Мәхмәт II

Мәхмәт II
ғосман. فاتح سُلطان محمد
 
Дине: Ислам
Тыуған: 30 март 1432
Әдирнә, Ғосман империяһы
Үлгән: 3 май 1481[1][2][3] (49 йәш)
Гәбзә, Ҡожаэли, Төркиә
Ерләнгән: Фәтих мәсете
Династия: Ғосмандар[d]
Атаһы: Мурад II
Әсәһе: Хюма-хатун[d]
Супруг: Эмине Гюльбахар-хатун[d], Гиульшах Хатун[d], Ситти Мюкриме Хатун[d], Чичек Хатун[d] һәм Елена Палеолог[d]
Балалары: Баязид II[d]
Джем[d]
Гәүһәр-хатун
Шехзаде Мустафа (сын Мехмеда II)[d]
 
Автограф:
Туғраһы: Туғраһы

Яулап алыусы Мәхмәт II (Фәтих) (ғосм.محمد ثانى‎ Mehmed-i sânî, محمد الفاتح‎ Mehmed ül-Fâtih, төр.İkinci Mehmet, Fatih Sultan Mehmet), шулай уҡ Мәхмәт әл-Фәтих, Бөйөк Мөхәммәт, Яулап алыусы Мөхәммәт (30 март 1432 йыл — 3 май 1481 йыл) — 1444—1446 һәм 1451—1481 йылдарҙа Ғосман империяһы солтаны. Алты йәшенән Манисала идарасы була. 1453 йылдың майында Мәхмәт II ҡулы аҫтындағы ғәскәрҙәр Константинополде ала. Балҡан һуғыштары барышында Сербияны, Герцеговинаны, Албанияны һ. б. яулай. 1467 йылда Мәхмәт II Ҡараман ырыуынан мәмлүк хакимдары — Аҡ Ҡуйлылар — Мәмлүк биләмәләренә яҡынлаша. 1479 йылда Мәхмәт II Албанияның ҙур территорияһына хужа булып торған венециандарға ҡаршы яу менән бара. Мәхмәт II Шкодер (Ишкодра) һәм Круя (Акчахисар) ҡәлғәләрен ҡамай, бынан һуң венециандар солох тәҡдим итә.

Мәхмәт II 1432 йылдың 30 мартында Әдирнәлә тыуа. Морат II менән кәнизәге Хөмә хатундың (ул сығышы менән грек ҡыҙы булған тигән фараз бар) дүртенсе улы була.[4]

Алты йәше тулғас, баланы Манисаға етәкселек итергә оҙаталар, ул унда 1944 йылдың авгусына тиклем була. 

1444 йылдың 22 июнендә поляктар һәм сербтар һуғыш аса, ошо йылдың декабрендә Мәхмәт II уларҙы Варна эргәһендәге алышта еңә. Ул, атаһының урынын биләп, тәхеткә ултыра. 

1446 йылда атаһы Морат II бер нисә мең кешенән торған ғәскәре менән Румелияға барып инә, Яндарлы Хәлил пашаның булышлығы менән ҡабат тәхетен ҡайтарып ала.  

Мәхмәт II яҡындары менән бергә  Манисаға ҡайта.  Хәҙер инде ул остазы ҡушҡанға түгел, ә үҙ ихтыяры менән белемен арттырыу өҫтөндә эшләй башлай. Метафизика менән ҡыҙыҡһына. 

Атаһының бойороғо буйынса 1448—1450 йылдарҙа Албания экспедицияһында ҡатнаша. Морат II вафат булырҙан 15 көн элек ул Әдирнәгә ҡайта һәм ҡабат тәхеткә ултыра.  

Башҡа дошмандары ла йоҡлап ятмай. Анатолияны алыу теләге менән янған Ҡарамандар кенәзлеге Сәйҙәшәһәр менән Аҡшәһәрҙе ҡамауға ала. Ә көнбайышта Морат II-нең вафатынан һуң тыуған яғына  ҡайтып киткән йәш бисәһе Мара солтандың сығымдарын ҡаплатыу һылтауы менән сербтар бер нисә ҡәлғәгә хужа була. 

Мәхмәт II үҙе империя тирәһендәге ваҡиғаларҙы бер килке тыныс ҡына күҙәтә. 1451 йыл эсендә венгрҙар һәм венециандар менән ҡыҫҡа мөҙҙәтле килешеүҙәр төҙөлә. Был һәлкәүлек һәм баҙнатһыҙлыҡ дошмандарына ҡыйыулыҡ өҫтәй. Тиҙҙән Венеция менән уның союздаштарының берләшкән диңгеҙ көстәре Дарданелл боғаҙына килеп инә.

Константинополде ҡамау һәм яулау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәхмәт II-нең Константинополгә инеүе. Жан-Жозеф Бенжамен-Констан картинаһы (1876).

Ҡаланы обороналау унда йәшәгән һәм сауҙа менән шөғөлләнгән латиндар иңенә төшә. 1453 йылдың 23 мартында  Мәхмәт II буласаҡ яуҙың планын төҙөй ҙә ғәскәре һәм артиллерияһы менән Әдирнәнән сыға. 

5 апрелдә Мәхмәт II  100 мең яугирле ғәскәрен Тупҡапҡа янында ятаҡҡа туҡтата.  Киләһе иртәлә ҙур пушканан ут астырып, атакаға әҙерләнә. 53  көнгә Константинополде ҡамау һәм уны яулап алыу тип донъя тарихына ингән алыш, ҡаланы яҡлаусы 9 мең кешенең фиҙакәрлегенә ҡарамаҫтан, ҡамаусыларҙың  еңеүе менән тамамлана. Константин XI, 28 майҙа София соборында һуңғы  молебенды үткәреп, аяуһыҙ һуғыша һәм алыш эсендә һәләк була. 

29 майҙа Константинополь алына һәм талауға тапшырыла. Солтан иң беренсе эше итеп «иҫән ҡалғандарҙың бөтәһенә лә азатлыҡ биреү» тураһында декрет сығара, ләкин ҡала халҡының күп өлөшө ғосман һалдаттары тарафынан үлтерелеп бөтә, күптәр ҡоллоҡҡа эләгә.  Ҡала Ғосман дәүләтенең баш ҡалаһы булып китә һәм  Константиниә, һуңынан Истанбул тип атала. Халыҡты тиҙ арала арттырыу өсөн Мәхмәт II яңы баш ҡалаға бөтә Аҡһарай ҡалаһында йәшәүселәрҙе күсерергә бойора. 

Мәхмәт II яңы баш ҡаланың мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлау өсөн етди саралар күрә:  дин әһелдәре, христиан сиркәүҙәре һәм миссиялар  етәкселәре менән бәйләнеш булдыра. Шуның менән бергә ул Заганос пашаға Галатаны алырға бойора. Бында ул яңы сауҙа районы асырға йыйына. 

Константинополь яуланғандан һуң,  венециандар һәм генуялылар Ғосман державаһы менән һөжүм итешмәү һәм ирекле сауҙа тураһында килешеүҙәр төҙөй. 

1454-1455 йылда ике барыуҙа Сербия алына. Серб деспоты йыл һайын яһаҡ түләү шарты менән Ғосман империяһының вассалына әүерелә. 1456 йылда Эгей диңгеҙендәге Тамоз, Имроз, Семендре һәм Лемнос утрауҙары ҡушыла. Ыңғайында Мәхмәт II Белградҡа бара. Ҡала диуары буйында венгр полководецы Янош Хуньядиҙың ғәскәре ғосман армияһын тармар итә һәм ошоноң менән төрөктәрҙең Венгрияға инеүен 70 йылға тотҡарлай.

1457 йылда Мәхмәт II грек ихтилалдарына ҡаршы көрәшә. Ошо уҡ ваҡытта венециандар менән килешеү боҙола, һөҙөмтәлә ул Патрас менән Коринфты ала һәм, уларҙы Теселье менән берләштереп, Аҡынжы Турхан Бей идараһына тапшыра. Ә Мореяға поход 1458 йылдың аҙағына тиклем дауам итә.

Рим Папаһы Каликст III мосолман халыҡтарын Ғосман империяһына ҡаршы берләштерергә тырыша, ләкин маҡсатына өлгәшеп өлгөрмәйенсә үлеп ҡала. Уның эшен Пий II дауам итә, тик ул эште христиан халыҡтары менән алып бара.

1458 йылда Мәхмәт II Сербияға Мәхмүт пашаны ебәрә, ул Решаваны, Куруджиҙы һәм Осировичты ала. 1460 йылда солтан Мореяға икенсе тапҡыр бара. Деспот Димитрий II Палеолог әсир төшә, ә уның туғаны Фома, императорлыҡ гербын Мәскәүҙең Бөйөк кенәзе Иван III-гә тапшырып, Италияға ҡаса.

Заганос пашаны яңы төҙөлгән Мория округы башлығы итеп ҡуйғас, Мәхмәт II Әдирнәгә ҡайта. Унда бер аҙ торғандан һуң Бурсаға китә. 1460 йылда генуялылар һәм Трапезунд империяһы түләгән яһаҡ менән риза булмайынса, Мәхмәт II тағы яуға сыға һәм Ҡара диңгеҙҙең көнбайыш ярындағы Амасраны ала.

Бынан һуң да еңеүҙәр дауам итә. Әсфәндиәруғылларҙан — Синоп, Понтостан Трапезунд тартып алына. Баҫып алынған территорияларҙың ерле халҡы Константинополгә күсерелә, ә бушап ҡалған ерҙәргә төрки крәҫтиәндәре күсереп ултыртыла.

1449 һәм 1451 йылдарҙа ғосман армиялары Скандерберг эргәһендә ҡыйратыла, ул 1461 йылда Мәхмәт тарафынан Албания хакимы итеп ҡуйыла.

1462 йылда Мәхмәт II Валахияға яу менән бара. Валахияның воеводаһы Влад III ҡул аҫтына эләккән төркиҙәрҙе аҫып тороуы менән билдәле була. Ул төрөк ғәскәрҙәренә ҡаршы «төнгө атака» иғлан итә, бының һөҙөмтәһендә төрөктәр тармар ителә һәм уларға сигенергә тура килә.

Бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Мәхмүт паша 1463 йылда Мораддала булған халыҡ болаларын баҫтыра һәм гректарҙың күбеһен Константинополгә ебәрә. Венгрия сигенә еткән Мәхмәт II ул тартып алған Ғосман империяһы ерҙәрен ҡайтарып ала, ә 1465 йылда Герцеговинаны яулай һәм империяһына ҡуша. Тынғыһыҙ Албанияға ҡабаттан 1466 йылда юллана. Был юлы стратегик ҡәлғәләр яулап алына.

Көнсығыш сәйәсәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡара диңгеҙ буйындағы колонияларын (Газария) юғалтҡан генуялылар Ҡырым ханлығы хакимы Хажи Гәрәй менән хәрби килешеү төҙөй, уға Литва менән Польша ҡушыла. 1466 йылда Ҡырым ханы Меңле I Гәрәй менән бергәләп улар Ғосман ерҙәренә һөжүм итмәк була. Бынан тыш, Ҡараманда хакимлыҡ иткән Тажетдин Ибраһим Мәхмәт II-не христиандарҙы яҡлашыуҙа ғәйепләй һәм Мәмлүк хакимы менән Мысырҙың мосолман общинаһы булышлығына иҫәп тота, тик маҡсатына өлгәшә алмай мәрхүм була. Мәхмәт II-нең улдары Исхаҡ менән Пир Әхмәт араһында бей титулы өсөн көрәш башлана. Мәхмәт II Пир Әхмәтте яҡлай һәм уны үҙенә яҡынлаштыра. Өлкән улы Исхаҡ Аҡ Ҡуйлыларҙың етәксеһе Оҙон Хәсән менән яҡынлаша, был хәл ике төрки хакимының бер-береһенә ҡаршы тороуына башланғыс һала. 1467 йылда Албанияға өсөнсө походын тамамлаған Мәхмәт II Ҡарамандарҙың мәмлүк биләмәләренә яҡынлаша. Анатолияға ингәндән һуң Коньяны ала.

1468 йылда, көньяҡ йүнәлештә хәрәкәт итеүҙе маҡсатҡа ярашһыҙ табып, яуланған территорияларҙы Ҡараман идарасы иерархияһынан Мостафаға тапшырып, Мәхмәт II Истанбулға ҡайта. Уңайлы осраҡтан файҙаланып, 1469 йылда Пир Әхмәт Коньяны ҡамай, йәнә Әрәгли менән Аҡһарайға барымталарын йышайта. Ҡасим Ҡараманлы 1470 йылда Анкара эргәһенә килә.

Силифкенан алыҫ түгел Ғосман империяһының хәрби формированиеларының береһе ҡарамандар тарафынан ҡыйратыла, ләкин 1471 йылда Гедик Әхмәт паша уларҙы ҡырып һала һәм ҡарамандарҙың хәрби ҡеүәтен оҙаҡҡа баҫтырып ҡуя. Оҙон Хәсән, Анатолия кенәзлеген яҡлап, яуға инергә мәжбүр була, шулай ҙа ул Токатты юғалта, ә ул Коньяға ебәргән ғәскәрҙәр шаһзада Мостафа тарафынан тармар ителә. Венециандар менән алып барылған һуғыштар 1470 йылда емештәрен бирә башлай. Был йылда Эвбея утрауы империяға ҡушыла. Юғалтыуҙарға күнә алмаған венециандар, Анталья менән Измирҙы ҡамап, аяуһыҙ талай, империя эсенән үтеп, ҡултыҡтар менән Истанбулға хәүеф тыуҙыра.

Ошо ҡыҙыу хәл-ваҡиғалар ваҡытында 1471 йылда Оҙон Хәсән күп яҡлы мәкерле сәйәсәт алып бара. Аҡ Ҡуйлылар һарайы менән һуғыштың ҡотолғоһоҙға әйләнә барыуын күреп, Мәхмәт II 1472 йылдың көҙөндә унда ғәскәрҙәрен ебәрә һәм Аҡ Ҡуйлыларҙың венециандар менән мөнәсәбәттәрен өҙөргә тырыша, ә 1473 йылдың яҙында походҡа юллана. Оҙон Хәсән Көнсығыш Анатолия тауҙарындағы ауыр үтелә торған урындарҙа ҡапҡандар ҡора һәм Ғосман ғәскәрҙәрен ҡыйратып һала.

Был ваҡиға уңайынан бөтә Анатолияға Мәхмәт II-нең үлеме тураһында хәбәр таратыла. Ләкин 1473 йылдың 11 авгусында Отлукбели эргәһендәге алышта Мәхмәт II ышаныслы еңеү яулай һәм артабан Себинкарахисарҙы ала. Был һабаҡтан һуң Оҙон Хәсән солох һәм туғанлыҡ килешеүе тәҡдим итә, Мәхмәт II тәҡдимде ҡабул итә.

Ошо рәүешле көнсығыштағы хәлде көйләп, Мәхмәт II 1474 йылдан Ҡараманлылар, Ҡырым, Ҡара диңгеҙ мәсьәләләре менән шөғөлләнә башлай. Ҡараманлылар менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау өсөн йәнә Гедик Әхмәт паша ебәрелә. Ҡоронан һәм диңгеҙҙән хәрәкәт иткән ғосман ғәскәрҙәре яр буйынан венециандарҙы ҡыуып ебәрә һәм Эрменак, Меннан һәм Силивкёз ҡәлғәләрен ала. Тармар ителгән һәм ҡасҡан Пир Әхмәт тауҙарҙа һәләк булып ҡала. Был еңеү менән ҡанатланған Гедик Әхмәт паша 1475 йылда Ҡырымға йүнәлә һәм Кәфә, Азаҡ, Мәнкүр ҡәлғәләрен, шулай уҡ Ҡырым яр буйын ала.

Көнбайыш йүнәлеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ваҡытта көнбайыш йүнәлеш менән шөғөлләнеү мөмкинлеге алған Мәхмәт II Албанияның ҙур өлөшөн үҙ бойондороҡлоғо аҫтында тотҡан венециандарға ҡарай китә. Төньяҡ Албанияла һәм Мореяла ғосман ғәскәрҙәре, икегә бүленеп, һөжүмгә күсә. Атлылар һәм пехотаның алғы частары венециандарға бик яҡын килә. Мәхмәт II Шкодер (Ишкодра) һәм Круя (Акчахисар) ҡәлғәләрен ҡамай, һөҙөмтәлә 1479 йылдың 25 ғинуарында венециандар менән солох килешеүенә ҡул ҡуйыла.

Килешеү шарттарына ярашлы, Венеция ғосмандарға үҙе баҫып алған албан территорияларын, шул иҫәптән Шкодерҙы ҡайтарырға тейеш була, ә Ғосман империяһы Морея ярымутрауындағы үҙе тартып алған порттарҙы кире бирә. Договор шулай уҡ сауҙа мөнәсәбәттәрен дә күҙҙә тота: йыллына 10 000 алтын аҡса түләп, Венеция караптары Ғосман империяһы причалдарына килеп туҡтарға һәм ике яҡ мәнфәғәтенә лә яуап бирә торған сауҙа алып барырға хоҡуҡлы була.

1480 йылда ғосмандар Родосты ҡамай, бының һөҙөмтәһендә үҙ көстәренә ышаныстары тағы ла арта төшә. 1480 йылда ғосмандар Неаполь короллегендәге Отранто ҡәлғәһен баҫып ала. Ғосман флоты күрше Лечче, Таранто, Бриндизи һәм Вьесте ҡалаларын талау сәфәрҙәрен ойоштора. Римда паника башлана. Папа Сикст IV ҡаланы эвакуациялау пландарын төҙөй һәм Европа илдәрен төрөктәргә ҡаршы тәре яуҙары ойошторорға саҡыра. Уның мөрәжәғәтенә тик Венгрия ғына яуап бирә һәм төрөктәргә ҡаршы һуғышыр өсөн 1600 яугир ебәрә, йәнә Неаполь үҙ ополчениеһын йыя. Төрөктәр Отрантоны 1481 йылда Мәхмәт II вафат булғандан һуң ҡалдырып китә.

Мәхмәт II икенсе көнсығыш походына әҙерлекте тамамлай һәм армияны төҙөп бөтөр өсөн Истанбулдан Гәбзәгә күсә. Был походты Мысырға ҡаршы йүнәлтеү тураһында  план ҡорола, ләкин Гәбзәлә хәрби тупламда саҡта Мәхмәт II ауырып китә һәм кинәт кенә донъя ҡуя, үлеменең сәбәбе йә аҙыҡ менән ағыуланыу, йә үҙенең хроник ауырыуылыр тип фараз ителә. Ағыулағандарҙыр тигән версия ла бар. 

Хакимдың кәүҙәһен  Ҡарамани Әхмәт паша Истанбулға алып ҡайта. Мәйет хушлашыу өсөн егерме көнгә халыҡ иғтибарына сығарыла. Баязит II тәхеткә ултырғандың икенсе көнөндә мәйет Фәтих мәсетендә төрбәгә ҡуйыла. Ерләү 1481 йылдың  21 майында була. 

Мәхмәт II сәнғәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Италия флагы «Маометто II» (en:Maometto II), 1820:  Джоаккино Россини операһы.
  • «Князь Дракула» / «Dark Prince: The True Story of Dracula» (АҠШ; 2000) режиссёры — Джо Чаппелль, Мәхмәт II ролендә  — Клаудиу Блеонц.
  • Флаг Турции «Завоевание 1453» (2012) (солтан ролен Деврим Эвин башҡара)[5].
  • «Фатих-завоеватель» (2013) (солтан ролен Мәхмәт Акиф Алаҡорт башҡара)
  • АҠШ флагы «Дракула» (2014) (солтан ролен  Доминик Купер башҡара)
  • "Османская пощечина" ("Osmanli Tokadi") - 2013 йылғы төрөк сериалы (Мәхмәт Фәтих ролендә - Исмәғил Хажиоғлу).
  1. Mehmed the Conqueror // SNAC (ингл.) — 2010.
  2. Fatih Sultan Mehmet // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  3. Mehmed (Mehmed II. Fatih) // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Франц Бабингер. Султан Мехмет Фатих и его времена = Fatih Sultan Mehmed ve zamanı. — Oğlak, 2003. — С. 30. — 479 с. — ISBN 9753294174.
  5. Первый турецкий исторический блокбастер вызвал волну протестов среди греков и немецких христиан., Diletant (9 февраля 2012).(недоступная ссылка)
Файл:Фирман.jpg
  • Мехмед II (часть 1 и часть 2) в передаче «Всё так» на Эхе Москвы
  • Франц Бабингер. Султан Мехмет Фатих и его времена = Fatih Sultan Mehmed ve zamanı. — Oğlak, 2003. — 479 с. — ISBN 9753294174.  (төр.)(тур.)