Мөлкәткә һалым — ойошмаларҙың йәки айырым кешеләрҙең мөлкәтенә һалына торған тура һалым.
Мөлкәткә һалым Рим империяһында уҡ ҡулланыла. Европала Урта быуаттар ахырына тиклем һалымдарҙың төп төрө булып тора, ер биләмәләренә һәм аҡса милкенә һалына.
Ойошмалар мөлкәтенә һалым төбәк һалымдарына инә. Тимәк, һалым ставкаһы Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондары менән тәғәйенләнә, ләкин 2,2 проценттан артыҡ була алмай (Һалым кодексы менән билдәләнгән сик). Ойошманың предприятие балансында төп средстволар объекттары иҫәбенә ингән мөлкәте ҡалдыҡ хаҡы буйынса һалым һалыу объекты була (башланғыс хаҡы минус тупланған амортизация), бухгалтер хисабындағы Иҫәп 01 — Иҫәп 02. 2015 йылдың 1 ғинуарынан башлап мөлкәткә һалым ставкаһы ҡалдыҡ хаҡтан түгел, кадастр хаҡынан билдәләнә.
Элек был һалым һалына торған объекттар исемлеге ҙурыраҡ була, унда матди булмаған активтар, материалдар, башҡа средстволар ҙа инә. Һуңыраҡ исемлек ҡыҫҡара, ә ставка арттырыла. Был һалымдан ингән средстволар Рәсәй Федерацияһы субъекттары бюджетына инә. Ойошмалар өсөн һалым базаһы һалым һалыу объекты тип танылған мөлкәттең уртаса йыллыҡ хаҡынан ғибәрәт. Һалым осоро тип календарь йыл таныла. Отчет осорҙары — беренсе квартал, ярты йыл һәм 9 ай.
Физик шәхестәр мөлкәтенә һалым урындағы һалым булып тора һәм Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының «Физик шәхестәр мөлкәтенә һалым» тигән 32-се статьяһы менән көйләнә. Торлаҡ йорт, фатир, бүлмә, дача, машина урыны, гараж, берҙәм күсемһеҙ комплекс, теләһә ниндәй башҡа ҡоролма, бина, шулай уҡ ошондай объекттарға дөйөм милек хоҡуғындағы өлөш һалым һалыу объекты булып тора. Һалым ставкалары урындағы үҙидаралыҡ органдары тарафынан билдәләнә, ләкин федераль ҡануниәттә бирелгән ставкалар диапазонынан сыҡмаҫҡа тейеш. Ставкалар һалым һалыу объекттарының инвентарлаштырыу хаҡы суммаһына бәйле. Граждандарҙың айырым категориялары өсөн (мәҫәлән, инвалидтар, пенсионерҙар) һалым льготалары индерелгән.