Мәләүез районы

Мәләүез районы
Мәләүез районы
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Мәләүез
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 88 549 кеше (2010)[1]
Майҙан 3234 км²
Почта индексы 4538ХХ
Рәсми сайт admmeleuz.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34764
Карта
 Мәләүез районы Викимилектә

Мәләүез районы (рус. Мелеузовский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Мәләүез ҡалаһы. Районда 26948 кеше йәшәй.

Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан. 1930 йылдың авгусында ойошторолған. Районда 85 ауыл. Йәшәүселәр һаны буйынса уларҙың иң ҙурҙары: Ергән (5,1 мең кеше), Воскресенк (2 мең), Нөгөш (1989 — 1,4 мең), Нордовка (1,0 мең), Корнеевка (0,9 мең кеше). Ауыл халҡының күпселеген башҡорттар, урыҫтар, татарҙар тәшкил итә.


Район территоряһының көнбайыш өлөшө көньяҡ сите менән Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына күскән Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, ә көнсығыш өлөшө — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы башланған һырттарҙа ята. Гидрографик селтәре Ағиҙел йылғаһы һәм уның Нөгөш, Һуҡайлы, Ашҡаҙар, Мәләүез ҡушылдыктары менән билдәләнә.

Климаты ҡоро. Йыуылған типик ҡара, ҡара-һоро урман тупраҡтары киң таралған. Ер аҫтында нефть (Введеновка, Волостновка, Грачи, Озерки, Тирәкле, Столяровка, Төньяҡ Ергән, Иҫке Казанковка), балсыҡ (Ҡаран), ҡомло балсыҡ (Самойловка, Ужа), ҡом (Корнеевка), эзбизташ (Гремячин), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ергән, Мәләүез, Таулы, Ташлыкүл, Юпитер, Самаровка), агрономик руда (Ивановка) һ.б. ятҡ-ҡтар бар. Район территорияһында “Башҡортостан” милли паркы, тәбиғәт ҡомартҡылары (карст-спелеологик ҡом. — Ҡотоҡ төбәге, Күперле тәбиғи карст күпере, Кочкарь заказнигы — һирәк осрай торған йәнлектәрҙең йәшәү урыны, Ромадановка йырыны — аҡ балсыҡ һәм олигоцен флоралы сидерит) бар.

Мәләүез районы биләмәһендә үткән быуаттарҙа Юрматы, Тамьян, Сәнкем-Ҡыпсаҡ, Бошман-Ҡыпсаҡ волостары башҡорттары аҫабалар хоҡуғында йәшәй. Һуңынан һәр береһе даими йәшәү урынына әйләнгән ауылдарға нигеҙ һала. Ауылдар, башлыса, 16-сы быуат урталарында барлыҡҡа килә. Уларҙың исемдәре лә йыш үҙгәреп тора. Хатта ҡайһы берҙәре губерна картаһынан төшөп ҡалған саҡтар ҙа була. Улар урынына яңы ауылдар нигеҙләнә. Юрматы волосына ҡараған ауылдар Аҙнай түбәһенә инә. 19-сы быуаттың беренсе яртыһында улар, 7-се башҡорт кантонына ҡарап, 17-се йортҡа берләшә[5].

Мәләүез һүҙенең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 44 070 [6][7]
1959 57 968 [8][7]
1970 63 821 [9][7]
1979 30 281 [10][7]
1989 26 509 [11][7]
Йыл Халыҡ һаны
2002 26 723 [12][7]
2008 88 735 [13]
2009 88 498 [14]
2010 88 549 [1]
2012 87 150 [15]
Йыл Халыҡ һаны
2013 86 577 [16]
2014 85 714 [17]
2015 85 238 [18]
2016 84 784 [19]
2017 84 042 [20]
Йыл Халыҡ һаны
2018 83 202 [21]
2019 82 000 [22]
2021 81 876 [23]

Мәләүз районы — сәнәғәт-ауыл хужалығы йүнәлешендәге район. Эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан. Нефть ятҡылыҡтары “Ишембайнефть” НГДУ-һы, ҡом, балсыҡ, ҡомло балсыҡ, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ятҡылыҡтары Мәләүез, Салауат ҡалаларының төҙөлөш материалдары предприятиелары һәм төҙөлөш ойошмалары тарафынан файҙаланыла.

Воскресенкала үҙағас әҙерләнә һәм эшкәртелә. Ауыл хужалығы ерҙәре 173,8 мең га майҙанды биләй, шул иҫәптән 116,0 мең — һөрөнтө ерҙәр, 14,5 мең — бесәнлектәр, 43,1 мең — көтөүлектәр. Иген культураларынан тыш күпләп шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм картуф үҫтерелә. Малсылыҡ — һөт-ит йүнәлешендәге мөгөҙлө эре мал үрсетеүҙән, сусҡасылыҡтан, һарыҡсылыҡтан тора. Районда мал һимертеү буйынса хужалыҡ-ара комплекс, “Ужа” емеш-еләк совхозы, инкубатор ҡошсолоҡ станцияһы, элеватор эшләй.

Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда 58 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 14 урта, 30 дөйөм китапхана, 50 клуб учреждениеһы, Воскресенка картиналар галереяһы (М.В.Нестеров ис. Худ. музейының филиалы), 2 участка дауаханаһы, “Нөгөш” туристик-экскурсия комплексы, Ағиҙел йылғаһы ярындағы «Дуҫлыҡ» турбазаһы бар. Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Путь Октября», «Көнгәк» гәзиттәре сыға.

Ауыл биләмәләре һәм ауылдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
80 241 Мәләүез районы '
80 241 802 000 Әбет ауыл Советы
80 241 802 001 Боһорман
80 241 802 002 Әбет
80 241 802 003 Ерек
80 241 802 004 Ҡотлобулат
80 241 802 005 Түбәнге Таш
80 241 802 007 Восточный
80 241 802 008 Эткөсөк
80 241 805 000 Александровка ауыл Советы
80 241 805 001 Александровка
80 241 805 002 Андреев
80 241 805 003 Петров
80 241 805 004 Хлебодаровка
80 241 810 000 Аптраҡ ауыл советы
80 241 810 001 Аптраҡ
80 241 810 002 Апас
80 241 810 003 Муллағол
80 241 810 004 Сурағол
80 241 810 005 Томансы
80 241 810 006 Хәсән
80 241 815 000 Арыҫлан ауыл Советы
80 241 815 001 Смаҡ
80 241 815 002 Арыҫлан
80 241 815 004 Исламғол
80 241 815 005 Бәләкәй Шәрип
80 241 815 006 Яҡты Күл
80 241 815 007 Яңауыл
80 241 815 008 Береговка
80 241 815 009 Красногорка
80 241 822 000 Воскресенский ауыл советы
80 241 822 001 Воскресенск
80 241 822 002 Ҡусҡар
80 241 822 003 Ҡыҙылъяр
80 241 830 000 Ергән ауыл Советы
80 241 830 001 Ергән
80 241 830 002 Тирәкле
80 241 830 003 Үрге Юлдаш
80 241 830 004 Климовка
80 241 830 005 Нурдәүләт
80 241 830 006 Һабаш
80 241 830 007 Семёновка
80 241 830 008 Столяровка
80 241 830 009 Йомаҡ
80 241 835 000 Денис ауыл Советы
80 241 835 001 Богородский
80 241 835 002 Михайловка
80 241 835 003 Яңы Казанковка
80 241 835 004 Петропавловка
80 241 835 005 Сәйет
[[Иштуған ауыл Советы (Мәләүез районы) Иштуған ауыл Советы]]
80 241 845 001 Иштуған
80 241 845 003 Берёзовка
80 241 845 006 Һирәт
80 241 845 007 Һыртлан
80 241 850 000 Мәләүез ауыл советы
80 241 850 001 Ҡаран
80 241 850 002 Айтуған
80 241 850 003 Кузьминский
80 241 850 004 Ҡотош
80 241 850 005 Бәләкәй Моҡас
80 241 850 006 Рассвет
80 241 850 007 Ҡаран разъезы
80 241 850 010 Тамъян
80 241 850 011 Ташлыкүл
80 241 850 016 Сарлаҡ
80 241 855 000 Нордовка ауыл Советы
80 241 855 001 Нордовка
80 241 855 002 Варварино
80 241 855 003 Дмитриевка (Нордовка ауыл советы)
80 241 855 004 Яңы Троевка}}
80 241 860 000 Нөгөш ауыл Советы
80 241 860 001 Нөгөш
80 241 860 002 Кәшәле
80 241 860 003 Һәргәй
80 241 865 000 Партизан ауыл Советы
80 241 865 001 Дарьино
80 241 865 003 Һамар
80 241 865 004 Иҫке Казанковка
80 241 865 006 Романовка
80 241 865 007 Троицкий
80 241 865 008 Васильевка
80 241 865 009 Ивановка
80 241 870 000 Первомайский ауыл советы
80 241 870 001 Беренсе май
80 241 870 002 Бельский
80 241 870 004 Дмитриевка (Первомайский ауыл советы)
80 241 870 005 Ҡыҙрай
80 241 870 006 Һамар-Ивановка
80 241 870 007 Самойловка
80 241 870 008 Иҫке Муса
80 241 870 009 Түләк
80 241 870 010 Ужа
80 241 875 000 Сарышевский ауыл Советы
80 241 875 001 Һарыш
80 241 875 003 Аҡназар
80 241 875 008 Мотай
80 241 880 000 Корнеевка ауыл Советы
80 241 880 001 Корнеевка
80 241 880 002 Даниловка
80 241 880 003 Дәүләтҡол
80 241 880 004 Яңы Слободка
80 241 880 005 Покровка
80 241 880 006 Ромадановка
80 241 880 007 Сухаревка
80 241 880 008 Таулы
80 241 880 009 Тихоновка
80 241 885 000 Шевченко ауыл советы
80 241 885 001 Антоновка
80 241 885 002 Конаревка
80 241 885 003 Озерки
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Кочетков Степан Михайлович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 11 август 2018)
  3. Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан»: Муратшин Амран Мигранович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2018)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Серёгин Иван Тимофеевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2018)
  5. Юлдашев Мулланур. Йомаҡ ауылының микротопонимикаһы. "Көнгәк" гәзите (Мәләүез районы). 16.12.2003. 145-се һан.
  6. перепись населения СССР 1939 года
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  8. перепись населения СССР 1959 года
  9. перепись населения СССР 1970 года
  10. перепись населения СССР 1979 года
  11. перепись населения СССР 1989 года
  12. Всероссийская перепись населения 2002 года
  13. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  14. Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  17. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  21. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  22. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  23. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)