Мәҙһәбһеҙлек

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мәҙһәбһеҙлек йәки мәҙһәбтәрҙе инҡар итеү — исламдағы билдәле бер дини-хоҡуҡи мәктәптән (мәҙһәб) баш тартыу һәм уларҙың барлығын кире ҡағыу. Бындай кешеләр үҙҙәрен ябай мосолман тип атай.

Ғәрәп телле әҙәбиәттә мәҙһәбһеҙлекте билдәләү өсөн «лә-мәҙһәбиә» (ғәр. لا مذهبية‎) термины ҡулланыла. Дүрт мәҙһәбкә эйәреүҙән баш тартҡан (тәҡлидте танымағандар), әммә сөннәтте таныған мосолмандарҙы ғәйре мүҡәллид" (ғәр. غير مقلد‎) тип атайҙар.

Мәҙһәбтәрҙән баш тартыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мысыр дини реформаторы Мөхәммәт Ғәбдү (1849—1905) мәҙһәбһеҙлек идеяһының илһамландырыусыһы тип иҫәпләнелә.

Ул тәҡлидтән — мөжтәһидтәрҙең йәки мөфтөйҙәрҙең күрһәтмәләренән баш тартырға саҡыра.

Шулай уҡ мәҙһәбтәрҙең тарҡалыуына Мөхәммәт ибн Ғәбд әл-Уаһһабтың реформаторлыҡ хәрәкәте йоғонто яһай(1703—1792), ул мәҙһәбтәрҙең законлылығын инҡар итә һәм текстарҙы туранан-тура Ҡөрьән һәм сөннәттән уҡырға саҡыра. Һуңғараҡ сәғүд ғалимдәренең тәғлимәтенән мәҙһәбтәргә сиктән тыш дошманлығы юҡҡа сыға, әммә баштағы өнәмәү бүтән даирәләрҙә һаҡланып ҡала һәм бөтә ислам донъяһына тарала[1].

2000 йылда Рәсәй мөфтөйҙәр советы уаһһабсылыҡ билдәләренең береһе итеп «тарихи формалашҡан дүрт мәҙһәбте инҡар итеү»[2] тип иғлан итә.

Ниндәй ҙә булһа мосолман ағымына индерелеүҙән баш тартыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пью тикшеренеү үҙәге тикшеренеүҙәре (2012 йыл) буйынса, донъя мосолмандарының күпселеге үҙҙәрен сөнниҙәр йәки шиғыйҙар тип атай. Әммә улар араһында айырым бер ағымға үҙен индермәгән кешеләр ҙә байтаҡ. Был айырыуса Урта Азияла, шулай уҡ Көньяҡ һәм Көнсығыш Европала таралған. Ул төбәктәрҙә шундай кешеләрҙең өлөшө — 50 процент, йәғни мосолмандарҙың дөйөм һанынан күберәк.

74 % Ҡаҙағстан мосолмандары, 65 % Албания мосолмандары 64 % Ҡырғыҙстан мосолмандары үҙҙәрен "мосолмандар ғына"тип атағандар. Шулай уҡ бындай мосолмандарҙың өлөшө Индонезияла (56 %), Малиҙа (55 %) һәм Камерунда (40 %)[3] юғары.

  1. Sedgwick M., 2013, p. 93—94
  2. Игнатенко А. А. Ислам и политика: Сборник статей. — Институт религии и политики. — С. 138. — 420 с. — ISBN 9785457081291.
  3. The World's Muslims: Unity and Diversity: Chapter 1: Religious Affiliation (ингл.). Pew Research Center (9 август 2012). Дата обращения: 13 ноябрь 2022. Архивировано 20 ноябрь 2022 года.