвары асылды.[8].
- 1950-се йылдар уртаһында Томскиҙың бер яңы урамы Москвитин исеме менән атала[9].
- ↑ Слюнин Н. В. Охотско-Камчатский край. — 1900.
- ↑ Ципоруха, М. И. Покорение Сибири. От Ермака до Беринга. — Вече, 2004. — С. 253. — ISBN 5953301618.
- ↑ Как в Хабаровском крае отменили открытие Тихого океана, передвинув памятник << Наука, История, Образование, СМИ | Дебри-ДВ (билдәһеҙ). debri-dv.com. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
- ↑ Памятник Москвитину поставили на Шантарских островах (билдәһеҙ). «МК в Хабаровске».
- ↑ В честь русского землепроходца Москвитина назван бульвар в Хабаровске (билдәһеҙ). «Дебри-ДВ».
- ↑ Бульвара Москвитина в Хабаровске не будет. Постановление мэра отменил чиновник << Политика, Власть | Дебри-ДВ (билдәһеҙ). debri-dv.ru. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
- ↑ О присвоении наименований участкам улично-дорожной сети города Хабаровска и о внесении изменений в постановление Мэра города от 13.09.2004 N 1370 «Об утверждении Реестра наименований улично-дорожной сети г. Хабаровска, порядка его ведения, порядка ..., Постановление Администрации города Хабаровска от 29 августа 2014 года №3872 (билдәһеҙ). docs.cntd.ru. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
- ↑ «За спиной мэра Хабаровска украли бульвар» << Новости | Дебри-ДВ (билдәһеҙ). debri-dv.ru. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
- ↑ История названий томских улиц. Издание третье, дополненное. Отв. ред. Г. Н. Старикова. — Томск: Издательство Д-Принт, 2012. — 368 с. — С. 180. ISBN 978-5-902514-51-0.