Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты

Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты
Нигеҙләү датаһы 1952
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Адрес Россия, Москва, МГУ имени М. В. Ломоносова, ул. Моховая
Рәсми сайт journ.msu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели факультета журналистики МГУ[d]
Карта
 Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты Викимилектә

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының[1] журналистика факультеты— Мәскәү дәүләт университетының гуманитар факультеттарының береһе. Мәскәү үҙәгендәге Пашковтарҙың («Пашковтың икенсе йорто») ҡала усадьбаһынан Евграф Тюрин проекты буйынса 1830-сы йылдарҙа үҙгәртеп ҡоролған Манежға (Моховая урамы, 9-сы йорт) ҡаршы университеттың элекке аудитор корпусында урынлашҡан.

1952 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарары менән, 1947 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[2] һәм Мәскәү полиграфия институтының редакция-нәшриәт факультеты ҡарамағында асылған журналистика бүлеге базаһында булдырылған. Деканы — доцент Евгений Худяков. Факультетта түбәндәге кафедралар: тарих, совет матбуғатының теорияһы һәм практикаһы (1952 йылдан мөдире — Евгений Худяков), рус журналистикаһы һәм әҙәбәиәте тарихы (1952 йылдан мөдире — доцент Ефим Ухалов), редакция-нәшриәт эше (1953 йылдан мөдире — доцент Василий Вдовиченко, 1954 йылдан — доцент Александр Западов), рус теле стилистикаһы (1952 йылдан мөдире — профессор Константин Былинский)[3].

1955 йылда әҙәбиәт һәм сит ил матбуғаты һәм әҙәбиәте тарихы кафедраһы булдырыла, мөдире — доцент Ясен Засурский. 1957 йылда ойошторолған рус журналистикаһы һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире итеп Александр Западов тәғәйенләнә. 1958 йылда телевидение һәм радиотапшырыуҙар кафедраһы барлыҡҡа килә, мөдире — профессор Всеволод Ружников.

1962 йылда факультет беренсе тапҡыр етәкселәрен һайлауҙар үткәрелә, Евгений Худяков журналистика факультеты деканы итеп һайлана. 1963 йылдың аҙағында, һаулығы насарайыу сәбәпле, ул ректор Иван Петровскийға декан бурыстарынан азат итеү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итергә мәжбүр була[4].

1964 йылдан алып декан вазифаһын башҡарған Ясен Засурский 1965 йылда факультеттың деканы итеп һайлана. Был йылдарҙа факультетта доцент Василий Попов (гәзит эше һәм киң мәғлүмәт саралары кафедраһы мөдире), профессор Дитмар Розенталь (стилистика кафедраһы мөдире), профессор Элеонора Лазаревич, Ефим Лихтенштейн, Ольга Панкина, Александр Мишурис, профессор Энвер Багиров, Владимир Пельт эшләгән. 1966 йылдан «Вестник Московского университета. Серия „Журналистика“» журналы сығарыла башлай.

1968 йылдан факультетта тәүге тапҡыр журналистикаға бағышлау байрамы үткәрелә, һәм ул традицияға әйләнә.

Аҙаҡ матбуғат, радио һәм телевидение эшмәкәрлеген өйрәнеү лабораторияһы (1969), «Фотожурналистика» бүлеге (1973), халыҡ-ара бүлек (1975), әҙәби-нәфис һәм публицистик тәнҡит кафедраһы (1977), «Журналистика» һөнәре буйынса Рәсәй Федерацияһы дәүләт университеттарының уҡытыу-методик берекмәһе (1986), реклама һәм иҡтисади журналистика һәм реклама кафедраһы (1989), журналистика социологияһы кафедраһы (1990) булдырыла.

1970-се һәм 1980-се йылдарҙа факультетта донъя һәм рус әҙәбиәте белгестәре уҡыта. Уларҙың лекциялары мотлаҡ ҡул сабыуҙар менән тамамланып, конспекттар ҡулдан-ҡулға тапшырылған. Улар профессор Елизавета Кучборская, доцент Нинель Ванникова, доцент Евгения Привалова[5], профессор Эдуард Бабаев, профессор Владислав Ковалёв, профессор Галина Белаяҡ.

Факультет һөнәри берләшмәләр менән тығыҙ бәйләнештә була: илдең танылған журналистары студенттарға спецкурстар уҡый, ижади конкурс этабында инеш мтихандар үткәреүҙә ҡатнашҡан, студенттар өсөн «ҡунаҡ» лекциялар уҡыған. Тиҫтәләгән һәләтле публицистар әҙерләгән Владимир Шахиджаняндың спецкурсы һәм Йәш журналистар мәктәбе (ШЮЖ) журфактың легендәһына әүерелә. Телевидение бүлеге профессоры Сергей Муратов студенттар араһында һис шикһеҙ әхлаҡи һәм һөнәри абруй ҡаҙана.

1990-сы йылдар уртаһында факультетта халыҡ-ара үҙәктәр әүҙем үҫешә, унда студенттар башҡа илдәрҙең телен, киң мәғлүмәт саралары һәм мәҙәниәте өйрәнә. Беренсе булып Германия матбуғаты белгесе профессор Галина Вороненкованың Ирекле рәсәй-германия публицистика институты эшләй башлай (1994). Һуңынан Француз журналистика колледжы (1994), Фин-рәсәй журналистика, киң коммуникациялар һәм мәҙәниәт тикшеренеү Үҙәге (1996) асыла, директоры — доцент Елена Вартанова).

Факультеттың Атриумы 1830-се йылдарҙағы декорҙы һаҡлаған

Факультет составында 15 кафедра эшләй. Журналистика факультетында күнекмә теле — һәм радиостудиялар, типография эшләй. Медиакультура һәм коммуникация лабораторияһы бар.

Мәскәү дәүләт университетында журналистарҙы уҡытыу университет белеменең нигеҙ принциптарына таянып башҡарыла. Уҡыу-уҡытыу планы бер нисә төп циклдан тора: ижтимағи-сәйәси һәм филология фәндәре дисциплиналары, шулай уҡ һөнәри дисциплиналар. Ижтимағи-сәйәси дисциплиналар сиктәрендә студенттар ватан һәм сит ил тарихын, иҡтисад теорияһы нигеҙҙәрен, фәлсәфәүи фекер, социаль психология, эстетика һәм дин курстарын өйрәнә. Журналист белеме өсөн сағыштырмаса мөһим роль уйнаған филологик нигеҙ рус һәм сит ил әҙәбиәтен, хәҙерге рус телен өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ уҡыу-уҡытыу планы ике сит ил телен өйрәнеүҙе күҙ уңында тота.

Профессиональ журналистар әҙерләүҙә һөнәргә өйрәнеү дисциплиналары әйҙәүсе йүнәлеш биләй. Лекциялар һәм практик дәрестәр, студенттар теорияны ла, журналистика практикаһын һәм күмәк кешенең башҡа аралашыу төрҙәрен өйрәнһен һәм киң мәғлүмәт саралары эшенең практик күнекмәләрен алһын, тигән маҡсат менән төҙөлгән. Студенттар журналисттың һәм ижади эшмәкәрлегенең технологияларын һәм ысулдарын метод, мөхәррирләү менеджментын һәм медиаиҡтисадты өйрәнәләр, журналист текстарын әҙерләү күнекмәләрен ала. Уҡыу барышында башта студенттар «Журналист» уҡыу гәзитендә практика үтә , аҙаҡ — гәзит, радио һәм телевидение, онлайн-киң мәғлүмәт сараларында[6] күнегә.

1980 йылдың 21 декабрендә, хәтер көнө Джон Леннондың хәтер көнөндә журналистика факультетының халыҡ-ара бүлегенең бер нисә студенты Ленин тауҙарында рөхсәт алынмаған санкцияланмаған митингыла ҡатнаша, был тәртибе өсөн улар ҡулға алына һәм КПЗ-ла бер нисә сәғәт тотола[7]. Студенттарҙың береһе (Андрей Марчик), митингыла сығыш яһап, Ленин тауҙарын «Леннон» тауҙары тип атау тәҡдимен әйтә.

1988 йылдың йәйендә Михаил Сусловҡа арналып, 1982 йылдың 19 ноябрендә асылған[8] бинаның факультетҡа ингән урынының һул яғында урынлаштырылған алтынлатылған аҡ мемориаль таҡтаташ ҡара менән бысратыла. Күпмелер ваҡыт үткәс, 1989 йылдың февралендә, таҡта алына[9].

2010 йылдың ноябрендә факультет бинаһы фасадына «Кем Кашинды туҡмаған?» тип яҙылған ҡара плакат эленә. Бының өсөн яуаплылыҡты «Башҡа төрлө журфак» тип аталған студенттар төркөмө үҙ өҫтөнә ала[10].

2011 йылдың октябрендә факультетта Рәсәй президенты Дмитрий Медведев студенттар һәм йәштәр хәрәкәте активистары менән осраша. Шаһиттар раҫлауынса, журналистика факультетының ысын студенттарынан унда 10 кеше, ҡалғандары — «Беҙҙекеләр», «Йәш гвардия» һ. б. хәрәкәттәр активистары була. Шуның менән бергә, факультет студенттары (атап әйткәндә, Вера Кичанова) президентҡа яҡын барырға тырыша, ләкин ҡулға алына. Осрашыуға фәҡәт алдан һөйләшелгән исемлектәр буйынса ғына индерәләр, һорауҙар алдан килешелгән була. Студенттар һәм элек тамамлаусылар МДУ ректоры Виктор Садовничийға, журналистика факультеты «партия лидерҙарының береһе һәм уның „ярамһаҡтарының“ һайлау алды осрашыуы майҙансығы булараҡ файҙаланылды» тигән ризаһыҙлығын белдереп, «Дмитрий Медведевтың ғәфү үтенеүен һәм шуға оҡшаш ситуацияның башҡа ҡабатланмауын гарантиялауҙы» тәҡдим итеп, мөрәэәғәт итә[11].

Журналистика факультетында осрашыуының кире тәьҫораттарын төҙәтеү маҡсатында, 2012 йылдың ғинуарында президент фәҡәт студенттар ғына саҡырылған яңы осрашыу үткәрҙә. Дмитрий Медведев ике сәғәт самаһы киҫкен һорауҙарға яуап бирә. Атап әйткәндә, осрашыуҙа ҡатнашыусы бер студенттың, әгәр Рәсәйҙә революция була ҡалһа, ул үҙенең ғәмәлдәре өсөн суд уны үлем язаһынан ҡурҡмаймы, тигән һорауына Дмитрий Медведев «бер нәмәнән дә ҡурҡмайым» һәм «үҙ идеалдарым өсөн үлергә лә әҙермен» тип яуап ҡайтара[12].

Факультет етәкселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Декан — профессор Елена Вартанова
  • Президент — профессор Ясен Засурский
Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты бинаһы — элекке Аудитор корпусы

Журналистика факультетында 15 кафедра:

  • ваҡытлы матбуғат
  • телевидение һәм радиотапшырыуҙар
  • фотожурналистика һәм киң мәғлүмәт саралары технологиялары
  • киң мәғлүмәт саралары теорияһы һәм иҡтисады
  • яңы медиа һәм коммуникация теорияһы
  • реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш
  • киң коммуникациялар социологияһы
  • рус теле стилистикаһы
  • мөхәррирләү теорияһы һәм методикаһы
  • медиалингвистика
  • сит ил журналистикаһы һәм әҙәбиәте
  • рус әҙәбиәте һәм журналистикаһы тарихы
  • ватан киң мәғлүмәт саралары тарихы һәм уларҙы хоҡуҡи көйләү
  • әҙәби-нәфис һәм публицистик тәнҡит
  • Журналистика һәм киң коммуникациялар буйынса uNESCO кафедраһы

Факультетта ватан һәм сит ил журналистикаһы тикшеренеү үҙәге эшләй:

  • Журналистика һәм мәҙәниәтте өйрәнеүҙең ибероамерика үҙәге
  • Журналистиканың франция-рәсәй үҙәге
  • Ирекле рәсәй-германия публицистика институты
  • «НордМедиа» Финляндия һәм Скандинавия киң мәғлүмәт сараларын өйрәнеү үҙәге
  • Рәсәй-япон киң мәғлүмәт саралары һәм мәҙәниәт өйрәнеү үҙәге
  • Италия-рәсәй киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт һәм коммуникациялар өйрәнеү үҙәге
  • Британия журналистика һәм киң мәғлүмәт саралары үҙәге
  • Рәсәй-һинд киң мәғлүмәт саралары үҙәге
  • Журналистика, киң коммуникациялар һәм мәҙәниәт буйынса рәсәй-ҡытай тикшеренеүҙәр үҙәге
  • Киң мәғлүмәт саралары һәм коммуникацияларҙың гендер тикшеренеүҙәр үҙәге
  • Медиапсихология үҙәге
  1. Факультет журналистики МГУ
  2. История факультета//Официальный сайт журфака МГУ
  3. История факультета журналистики Московского государственного университета им. М. В. Ломоносова — М., 2007 — С. 23
  4. Кузнецов И. Наш первый декан // Полвека на Моховой. — М.: Наука, 1997 — С.29
  5. Привалова Евгения Антоновна, преподаватель курса История американской журналистики XVIII - 40-е гг. XX в.
  6. Факультет журналистики МГУ — Учебный процесс(недоступная ссылка)
  7. Ленноновский митинг на Ленинских горах, разогнанный милицией. diletant.media. Дата обращения: 10 декабрь 2019.
  8. Рождённые 21 ноября («Эхо Москвы»)
  9. Михаил Суслов на сайте организации «РУСИЧИ-ЦЕНТР» 2020 йыл 7 июль архивланған.
  10. «Поддержим Олега Кашина!» — Новости общества и общественной жизни МК
  11. Иванов М. На журфак со второй попытки // «Коммерсант» № 199, 24 октября 2011.
  12. Ъ-Новости — Медведев встречается со студентами журфака МГУ