Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб | |
араб. محمد بن عبد الوهاب | |
![]() | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб ибн Сөләймән ибн Ғәли |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: |
Ғүйәйнә, Эд-Диръия[d], Эр-Рияд[d], Сәғүд Ғәрәбстаны |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: | |
Балалары: |
Хусейн ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d], Абдуллах ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d], Али ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d] һәм Ибрахим ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d] |
Остаздары: |
Абд аль-Ваххаб ибн Сулейман[d], Muhammad al-Majmu'i[d], Ali Afandi ad-Daghestani[d], Abdullah bin Mohammed bin Abdul Latif[d], Abdullah ibn Muhammad al-Fayrooz[d], Ismāʻīl ibn Muḥammad al-ʻAjlūnī[d], Мухаммад Хайя ас-Синдхи[d], Abdullah bin Ibrahim Al Saif[d] һәм Ibrahim bin Suleiman bin Ali[d] |
Шәкерттәре: |
Абдуллах ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d], Али ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d] һәм Хусейн ибн Мухаммад ибн Абд аль-Ваххаб[d] |
Йоғонто яһаған: | |
Хеҙмәттәре: | |
![]() |
Мөхәммәт ибн Ғәдел-Үәһһәб әт-Тәмими (ғәр. محمّد بن عبد الوهّاب المشرّفي التميمي; 1703 , Ғүйәйнә — 1792,22 июнь, әд-Дәрғиә) — ғәрәп теологы һәм үәһһәбилек хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы, сәләфи вәғәзсеһе, шулай уҡ Мөхәммәт ибн Сәғүд менән берлектә Сәғүд Ғәрәбстанын төҙөүҙә һәм яңы дәүләттә үәһһәби ағымын нығытыуҙа төп ролдәрҙең береһен башҡарған.
Әбдел-Үәһһәбтең тыуыу датаһы аныҡ билдәле түгел, ул 1703 йылда Нәждәге Ғүйәйнә ҡалаһында тыуған тип иҫәпләнә . Нәҫелдән килгән Бәнү Тәмим дин әһелдәре ғаиләһендә тыуған («әт-Тәмими» нисбәһе шунан)[6]. Бала сағынан уҡ Мөхәммәт шул ваҡытта киң таралған ислам тәғлимәтен, ул саҡта Ғәрәбстан ярымутрауында таралған хәнбәли мәҙһәбе буйынса өйрәнә башлай[7]. 12 йәшендә өйләнә һәм хаж ҡылыу өсөн мосолмандарҙың изге ҡалалары Мәккә һәм Мәҙинәгә юл тота. Сәйәхәт ваҡытында әт-Тамими дин белгестәре Әхмәт ибн Хәнбәл һәм Ибн Тәймиәнең хеҙмәттәре менән таныша. Уларҙың ҡараштары күбеһенсә Ибн Әбел-Үәһһәб идеологияһының һәм дөйөм алғанда үәһһәбилек хәрәкәтенең киләсәгенә йоғонто яһай[8].
Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәбтең алты улы була[9], уларҙың дүртеһе атаһында уҡый һәм үҙҙәре лә ғөләмә булып китә — ике улы үҫмер саҡта үлеп ҡала[9][10].
Сәғүдиҙәр Йорто һәм Мөхәммәт Мөхәммәт әт-Тәмими тоҡомдары йортоноң союзы фаҡиһтың үлеме менән тамамланмаған, уларҙың тоҡомдары Ғәрәп йәмғиәтендә юғары «Шәйех тоҡомо» ҡатламын — Әл әш-Шәйехте барлыҡҡа килтергән (ғәр. آل الشيخ)[11].
Ибн Ғәбдел-Үәһһәб идеялары мосолман донъяһында яңылыҡ булмай. Беренсе сәләфиҙәр (от ғәр. سلف — «ата-баба»,), Әхмәт ибн Хәнбәл һәм Ибн Тәймиә булған. Нәҡ хәнбәли мәҙһәб Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәбкә иң ҙур йоғонто яһай[12]. Тәғлимәтендәге төп принциптар булып:
Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәбтең ҡараштары һәм уның ислам терминдарына интерпретациялары замандаштары тарафынан да тәнҡитләнә һәм академик даирәләрҙә хөкөм ителеүен дауам итә[13].
![]() |
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |