Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мөхәккимиҙәр (ғәр. مُحَكِّمة — ҡарарҙы [Аллаһҡа] тапшырыусылар) — тәүге хәрижи ағымдарҙың береһе.
Улар элгәре Али ибн Әбү Талип яҡлы булған, әммә Али ибн Әбү Талип менән Мүәвиә ибн Әбү Суфыян араһындагы третей судын кире ҡаҡҡан өсөн шундай ҡушамат алған һәм: «Хөкөм бары тик Аллаһтыкы!» тигән өндәмә сығарған.Тәүге мөхәккимиҙәр хәлифә Али ибн Әбү Талипҡа ҡаршы сығып, Әл-Күфә (хәҙерге Ираҡ) янындағы Хәрура тигән ергә йыйылғандар, шунлыҡтын хәрижиҙәрҙең икенсе ҡушаматы хәруриҙар.
Ибн Таһир әл-Бағдади мөхәккимиҙәрҙең дине Усман ибн Әффан менән Мүәвиә ибн Әбү Суфыянды ғына түгел, хатта Алиҙы, уларҙың арҡалаштарын, третей судьяларын һәм бөтә фасиҡ мосолмандарҙы кафыр тип таный. Ҡайһы бер сөнни бидғәт белгестәре мөхәккимиҙәрҙе мөртәт һәм кафыр тип иҫәпләй.
Мөхәккимиҙәрҙең лидерҙары Абдулла ибн әл-Ҡәүүә, Ғаттар ибн әл-Әғүәр, Ғабдулла ибн Үәһәб әр-Расиби, Урва ибн Хөдәйер, Йәзид ибн Ғәсим әл-Мөхәриби һәм Хәрҡүс ибн Зөбәйер әл-Бәжәли (Ҙу-с-Судәйә) була. Улар 12 меңлек ғәскәр башында була, Нахраван янында Алиға ҡаршы һуғыша һәм еңелә[1].
Ибәдиҙәр беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған берҙән-бер төркөм, улар үҙҙәренең килеп сығышын мөхәккимиҙәр менән бәйләй.
Ибәдиҙәр раҫлауынса, мөхәккимиҙәр үҙҙәренең дошмандарына тап Али ибн Әбү Талип үҙе Талха ибн Ғөбәйдуллаға һәм Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәмгә ҡарата Дөйә һуғышындағы мөғәмәләһендәй эш иткәндәр. Хәрижиҙәрҙең радикаль мәҙһәбтәре араһында, дошмандарын иманһыҙлыҡта ғәйепләү кеүек һ. б. ҡараштарҙың барлыҡҡа килеүе, уларҙың формалашыуының һуңғы этабы менән бәйле һәм мөхәккимиҙәрҙең үҙ позицияһы менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ[2][3][4].
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |