Мәсғүди | |
ғәр. المسعودي | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | 896 |
Тыуған урыны | Бағдад |
Вафат булған көнө | 956[1][2] |
Вафат булған урыны | Ҡаһирә |
Туған тел | Ғәрәп теле |
Һөнәр төрө | географ, тарихсы, яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | тарих һәм география |
Кемдә уҡыған | Нифтавайх[d] |
Эра | Исламдың алтын быуаты |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Кунья | Abu al-Hasan[d] |
Мәсғүди Викимилектә |
Әбү-л Хәсән Али ибн әл-Хөсәйен әл-Мәсғүди (ғәр. أبو الحسن ، علي بن الحسين المسعودي, яҡынса 896, Бағдад — сентябрь 956[3], Фустат, хәҙерге Ҡаһирә) — ғәрәп тарихсыһы, географы һәм сәйәхәтсеһе. Тарҡау тарихи һәм географик күҙәтеүҙәрҙе энциклопедик характерҙағы масштаблы хеҙмәткә берләштереүсе беренсе ғәрәп авторы булараҡ, «ғәрәп Геродоты» ҡушаматы ала. Ибн Хәлдүн уны бөтә тарихсыларҙың «имамы» (башлығы) тип атай.
Әл-Мәсғүди тормошо тураһында мәғлүмәт һаҡланмаған тиерлек. Уның үҙенең әҫәрҙәренән Әл-Масуди Бағдадта тыуған тип һығымта яһарға мөмкин. Сығышы менән Мөхәммәт пәйғәмбәр сәхәбәләре — Абдуллах ибн Масуд нәҫелдәре ырыуынан. Күп йылдар сәйәхәт иткәндән һуң, Дамаскта төпләнә, әммә ике йылдан һуң уҡ Фустатҡа күсә, унда «Күҙәтеү һәм күрһәтмәләр китабын» яҙа.
Әл-Мәсғүди үҙенең сәйәхәттәре ваҡытында Ғәббәсиҙәр хәлифәтенең төрлө провинцияларында, Һиндостанда, Ҡафтауҙа, Каспий диңгеҙенә яҡын ятҡан төбәктәрҙә, Сүриәлә, Ғәрәбстанда һәм Мысырҙа була. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, әл-Мәсғүди шулай уҡ Ҡытайға, Занзибарға, Шри-Ланка утрауҙарына һәм хатта Мадагаскарға барып сыҡҡан булыуы мөмкин. Әл-Мәсғүди шулай уҡ үҙенең хеҙмәттәрендә Боронғо урыҫ дәүләтен һәм Хазар ҡағанатын телгә ала, һәм уның хеҙмәттәре был илдәрҙең тарихы буйынса мөһим тарихи сығанаҡ булып тора.
Сығанаҡтарҙа әл-Мәсғүдиҙең егерменән кәм булмаған хеҙмәте телгә алына, шул иҫәптән ағыуҙар тураһында китабы. Уларҙың кәм тигәндә етәүһе тарих һәм география буйынса мәғлүмәттәргә ҡағылышлы. Уның 30 томлыҡ magnum opus — «Заман хәбәрҙәре» («Ахбар-әз-заман»), уға ҡушымта — «Урта китабы» («Китаб әл-аусат») кеүек үк, юғалған. "Заман хәбәрҙәре"нең хикмәтле Мурудж аззахаб ва ма’адин ал-джавахир («Алтын карьеры һәм аҫыл таштар сәсмәләре», иҫкергән тәржемә вариантында «Алтын туғай») исемле ҡыҫҡартылған яҙмаһы һаҡланған. «Муруж әз-зәхәб үә мәҙин әл-жәүһәр» («Алтын йыуыу һәм аҫыл таштар рудниктары») тигән әҫәрендә Ҡара диңгеҙ («Кейтас диңгеҙҙәре») буйы ярҙарында йәшәгән халыҡтар араһынан башҡорттарҙы («баджгард» исеме менән) телгә ала[4].
Үлер алдынан Әл-Мәсғүди беҙҙең көндәргә килеп еткән икенсе әҫәрен — Китаб ат-танбих ва-л-ишраф ("Күҙәтеү һәм күрһәтмәләр китабы"н) тамамлаған, унда быға тиклем яҙылған мәғлүмәттәрҙе төҙәтә һәм асыҡлыҡ индерә.
«Алтын карьеры» 132 бүлектән тора.
Әл-Мәсғүдиҙең ике әҫәре лә йыш ҡына антик авторҙарҙан алынған мөһим тарихи ентеклектәре менән, шулай уҡ фантастик легендалар һәм риүәйәттәрҙе «Мең дә бер кисә» әкиәтенә яҡын новелла рәүешендә һүрәтләүе менән айырылып тора, һәм бәлки, был компиляция сығанаҡтарының береһе булып торалыр. Башҡа урта быуат географтары кеүек, Әл-Мәсғүди сауҙагәрҙәрҙән һәм сәйәхәтселәрҙән ишеткән алыҫ илдәр тураһындағы хикәйәләрҙе тәнҡитһеҙ ҡабатлай.
Мәсғүди Викикитапханала | |
Мәсғүди Викимилектә |