Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мәләмәтилек, мәләмәтиә (ғәр. ملامتيه- шелтәләр нәмә эҙләүсе; рус. Маламатия) — мистик-заһитлыҡ хәрәкәтенең атамаһы.
IX быуатта Хөрәсәндә Нишапур заһитлыҡ-мистик тәриҡәт сиктәрендә барлыҡҡа килгән.
Нишапур Оло Хөрәсәндең төп дүрт ҡалаһының береһе булған һәм ике төп юл сатында урынлашҡан.
Бағдадтан алыҫ урынлашҡанға күрә, башта мәләмәтилеккә суфыйлыҡ практикаһы һәм фекеренең йоғонтоһо бик аҙ була.
Мәләмәтилек мистик хәрәкәте, суфыйлыҡтан бойондороҡһоҙ үҫешеп, Бағдади һәм Хөрәсәни мистик тәриҡәте берләшкәнсе үҫешә. Унынсы быуат аҙағында суфый әҙәбиәтенең һәм Бағдад статусының үҫеше менән бәйле, суфыйлыҡ бөтә мосолман мистиктары өсөн дөйөм терминға әүерелә[1]
Мәләмәтилек атамаһы яйлап юҡҡа сыға, сөнки «суфый» термины йышыраҡ ҡулланыла, әммә мәләмәтиҙәрҙең үҙ практикаһы һәм идеологияһы була. Ысынлап та, ҡайһы бер сығанаҡтар мәләмәтилек юлы суфыйлыҡтан бөтөнләй айырыла һәм был ике фекер мәктәбе бер-береһенә ҡапма-ҡаршы тип раҫлай.[2]. Мәләмәтилекте тәнҡитләүсе ислам белгестәре, хатта был тәриҡәт тулыһынса мосолман түгел, тип тә белдерә[3]
Мәләмәтилек хәрәкәте кешегә күрһәтеүгә ҡоролған диндарлыҡҡа, тышҡы йолаларҙы артығы менән үтәүгә ҡаршы йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта мәләмәтилек эйәрсендәре ғәйепле тип һанарлыҡ ғәмәлдәрҙе аңлы рәүештә башҡаралар. Икенсе төрлө әйткәндә, мәләмәтилек эйәрсендәре «баштарын иҫәргә һалып», тәнҡитләрлек итеп ҡыланалар (юродство).
Мәләмәтилектең һуңғы тәғлимәте йоғонтоһонда ҡәләндарлыҡ хәрәкәте барлыҡҡа килә.
![]() |
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |