Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мәһди (ғәр. مهدي; рус. Махди) исламда: Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең заман ахыры алдынан килсәк һуңғы вариҫы. Ҡөрьәндә имам Мәһди телгә алынмай, әммә уның идеяһы Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙистәрендә бик киң аңлатыла. Имам Мәһди шәхесе мөжәддит булараҡ үҙ аллы образ итеп ҡарала[1] .
Һижрәттең тәүге быуаттарына Мәһди исламдың тәүге сафлығын тергеҙеү өсөн көтөлгән хаким образында ҡабул ителә. Был ролгә «хәлифәлеккә ҡаршы» Ғабдуллаһ бин Зөбәйер дәғүә итә. Мессиан идеялары шиғыйлыҡта киң таралыу ала, унда Мәһдиҙең килеүенә ышаныу «йәшерен» имам — Мөхәммәт әл-Мәһдиҙең кире ҡайтыуына ышаныу менән ҡушыла[1].
Мессиан идеялары ислам социаль һәм дини хәрәкәттәренә илһам бирә. Мәһди идеяһы менән Фатимиҙар династияһына нигеҙ һалыусы Ғөбәйҙулла әл-Мәһди, (909—1171, 262 йыл); Әлмөхәдтәр династияһына нигеҙ һалыусы Мөхәммәт Ибн Түмәрт һәм Көнсығыш Суданда мәхдиҙәр ихтилалы лидеры Мөхәммәт Әхмәт файҙалана[1].
Мәһди Ғайса пәйғәмбәр кеүек күктән төшмәйәсәк, ә уның менән бергә ерҙә Аллаһ батшалығын урынлаштырасаҡ. Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вариҫы буласаҡ һәм үҙенең эшмәкәрлеген Дәжжәл килеү менән бер үк ваҡытта башлаясаҡ. Ғайса менән бергә ул Дәжжәлгә ҡаршы көрәшәсәк һәм уны еңәсәк. Мәһди менән Ғайса иҙеүҙе һәм ғәҙелһеҙлекте бөтөрәсәк, ғәҙел һәм дөрөҫ тәртип урынлаштырасаҡ[2].
Мәһди үҙ заманының ябай кешеһе, замандашы буласаҡ[2]. Шиғыйҙар, Мәһди тере һәм тиҙҙән ерҙә ғәҙеллекте тергеҙәсәк, тип ышана. Шиғыйлыҡтан айырмалы рәүештә, сөнни Мәһди, И. Гольдциер билдәләмәһе буйынса, «билдәһеҙ шәхес, киләсәк идеалының мифологик биҙәге»[1].
Ҡайһы бер дин белгестәре Мәһдиҙе « Мөжәддит» менән тиңләштерәләр[2].
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |