Мохенджо-Даро | |
Дәүләт | Пакистан |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ларкана[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Джон Маршалл[d][1] һәм Банерджи, Ракхал Дас[d][2] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан | 240 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d][3] һәм (iii)[d][3] |
Мохенджо-Даро Викимилектә |
Мохенджо-Даро археология ҡомартҡылары* | |
---|---|
Archaeological Ruins at Moenjodaro** | |
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы | |
Mohenjodaro - view of the stupa mound.JPG | |
Илдәр | Пакистан |
Тибы | мәҙәни |
Критерийҙар | II, III |
Һылтанма | 138 |
Төбәктәр*** | Азия |
Индерелгән | 1980 (4 сессияла)
|
* Название в официальном рус. списке ** Название в официальном англ. списке *** Регион по классификации ЮНЕСКО |
Мохе́нджо-Да́ро[4][5] (Мохенджоде́ро[6], Мохенджода́ро[7]; урду موہن جو دڑو, синдхи موئنجو دڙو; һүҙмә-һүҙ «мәйеттәр убаһы») — беҙҙең эраға тиклем 2600 йылда барлыҡҡа килгән Һинд үҙәне цивилизацияһының ҡалаһы. Пакистанда, Синд провинцияһында, хәҙерге Ларкана ҡалаһынан көньяҡҡа табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан (боронғо заманда көнбайышта Һинд йылғаһы менән көнсығышта Гхаггар-Акра ҡоро үҙәне араһында урынлашҡан). Һинд йылғаһы үҙәненең иң ҙур боронғо ҡалаһы һәм Көньяҡ Азия тарихында тәүге ҡалаларҙың береһе, Боронғо Мысыр һәм Боронғо Месопотамия, Криттағы минойҙар һәм Перуҙағы Норте-Чико мәҙәниәтенең замандашы.
Ҡаланың һаҡланып ҡалған майҙаны — 250 гектарҙан ашыу, мәҙәни ҡатламдарҙың ҡеүәте 20 метрҙан ашыу (элеккеләре тупраҡ аҫты һыуҙары кимәленән түбәнерәк урынлашҡан һәм өйрәнелмәгән), унда заманында 35 мең самаһы кеше йәшәүе мөмкин. Археологик ҡомартҡыларға ҡарағанда, Мохенджо-Даро ауыл хужалығы өлкәһенең, кәсепселектең (металл һәм таш эшкәртеү, көршәк яһау, биҙәүестәр һәм башҡа затлы әйберҙәр эшләү) һәм сауҙаның мөһим үҙәге булған.
Мохенджо-Даро беҙҙең эраға тиклем 2600 йылда барлыҡҡа килгән һәм яҡынса туғыҙ йөҙ йылдан һуң ҡалдырылған. Сәскә атҡан дәүерҙә ҡала Һинд үҙәне цивилизацияһының административ үҙәге (шулай уҡ Хараппа цивилизацияһы булараҡ билдәле) һәм Көньяҡ Азияның иң үҫешкән ҡалаларының береһе булған, тип күҙаллана. Беҙҙең эраға тиклем XX быуаттан һуң Һинд цивилизацияһы ҡапыл тарҡалғас, беҙҙең эраға тиклем XVIII быуатҡа ҡарай Мохенджо-Дароға ла ҡалдырыла. Ғөмүмән, ҡала тарихында 7 осор бар. Өҫтәүенә тикшерелгән ҡаралтылар башлыса һуңғы Хараппа осоро (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 2200-1900 йылдар) менән билдәләнә.
Иртә тикшеренеүҙәрҙә «мәйеттәр убаһы» Месопотамия цивилизацияһының сик нығытмаһы булараҡ тасуирлана, әммә Мохенджо-Дароны һәм Хараппа цивилизацияһының башҡа үҙәктәрен Шумер текстарында телгә алынған көнсығыш дәүләт-ҡалалар менән тиңләштерергә маташыуҙар уңышһыҙ тамамлана. Хараппа цивилизацияһы шумер текстарында «Мелухха» тип йөрөтөлгән, тигән ҡараш таралған[8].
Археологтар Мохенджо-Дароға тәүге тапҡыр 1911 йылда килә[9]. Һиндостан археологы, Археология хеҙмәте чиновнигы Ракхал Дас Банерджи тәүге асыусы булып сығыш яһаған. Тәүҙә 1919—1920 йылдарҙа унда объектты табып, уны будда ғибәҙәтханаһы итеп идентификациялаған. 1922 йылдан 1931 йылға тиклем даими ҡаҙыныу эштәре алып барылған[10]. 1925 йылға тиклем күләмле ҡаҙыу эштәрен Кашинат Нарайян Дикшит алып бара. Һуңынан Британия экспедицияһы менән етәкселек иткән археолог Джон Маршал Мохенджо-Даролағы табылдыҡтарҙың Хараппала, Һинд йылғаһы буйлап 400 саҡрым үрҙәрәк урында табылдыҡтары менән «берҙәмлеген» билдәләй[11].
1945—1951 йылдарҙа Мортимер Уилер менән Әхмәт Хәсән Дани (1947 йылдан Пакистан хөкүмәтенең Археология бүлеге һәм музейҙар бүлеге ҡарамағында) ҡаҙыуға тотона. Артабан ҙур экспедициялар бында 1950 һәм 1964 йылдарҙа булып киткән[9], ләкин 1964/1965 йылдар миҙгелендә Дж. Ф. Дейлс етәкселегендәге Америка экспедицияһының эше ҡаҙылған ҡоролмаларҙың эрозия арҡаһында туҡтатылған. Шул ваҡыттан алып реставрациялағанда һаҡлау өсөн ҡаҙыныу эштәре генә алып барылған.
1980 йылда Мохенджо-Дароға ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты статусы бирелә[12]. 1980 йылдың 27 майындағы Мохенджо-Дароны һаҡлау һәм реставрациялау тураһындағы ЮНЕСКО килешеүен үтәүгә үҙ финанстарын Германия, Япония, Мысыр, Австралия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Һиндостан, Ираҡ, Нигерия, Бахрейн, Кувейт, Маврикий, Шри-Ланка, Камерун, Танзания, Мальта индергән.
1980-се йылдарҙа Михаэль Янсен һәм Маурицио Тоси етәкселегендәге немец һәм итальян тикшеренеүселәре төркөмдәре аҙ инвазив технологиялар ҡулланып Мохенджо-Дароны өйрәнә (архитектура ҡалдыҡтарын тикшереү, материалдар йыйыу, өҫкө йөҙҙө картаға төшөрөү). 2015 йылда Мохенджо-Даро Пакистан Милли фонды тарафынан үткәрелгән колонкалы быраулау ҡаланың майҙаны бөгөнгө ҡаҙып алынғанға ҡарағанда күберәк булыуын билдәләгән.
2012 йылда Пакистан археологтары эрозияның әлеге темптары менән, тейешле һаҡ ысулдары булмай тороп, Мохенджо-Даро ҡалдыҡтарының 2030 йылға тиклем емерелеүе ихтималлығын иҫкәртте[13]. 2014 йылда Синд фестивален байрам итеү өҫтәмә хәүеф тыуҙырҙы, уны үткәреү урыны итеп, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, Пакистан халыҡ партияһы рәйесе Билавал Зардари, Мохенджо-Дароны һайлаған[14].
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
Roach
төшөрмәләре өсөн текст юҡ<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
Britannica
төшөрмәләре өсөн текст юҡМохенджо-Даро Викимилектә |