Мәхтүмҡолой Фираги | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Сәфәүиҙәр дәүләте Афшариды[d] Зенды[d] кажарҙар[d] |
Тыуған көнө | 1733[2][3] |
Тыуған урыны | Hajji Qushan[d], Сәфәүиҙәр дәүләте |
Вафат булған көнө | 1782[1][2][3] |
Вафат булған урыны | Голестан[d], Иран |
Ерләнгән урыны | Aq Taqeh-ye Qadim[d] |
Атаһы | Довлетмамед Азади[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Төркмән теле |
Һөнәр төрө | шағир, духовный учитель |
Эшмәкәрлек төрө | фәлсәфә һәм шиғриәт[4] |
Йәшәү рәүеше | мистицизм[d] |
Мәхтүмҡолой Фираги Викимилектә |
Мәхтүмҡолой (төрекм. Mahtumkulu Firaki, Магтымгулы Пираги, фар. مخدومقلی فراغی) — Төркмән шағиры, фәлсәфәсеһе, Төркмәнстан классик әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Шағир Дәүләтмәмәд Азадиҙың улы .
Мәхтүмҡолой Төркмәнстанда, ҡушылдыҡтары Сумбар һәм Чендыр булған Атрек йылғаһы үҙәнендә, Копетдағ тауҙары итәгендә гөклен ҡәбиләһенә ҡараған төркмәндәр йәшәгән Хажи-Говшан ауылында тыуған. Мәхтүмҡолой ғаиләһе гөклен ҡәбиләһенең бер тармағы булған гәркәз ырыуының ҡышыҡ нәҫеленә — фарсы хакимдары вассаллығы аҫтында булған ултыраҡ игенселәр ҡәбиләһенә ҡараған.
Олоғайғас, шағир үҙе өсөн Фираги (айырылған) ҡушаматын һайлаған. Һәр шиғыр аҙағында ул был псевдонимды, ҡайһы ваҡыт, үҙенә мөрәжәғәт иткән кеүек, ысын исемен ҡуйған. Уның заманындағы шиғриәттең традицияһы шулай булған.
Атаһы уҡытҡан ауыл мәктәбендә уҡыған. Бәләкәй сағынан атаһының өй китапханаһындағы китаптарҙы уҡып, Мәхтүмҡолой фарсы һәм ғәрәп телдәрендә уҡырға өйрәнә. Бала сағынан һөнәрселеккә ынтыла — еп-ҡайыш шорник, тимерсе һәм зәргәр ювелир оҫталығын үҙләштерә.
Мәхтүмҡолой 1753 йылда, бер йыл, Бохара ханлығында Амударья буйындағы Ҡыҙыл-Аяҡта Изге Идрис-Баба кәшәнә мәҙрәсәһендә, уҡый.
1754 йылда Мәхтүмҡолой Бохараға бара һәм танылған Күкәлташ мәҙрәсәһендә бер йыл уҡый. Унда ул мәүләна дин әһеле исемен йөрөткән юғары белемле Нурый-Ҡазым Аббас ибн исемле Сүриә төркмәне менән дуҫлаша.
Мәхтүмҡолой Нурый-Ҡазым менән икәү бергә, хәҙерге Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан территориялары буйлап, Афғанстанды аша үтеп, төньяҡ Һиндстанға барып етә.
1757 йылда икеһе лә Хәрәзем баш ҡалаһы Хиуаға — мәҙрәсәләре күп булған ҙур уҡыу-уҡытыу үҙәгенә килә. Бында Мәхтүмҡолой 1713 йылда Ширғази хан төҙөгән мәҙрәсәгә уҡырға инә. Бында хандың айырым хуплауы менән билдәләнгән ғаиләләрҙән сыҡҡан балалар ғына уҡыған. Бында ул алдағы ике мәҙрәсәлә башланған уҡыу курсын тамамлай.
1760 йылда Мәхтүмҡолойҙың атаһы мәрхүм була, һәм шағир тыуған яғына ҡайта. Менгли исемле яратҡан ҡыҙы ғаиләһе тейешле ҡалым түләргә һәләтле булған башҡа кешегә кейәүгә сыҡҡан була. Менглиға булған мөхәббәтен ғүмере буйы күңеле төбөндә һаҡлай — күп шиғырҙарын уға бағышлай.
Тағы бер оло ҡайғы кисерә: ике оло ағаһы һәләк була — көслө хаким Әхмәд Шаһҡа илселек ағзалары булып барғанда улар әсирлеккә эләгәләр. Туғандарын һағыныуы күп шиғырҙарында сағыла.
Тыуған яғына ҡайтҡас, Мәхтүмҡолой өйләнә. Ул ике улын — Һары менән Ибраһимды бик яратҡан; ләкин улдары, кем булһа ла ун ике, икенсеһе ете йәшендә, үлә.
1760 йылдан һуң ғүмеренең аҙағына тиклем, Мәхтүмҡолой Манғышлаҡ ярымутрауына, Әстерханға, хәҙерге Әзербайжан һәм Яҡын Көнсығыш илдәренә сәйәхәт ҡыла.
Мәхтүмҡолой төркмән шиғри телен, халыҡ һөйләменә яҡынайтып, байтаҡ үҙгәртә. Ул шулай уҡ төркмән әҙәбиәте өсөн традицион булған ғәрәп-фарсы үлсәменән метрика баш тарта, уны силлабик система менән алмаштыра.
Мәхтүмҡолой һәйкәлдәре донъяның төрлө ҡалаларында ҡуйылған. Иң күп скульптуралары Төркмәнстан ҡалаларында һәм элекке СССР илдәрендә (Киев, Әстерхан, Хиуа), шулай уҡ Иран һәм Төркиәлә урынлашҡан.
Бер бөтөн бетон һәм тәбиғи таштан яһалған төркмән шағиры Мәхтүмҡолой һәйкәле 1971 йылда, Ашхабад ҡалаһының үҙәгендә Мәхтүмҡолой проспектындағы (элек Азатлыҡ проспекты) Мәхтүмҡолой скверында, Төркмәнстан Эске эштәр министрлығының бинаһына ҡаршы, ҡуйылған.
2017 йылдың 18 майында Ташкентта шағирҙың исемен йөрөткән үҙәк урамдарҙың береһендә Мәхтүмҡолойҙың барельефы асылды[6] .
Төркмән шағиры Мәхтүмҡолой исеме менән аталған: