Мөстәхәб (ғәр. مستحبّ — сөннәт ғәмәл[1]; рус. Мустахабб) — мәндүб, сөннәт һәм ғәйри-мүәкәдә һүҙҙәренең синонимы, шәриғәттә башҡарыу мотлаҡ булмаған сауаплы ғәмәлдәр[2], рөхсәт ителгән хәләл ғәмәлдәрҙең бер өлөшө[2]
Йышыраҡ мөстәхәб Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең һәм уның сәхәбәләренең ғәмәлдәренән өлгө алып башҡарыла. Мөстәхәбте үтәмәү гонаһ һаналмай. Мөстәхәбкә , мәҫәлән, сөннәт намаҙҙар һәм ураҙалар инә[3].
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |