Мәсимов Кәрим Кажимкан улы[5] (ҡаҙ. Кәрім Қажымқанұлы Мәсімов, уйғ. ماسسىموف كەرىم كازىمكانوۋىچ, 15 июнь 1965 йыл) — Ҡаҙағстан дәүләт эшмәкәре, юрист. 2016 йылдың 8 сентябренән — Ҡаҙағстан Республикаһының Милли именлек комитеты рәйесе[6].
Ике тапҡыр Ҡаҙағстан Респуликаһы премьер-министры (2007—2012, 2014—2016 йылдар), Ҡаҙағстан президенты хакимиәте етәксеһе (2012—2014), милли именлек генерал-лейтенанты[7]
1965 йылдың 15 июнендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Целиноград ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса уйғыр. Уның атаһы Кажимкан Ҡасим улы Мәсимов төрлө идара итеү вазифаларын биләй (атап әйткәндә, Бурундай стена материалдары етештереү берекмәһе директоры, Ҡаҙаҡ ССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Баш яғыулыҡ тәьминәте начальнигы урынбаҫары[8], «Масимов сәләмәтләндереү үҙәге» директоры, бынан тыш, «Ҡаҙағстандың милли агросәнәғәт палатаһы» һәм Ҡаҙағстандың йога ассоциацияһы йәмәғәт ойошмаларында президент була[9]. Әсәһе — Элеонора Кәрим ҡыҙы Ажибекова[10].
1982 йылда Алма-Ата ҡалаһында Республика физика-математика мәктәп-интернатын тамамлай.
1985—1988 йылдарҙа Патрис Лумумба исемендәге Халыҡтар дуҫлығы университетын (ғәрәп теле), һуңынан Т. Рыскулов исемендәге Ҡаҙаҡ иҡтисад университетын, Ҡаҙаҡ дәүләт идара итеү академияһын тамамлаған.
1988—1989 йылдарҙа Пекин тел институтында ҡытай телен өйрәнә, Ухань юридик университетында (1989—1991) һәм Колумбия университетында (АҠШ) стажировка үтә. 1998 йылда — Ҡаҙаҡ дәүләт университеты аспирантураһын, 1999 йылда Мәскәү дәүләт технология академияһы докторантураһын тамамлаған, шул уҡ йылда ул «Ҡаҙағстан Республикаһы сәнәғәтен формалаштырыу проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары (теория һәм практика)» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1991 йылда Ҡаҙағстандың Хеҙмәт министрлығы бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1992—1995 йылдарҙа Ҡытайҙа һәм Гонконгта Ҡаҙағстан коммерция структураларында эшләй. 1995—1997 йылдарҙа — «Алматы сауҙа-финанс банкы» идараһы рәйесе.
1996 йылда — «Туранбанк» идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы. 1997—2000 йылдарҙа «Ҡаҙағстандың халыҡ һаҡлыҡ банкы» идараһы рәйесе.
2000—2001 йылдарҙа Ҡаҙағстандың транспорт һәм коммуникациялар министры вазифаһын биләй. 2001—2003 йылдарҙа Ҡаҙағстандың Премьер-министры урынбаҫары. 2003—2006 йылдарҙа Ҡаҙағстан Президенты ярҙамсыһы. 2006—2007 йылдарҙа Ҡаҙағстан Премьер-министры урынбаҫары (2006 йылдың апреленән октябргә тиклем бер үк ваҡытта иҡтисад һәм бюджет планлаштырыу министры була) була.
2007—2012 йылдарҙа — Ҡаҙағстандың Премьер-министры. 2012—2014 йылдарҙа Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты хакимиәте етәксеһе. 2014 йылдың 21 ғинуарынан — Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт секретары вазифаһын башҡарыусы.
2014 йылдың 2 апреленән Ҡаҙағстандың Премьер-министры[11]. 2015 йылдың 26 апрелендә ваҡытынан алда президент һайлауҙарын үткәргәндән һуң, 29 апрелдә йәнә Ҡаҙағстан Республикаһы Премьер-министры итеп тәғәйенләнә.[12]
2016 йылдың 8 сентябренән — Ҡаҙағстан Республикаһының Милли именлек комитеты рәйесе.[13]
Халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса белгес, иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы. Уйғыр, ҡаҙаҡ, рус, инглиз, ҡытай һәм ғәрәп телдәрен белә.
Кәрим Мәсимов спорт менән әүҙем мауыға: тау һәм йүегреү саңғыһы, ҡаяға үрмәләү, альпинизм һәм гольф менән мауыға. Ул спорт федерацияларының почетлы ағзаһы булараҡ, Ҡаҙағстанда тай боксы йәки муай тай үҫешенә булышлыҡ итә. Кәрим Мәсимов — Ҡаҙағстан Республикаһының тай боксы федерацияһы президенты, Бөтә донъя муай тай ассоциацияһы вице-президенты (WMC), Азия муай тай федерацияһы президенты (FAMA)[14], Халыҡ-ара муай-тай федерацияһы вице-президенты (IFMA)[15], Ҡаҙағстан милли география йәмғиәтенең Попечителлек советы рәйесе[16].
Мәсимов тормош иптәше Диләрәм Азат ҡыҙы Мәсимоваға (Машурова) өйләнгән, өс бала тәрбиәләй.