Муҡшы теле | |
эрз. Мокшень кяль | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | Мордовия Республикаһы, Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Пенза өлкәһе |
Административ-территориаль берәмек | Мордовия Республикаһы, Татарстан Республикаһы, Башҡортостан Республикаhы, Пенза өлкәһе, Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Рязань өлкәһе һәм Тамбов өлкәһе |
Тел төрҙәре | SVO[d], SOV[d], номинатив-аккузатив тел[d] һәм агглютинатив телдәр |
Яҙыу | Кирил алфавиты |
Телдә һөйләшеүселәр | 2025 кеше (2010)[2] |
Телдең ЮНЕСКО статусы | 3 юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында[d][3] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 6b Threatened[d][4] |
Тасуирлау биттәре | uralic.clld.org/language… |
Викимедиа проекттарында тел коды | mdf |
Муҡшы теле Викимилектә |
Муҡшы теле (үҙатамаһы: мокшень кяль) — фин-иҙел төркөмөнә ҡараған фин-уғыр теле, урал ғаиләһенә ҡарай; Муҡшы лар теле. Муҡшы теленә иң яҡыны эрзә теле һанала, әммә фонетик төҙөлөшөндә, лексикаһы һәм грамматикаһында етди айырмаһы булғанлыҡтан, был телдәрҙе йөрөтөүселәрҙең бер-береһен аңлап һөйләшеү мөмкинлеге юҡ. Мордва Республикаһында муҡшы теле эрзә һәм рус телдәре менән бер рәттән рәсми тел булып тора, әммә уны эш башҡарыуҙа ҡулланыуҙың юридик базаһын һәм нормаларын көйләү ҡабул ителмәгән.
Муҡшы теле, күп суффикстар ҡулланған агглютинатив телдәргә ҡарай. Муҡшы телендә род категорияһы юҡ. Күрһәтеү килеш менән үҙгәреүен киң ҡулланыу йыш ҡына постпозитив артикль менән сағыштырыла (мәҫ.: аля — «ир-егет», алясь — «был ир-егет»; ванома — «көҙгө», ваноматне — «был көҙгөләр»). Муҡшы теле, шулай уҡ башҡа фин-уғыр телдәренә хас (мәҫ.: сёрмазе — «минең хат», сёрмаце — «һинең хат», сёрмац — «уның хаты») булған, үҙенсәлекле эйәлек килеш системаһына эйә. Муҡшы теле бай килеш системаһына эйә. Хәҙерге заманда ҡулланылған 12 килештән тыш, һирәк ҡулланылған һәм иҫкергән тип 20-нән ашыу килеш иҫәпләнә. Хәҙерге телдә 4 ҡылым ваҡыты: хәҙерге-киләсәк, ике үткән заман һәм киләсәк ҡатмарлы ваҡыттары ҡулланыла. Һинд-европа төркөмө өсөн хас эйә булыу ҡылымы юҡ, уның урынына рус теленә оҡшаған «(у) меня есть» (мәҫәлән: монь кафта кудне — «у меня есть два дома» «минең ике йортом бар») алмаштарҙың эйәлек килеше ҡулланыла. Модаль ҡылымдарҙың булмауы айырым ҡылым ялғауҙарын ҡулланыу иҫәбенә тулылана (мәҫ. молемс — «барырға», молевомс — «барыу хәлендә булыу», мон аф молеван — «мин бара алмайым»). Бары тик уғыр телдәренә генә хас ҡылымдың объектһыҙ («күсемһеҙ») һәм объектлы («күсемле») зат, һан, заман менән үҙгәреүе менән (мәҫ.: келькте — «һине яратам», кундасайн — «уларҙы тотам») айырыла.
Муҡшы телендә Мордва Республикаһында; Пенза, Һамар, Һарытау, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Рязань , Тамбов өлкәләрендә; Татарстанда, Башҡортостанда, шулай уҡ Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта һөйләшәләр. Рәсәйҙән ситтә, Әрмәнстанда һәм Америка Ҡушма Штаттарында, муҡшы диаспоралары бар.
ЮНЕСКО телдәр атласында муҡшы теле юғалыу хәүефе янаған тел булараҡ билдәләнә..
Рәсәйҙә 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе: 614 260 кеше «мордва, муҡшы-мордва, эрзә-мордва» теле[5];белеүен күрһәткән; милли сығышын күрһәтеү 843 350 кеше — милләтен мордва тип, шул иҫәптән 49 624 кеше милләтен муҡшы тип күрһәткән [6].
Рәсәйҙә 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе: 392 941 кеше «мордва» телен, 2025 кеше «муҡшы-мордва» телен белгәнен күрһәткән ; 744 237 кеше — милли сығышын мордва, шул иҫәптән 4767 кеше милләтен муҡшы тип күрһәтә[7].
Күренеүенсә, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре бары тик мордва телен белеүселәрҙең дөйөм һанын ғына баһалау мөмкинлеген бирә, әммә нисә еше муҡшы телендә һөйләшкәнен белеү мөмкинлеген бирмәй.
1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә 392,4 мең кеше генә муҡшы телен белгән.[8] 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Мордва Республиканында 180 меңдән ашыу муҡшы булған.
Ethnologue сайты күрһәткәнсә, Рәсәйҙә 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға һылтанғанда, муҡшы телендә һөйләшеүселәр һаны 614000 кеше тәшкил иткән (2002)[9]. Шул уҡ ваҡытта халыҡ иҫәбен алыу сайты 614 000 — муҡшы һәм эрзә [10].телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны тип әйтә.
Муҡшы теле Мордва Республикаһының дәүләт теле.
Муҡшы телен яҙыу өсөн кириллица ҡулланыла. Уның хәҙерге варианты бер рус алфавитынан бер нәмә менән дә айырылмай, рус орфографияһы ҡағиҙәләренә таяныла, һәм был рус телендә аналогы булмаған [ə] һәм [æ] фонемаларын дөрөҫ һүрәтләү мөмкинлеген бирмәй. Революцияға тиклемге алфавиттарҙа төрлө лигатуралы кириллица алфавиты ҡулланылған. Мәҫәлән,1901 йылда Николай Барсов әҙерләгән Иоанн Богословтан әҙерләгән Изге Евангелиеһы баҫмаһында «я» һәм «е» хәрефтәре берләшмәһенән торған [æ] лигатураһы ҡулланылған. [Ә] фонемаһын яҙыу өсөн «ъ» ҡулланылған. 1924 йылда, 1927 йылға саҡлы ғәмәлдә булған, лигатуралы яңы кириллица алфавиты ентекләп эшләнгән булған.
1932 йылда рәсми рәүештә латин алфавиты ҡабул ителгән, әммә уны ҡулланған бер ниндәй баҫма ла сығарылмаған. 1993 йылда ҡабул ителгән орфография нормаларына ярашлы, редукцияланған [ə] һүҙ башында һәм беренсе ябыҡ ижектә «ъ» хәрефе менән яҙылған: ърьвяня — /ərʲvænʲæ/, кърга — /kərga/[18][19].
Һуҙынҡылар:
Передние | Средние | Задние | |
---|---|---|---|
Верхние | i | (ɨ) | u |
Средние | e | ə | o |
Нижние | æ | a |
Тартынҡылар:
Губные | Альв. | Постальв. | Палат. | Веляр. | ||
---|---|---|---|---|---|---|
Носовые | твёрдые | /m/ | /n/ | |||
мягкие | /nʲ/ | |||||
Взрывные | твёрдые | /p/ /b/ | /t/ /d/ | /k/ /g/ | ||
мягкие | /tʲ/ /dʲ/ | |||||
Аффрикаты | твёрдые | /ʦ/ | ||||
мягкие | /ʦʲ/ | /ʨ/ | ||||
Щелевые | твёрдые | /v/ /f/ | /s/ /z/ | /ʃ/ /ʒ/ | /x/ | |
мягкие | /sʲ/ /zʲ/ | /ç/ | ||||
Дрожащие | твёрдые | /r̥/ /r/ | ||||
мягкие | /rʲ̥/ /rʲ/ | |||||
Боковые и скользящие |
твёрдые | /l̥/ /l/ | ||||
мягкие | /lʲ̥/ /lʲ/ | /j/ /ȷ̊/ |
Муҡшы телендә яҡынса 12 килеш айыралар. Барлыҡ синтетик телдәргә хас булғанса, тамамланған килеш буйынса үҙгәртеү ялғауҙар ҡушыу юлы менән атҡарыла. Түбәндә тол («ут») һүҙе миҫалында 13 килеш ялғауы һанап күрһәтелгән.
Падеж | Окончание ед. ч. | Окончание мн. ч. | Пример употребления | Смысл |
---|---|---|---|---|
Номинатив | - | -т | тол/толхт | «огонь/огни» |
Генитив | -нь | -(т)нень | толонь/толхнень | «огня/огней» |
Датив | -ти(-ди) | -(т)ненди | толти/толхненди | «огню/огням» |
Аблатив | -та (-да) | толда | «огня, от огня» | |
Пролатив | -га/-ва | - | толга | «по огню» |
Иллатив | -с/-у/-в | толс | «в огонь» | |
Элатив | -ста | толста | «из огня» | |
Инессив | -са | толса | «в огне» | |
Компаратив | -шка | толшка | «как огонь» | |
Абессив | -фтома | толфтома | «без огня» | |
Транслатив | -кс | толкс | «огнём» | |
Каузатив | -нкса | толонкса | «за огнём» | |
Комитатив | -нек | толнек | «с огнём» |
Ҡалып:Государственные языки России Ҡалып:Финно-угорские языки