Мөфтөй — мосолмандарҙа фиҡһ һәм шәриғәтте ҡулланыу мәсьәләләре буйынса ҡарар сығарыу хоҡуғы бирелгән юғары дин әһеле.
Ислам дәүләт дине булған илдәрҙә мөфтөй хөкүмәт тарафынан тәғәйенләнә. Рәсәйҙә мөфтөй институты Ырымбур мосолман диниә назараты барлыҡҡа килгәс ойошторола.
Мөфтөй императорҙар тарафынан тәғәйенләнә (1889 йылда алып ЭЭМ тәҡдиме буйынса; 1‑се мөфтөй — М.Хөсәйенов), Февраль революцияһынан һуң мосолман руханиҙары съездарында һайлана, ЫМДН рәйесе була. Тәүге тапҡыр мөфтөй 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында һайлана (Ғ.Баруди). Мөфтөй кандидаттар дин тәғлимәтен яҡшы белергә, руханиҙар араһында абруйлы булырға тейеш. Хаҡимлыҡ иткән Сенаттың 1801 йылда 14 декабрҙә, 1802 йылда 15 июле, 1832 йылда 14 июне ҡарарҙары менән мөфтөй бурыстары билдәләнә. Улар хөкүмәттең ҡарарҙарын, атап әйткәндә көнсығыш колониаль сәйәсәтен, тормошҡа ашырған дәүләт хеҙм‑рҙәре булып тора. Мөфтөй халыҡ‑ара бәйләнештәре ҡәтғи сикләнеп, нигеҙҙә хаж ҡылыуға ҡайтып ҡала. Совет власы йылдарында мөфтөй хөкүмәт контроле аҫтында була: улар киң мәғлүмәт сараларына үткәрелмәй, дини белем таратыу, мосолмандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау мөмкинлегенән мәхрүм ителә. Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратының Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Төбәк Диниә назараты Уставтарына ярашлы, мөфтөй мосолмандар съезы тарафынан 5 йылға һайлана, дәүләт власы органдары, йәмәғәт берекмәләре мәнән үҙ‑ара мөнәсәбәттәргә арналған форумдарҙа дини ведомство вәкиле була. Рәсәйҙең юғары мөфтөйө шәйх‑әл‑ислам почётлы титулына эйә, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе була.
Мөфтөй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.