Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.
Әйтем — һамаҡлап әйтелгән һүҙ; башҡорт фольклорында тормоштоң айырым бер күренешенә ситләтеп, кинәйәләп йәки образлы итеп баһа биргән тотороҡло һүҙбәйләнеш; идиоматик әйтем составы һәм төҙөлөшө тотороҡло булған, мәғәнә яғынан бер бөтөн әҙер телмәр берәмеген тәшкил иткән, лексик яҡтан ойошҡан һүҙбәйләнеш.
Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү - телмәрен биҙәү, матурлау өсөн уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн, образлылығын арттырыу сараһы булараҡ ҡулланылалар.
Ниндәй ҙә булһа бер темаға нигеҙләнә, унда тормошта осрай торған күренештәр художестволы образ аша кәүҙәләнә.
Мәҫәлән: Сит ерҙә солтан булғансы,үҙ ерендә олтан бул.
Өгөт- нәсихәт. аҡыл өйрәтеү, кәңәш итеү, әәхләҡ тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тотҡан шиғри жанр. Мәҫәлән:
Ил ҡәҙерен белгәндең
Башы ҡәҙерле булыр.
Ир ҡәҙерен белгәндең
Ашы ҡәҙерле булыр.
Мал ҡәҙерен белгәндең
Ҡото артыр.