Мөхәррәм

Мөхәррәмһижри иҫәп менән йылдың беренсе айы. 29 йәки 30 көндән килә.

Һ М Беренсе көн Аҙаҡҡы көн
1431 2009 2010 18 декабрь 15 гыйнвар
1432 2010 2011   7 декабрь   4 ғинуар
1433 2011 26 ноябрь 25 декабрь
1434 2012 15 ноябрь 13 декабрь
1435 2013   4 ноябрь   3 декабрь
1436 2014 25 октябрь 22 ноябрь
1437 2015 14 октябрь 12 ноябрь
Мөхәррәм айы

Мөхәррәм айының тәүге йома көнөндә — был иһә Миләди йыл иҫәбе менән 622 йылдың 16 июле була, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салалаһу ғәләйһи үә сәләм Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп килә. Һижри иҫәп Мөхәррәм айының беренән башлана. Мөхәррәм — изге ай, хәрәм ай. Был айҙа һуғыштар, яу сабыуҙар тыйыла.

Мөхәррәм айының 10-сы көнө, Ғәшүрә. Ул айҙың иң мөбәрәк көнө. Ғәшүрә көнө изге мосолман байрамдарынан иҫәпләнә, ун ваҡиға хөрмәтләп иҫкә алына. Шуның өсөн был көндө биргән саҙаҡалар иң изгеләрҙән иҫәпләнә.

Мөхәммәт пәйғәмбәр "Рамаҙан айынан һуң ураҙа тотор өсөн иң яҡшы ай — Мөхәррәм..."- ти.

16 мөхәррәм — эске Рәсәй мосолмандарының рәсми рәүештә Ислам динен, Ҡөрьән Кәрим хөкөмдәрен, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт юлын үҙ ихтиярҙары менән саф күңелдән ҡабул итеү көнө. Һижри йыл менән 310 йыл, миләди йыл менән 922 йыл.