Мөхтәр Әүәзов | |
ҡаҙ. Мұхтар Омарханұлы Әуезов | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 16 (28) сентябрь 1897[2] |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 27 июнь 1961[3][2][4][…] (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Центральное кладбище (Алма-Ата)[d] |
Балалары | Ауэзов, Мурат Мухтарович[d] һәм Ауэзова, Лейла Мухтаровна[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Ҡаҙаҡ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир |
Уҡыу йорто | филологический факультет СПбГУ[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы һәм Ҡаҙағстан милли фәндәр академияһы[d] |
Жанр | роман |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мөхтәр Әүәзов Викимилектә |
Мохтар Омархан улы Әүәзов (ҡаҙ. Мұхтар Омарханұлы Әуезов, 16 (28) сентябрь 1897 йыл — 27 июнь 1961 йыл) — яҙыусы, драматург, филология фәндәре докторы (1946), профессор (1953), Ҡаҙаҡ ССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957), Ҡаҙаҡ ССР-ы ФА академигы (1946), Ҡаҙаҡ ССР-ы Яҙыусылар союзы рәйесе. "Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы"на индерелгән «Абай юлы» романы авторы[5].
1897 йылдың 28 сентябрендә Семипалатинск өйәҙе (Ҡаҙағстандың Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе) Сыңғыҙ улусында күсмә ҡаҙаҡ ғаиләһендә тыуған. Олатаһы Әүәз ейәне Мохтар донъяға килеү хөрмәтенә уҙҙырған мәжлескә Абай Ҡонанбаев килгән, сөнки ғаиләнең яҡын кешеһе булған, Абайҙың атаһы Ҡонанбай Әүәздең һеңлеһе Нурғанымға өйләнгән булған.
Мохтар бик йәшләй үкһеҙ етем ҡала. Уны Ҡасымбәк ағаһы тәрбиә итә һәм уҡыта. 1906-1907 йылдарҙа Мохтар мәҙрәсәлә уҡый, һуңынан Сыңғыҙ улусы земство стипендияһына Семипалатинск ҡалаһының 5 синыфлы урыҫ училищеһына уҡырға инә. 1912-1919 йылдарҙа Семипалатинск уҡытыусылар семинарияһында уҡый. Семипалатинск ҡалаһында ойошторолған беренсе «Ярыш» футбол командаһында уйнай.
1917 йылда яҡын туғандары Мохтарҙы Рәйханаға өйләндерә, 1918 йылда уның беренсе балаһы — ҡыҙы Мөғәмилә (1918-2009) тыуа. 1920 йылда улы Чокан тыуа, уныһы йәшләй мәрхүм булып ҡала. Өс йылдан ғаилә тарҡала, Мохтар ҡыҙын үҙенә ала. Абай Ҡонанбаевтың ейәнсәре Камиләгә өйләнә, ләкин был никахы ла оҙон ғүмерле булмай.
1918 йылдың аҙағында, Алаш‑Урҙа вәкиле булараҡ, Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Ермолаевка ауылында (хәҙерге БР‑ның Көйөргәҙе раоны биләмәһендә) Башҡорт хәрби шураһы ултырышында ҡатнаша, Әхмәтзәки Вәлидов менән осраша[6].
1918 йылда Мохтар Әүәзов һәм Йосыфбәк Аймауытов Семипалатинскиҙа «Абай» журналы сығара башлай. 21 һаны сыҡҡас, баҫма сәйәси сәбәптәр арҡаһында ябыла. 1919 йылда РКП (б) сафына алына, Семипалатинск губерна башҡарма комитеты рәйесе һәм Ҡаҙағстан Үҙәк башҡарма комитеты сәркәтибе дәрәжәһенә күтәрелә. 1922 йылда «фирҡәнең эске тәртибен боҙоу»ҙа һәм "милләтселек"тә ғәйепләнеп, партиянан сығарыла. Ырымбурҙағы дәрәжәле урынын ташлап, Ташкент Урта Азия университетына ирекле тыңлаусы булып инә. «Шолпан» журналында бер нисә хикәйәһен баҫтыра. 1923-1928 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының филология бүлегендә уҡый. Уҡығанда үҙенең буласаҡ ҡатыны Валентина Николаевна Кузьмина менән таныша. 1928 йылда ғаилә Ташкентҡа күсенә, унда М. Әүәзов үҙе уҡыған Ташкент Урта Азия университетында аспирантураға инә. Шунда уҡ уҡыта ла. 1929 йылда өсөнсө балаһы — ҡыҙы Ләйлә тыуа.
1930 йылда йәш ҡаҙаҡ яҙыусыларының «Алҡа» ойошмаһы менән бәйләнештә тороуҙа ғәйепләп, ҡулға алына, 2,5 йылға хөкөм ителә. Валентина ҡыҙы Ләләне алып, Ленинградҡа ҡайтып китә. 1932 йылда иреккә сыҡҡас, Алматы вуздарында уҡыта, пьесалар яҙыуын дауам итә. Дуҫы Ильяс Жансугуров Мохтарға сәйәсәт менән араны өҙөп, атаҡлы туғаны Абайҙың ижадын тикшереүгә алынырға тәҡдим итә. 1933 йылда М. Әүәзов Абайҙың латин шрифында баҫылған шиғырҙарының беренсе тулы йыйынтығын сығара. 1935 йылда Валентина менән яңынан ҡушылалар, улдары Эрнар тыуа. 1937 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ы яҙыусылар союзының беренсе пленумында М. Әүәзовтың ныҡ тәнҡитләйҙәр, шунан һуң НКВД Мөхтәр Әүәзов әҫәрҙәрен тыя, уларҙы китапханаларҙан алдырта, үҙен эштән ҡыуалар. Ғаиләһе менән Ленинградҡа китә.
1941 йылда Ҡаҙағстанға ҡайта, Валентина балалары менән Ленинградта ҡала. М. Әүәзов СССР ФА Ҡаҙаҡ филиалының тел, әҙәбиәт һәм тарих институтында эшләй. 1942 йылда «Абай» романының 1-се китабын нәшер итә. Шул йылда Фатима Ғәбитова ғаиләһенә ярҙамға килә, дуҫлыҡ ептәре ғаилә мөнәсәбәттәренә әйләнә, 1943 йылда уртаҡ улдары Морат тыуа.
Әүәзов әҫәрҙәре геройҙарҙың тәрән эске ҡаршылыҡтарын, тормош позицияһын асып бирә. Ҡаҙаҡ мәғрифәтсе шағиры Абай Ҡонанбаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһындағы «Абай юлы» (1942–1956; Н.Иҙелбай тәржемәһе, 1961–1972) роман‑эпопеяһы Әүәзовтың иң әһәмиәтле әҫәре булып тора. Шулай уҡ 20‑нән ашыу пьеса —«Каракоз» (1926), «Айман‑шолпан» (1934), «Кобланды» (1945) тарихи пьесаларын ижад итә. Фәнни тикшеренеүҙәре әҙәбиәт тарихына, ауыҙ-тел ижадына, әҙәбиәт һәм фольклор бәйләнеше проблемаларына арналған.
1945 йылда, Абайҙың 100 йыллығында, «Абай» операһының либреттоһын, «Абай йырҙары» нәфис фильмының сценарийын, Абайҙың биографияһының яңы вариантын, бөйөк ҡаҙаҡ аҡыны тураһында бер нисә мәҡәлә яҙа. Мәскәүҙә «Абай» китабы сыға. Автор Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены менән бүләкләнә. 1946 йылда филология фәндәре докторы була, профессор, Ҡаҙаҡ ССР ФА академигы итеп һайлана. 1947 йылда «Абай» романының икенсе китабы ҡаҙаҡ телендә, әҫәрҙәре 1948 йылда ике китапта Мәскәүҙә урыҫ телендә нәшер ителә. 1949 йылда роман 1-се дәрәжә Сталин премияһына лайыҡ була, автор Почёт Билдәһе ордены менән бүләкләнә. Шуға ла ҡарамаҫтан, М. Әүәзовты эҙәрлекләү туҡтамай. 1952 йылда ҡаҙаҡ телендә «Абай юлы» китабы сығыуға, «Правда» газетаһы М. Әүәзовтың «гражданлыҡ һиҙгерлеге етмәү»ҙә ғәйепләп сыға. Шунда уҡ профессор Әүәзовты «буржуаз-милләтселек хаталары өсөн» университеттағы эшенән сығаралар, күп томлыҡ " Ҡаҙаҡ ССР-ы тарихы"н яҙған авторҙар коллективынан төшереп ҡалдыралар. Ҡулға алыныуҙан шикләнеп, Мәскәүгә китә, 2 йыл Мәскәү дәүләт университетының СССР халыҡтары әҙәбиәте кафедраһында ҡаҙаҡ әҙәбиәте буйынса лекцияләр уҡый.
1954 йылда Мәскәүҙә «Абай юлы» тетралогияһын тамамлай. «Иностранная литература», «Дружба народов» журналдары мөхәрририәтенә һайлана, Мәскәү Советтар йорто колонналы залында үткән тантаналы ултырышта Абай ижады тураһында телмәр менән сығыш яһай. Шунан һуң Алматыға ҡайта, бөтә эш урындарына яңынан ҡабул ителә. 1955 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ы 4-се саҡырылыш юғары Советы депутаты итеп һайлана. Әҙәби делегациялар составында сит илдәргә сыға башлай. "Ҡаҙаҡ шиғриәте антологияһы"н төҙөү эшендә ҡатнаша, "Абай юлы"н тәржемә итеүселәр менән эшләй. Ҡаҙанда 1957-1960 йылдарҙа татар телендә «Абай» романының тарихи 1-2 томдары нәшер ителгән.
1957 йылдың 28 сентябрендә, 60 йәшендә, Ленин ордены менән бүләкләнә. Ҡаҙаҡ ССР-ы атҡаҙанған фән эшмәкәре исеме бирелә. 1959 йылда «Абай юлы» дилогияһы өсөн Ленин премияһы бирелә, Ҡаҙаҡ ССР-ының 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. 1960 йылда АҠШ-ҡа бара, «Американан алған тәьҫирҙәр» очерктар шәлкеме яҙа. «Йәш быуын» романын башлай.
1961 йылдың йәйендә Мәскәүгә дауаланырға китә. 1961 йылдың 27 июнендә операция ваҡытында үлә.
I Рәйхан-ҡыҙы. Балалары:
II-ҡыҙы Камилә Мәғәвиә ҡыҙы
III-ҡыҙы Валентина Николаевна Кузьмина. Балалары:
IV-ҡыҙы Фатима Габитова. Балаһы: