Муцо | |
груз. მუცო | |
Рәсми атамаһы | მუცო |
---|---|
Рәсми тел | Грузин теле |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Душетский муниципалитет[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00[d] |
Халыҡ һаны | 15 кеше (2014) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1880 метр |
![]() |
Муцо - (грузинса: მუცო) - Грузиялағы ҙур булмаған ҡала. Унда 1931 йылда уҡ бер кем дә йәшәмәгән, Муцо шул ваҡытта уҡ "үле ҡала" тип атағандар. Уны берсә ауыл, берсә нығытма, берсә ҡала тип атайҙар. 2016 йылдан уны тергеҙеү эштәре башланған һәм туристик объект итеү маҡсаты ҡуйылған [1].
Тулыһынса тиерлек быуаттан ашыу элек ташландыҡ ауыл, Муцо-Ардоти тарлауығы өҫтөндәге вертикаль террасаларында урынлашҡан урта быуаттың яҡынса 30 нығытылған торлаҡ йорттары, дүрт хәрби башня һәм боронғо биналар, ҡоролмаларҙың емереклектәре һаҡланып ҡалған. 2004 йылда Грузияла был нығытманы тергеҙеү программаһы ҡабул ителгән [2]
Муцо нығытмаһы - Грузияның Хевсурети (ныне часть региона Мцхета-Мтианети ) провинцияһының боронғо нығытмаларының береһе. Андакисцкали йылғаһының (грузинса: ანდაქისწყალი) уң ярында ҡаялы тауҙа урынлашҡан (1880 м).
Легендаға ярашлы, был ауыл кешеләре архангел Бролискало иконаһына табынған. Улар яугир һәм һунарсы тип танылған, даими рәүештә изге ғәскәр ағзалары булған, икона ярҙамында әкиәти хазиналарҙы һаҡлап торған. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, ул хазиналар һаман әле шул тауҙарҙа йәшерөлгән килеш ҡала.
![]() |
![]() |
![]() |