Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1909[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Саратовский государственный университет им. Н. Г. Чернышевского |
Ҡыҫҡаса атамаһы | СГУ |
Дәүләт |
![]() ![]() ![]() |
Административ-территориаль берәмек | Һарытау |
Уҡыусылар һаны | 29 820 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Һарытау, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | sgu.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Саратовского государственного университета[d] |
![]() |
Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт милли тикшеренеү университеты — Рәсәйҙең юғары уҡыу йорто, Һарытау ҡалаһының боронғо уҡыу йорто. 1909 йылда нигеҙ һалына. Милли тикшеренеү университеты (НИУ) статусына эйә[3].
Император Николай университетына 1909 йылдың 10 июнендә, Һарытау йәмәғәтселегенең, хакимиәттең һәм премьер-министр П. А. Столыпиндың ныҡышмалылығы арҡаһында нигеҙ һалына. Уҡыу йорто Николай университеты булараҡ асыла. 6 декабрҙә тантана үтә һәм уға император Николай II ризалығы менән уның исеме бирелә. Шул уҡ көндө ғибәҙәттән һәм тәре йөрөшөнән һуң университеттың буласаҡ корпустары урынына нигеҙ ташы һалына. Төҙөлөшкә архитектор итеп кКарл Людвигович Мюфке саҡырыла. Бер нисә йылда уға юғары сифатлы берҙәм ансамбль төҙөргә мөмкин була.
Император Николай исемендәге Һарытау университеттың беренсе ректоры Разумовский Василий Иванович була. Башта университет составында бер генә — медицина факультеты булһа, 1917 йылда физика-математика, тарих-филология һәм юридик факультеттар булдырыла. Тарих-филология факультеты деканы Семен Людвигович Франк була. Университетта П. К. Галлер.эшләй. Революциянан һуңғы йылдарҙа агрономия факультетында Н. И. Вавилов эшләй.
1922 йылда агрономия факультетына үҙ аллы Ауыл хужалығы институты итеп үҙгәртелә.
1923 йылдың октябрендә университет Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты тип үҙгәртелә.
1930 йылда медицина факультеты институтҡа әйләндерелә. 1931 йылда совет төҙөлөшө һәм хоҡуҡ факультеты базаһында совет хоҡуғы институты ойошторола, ул совет булдырыу, Һарытау дәүләт хоҡуҡ академияһына нигеҙ булып тора. Шул уҡ йылда педагогия факультеты институтҡа әйләндерелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Һарытауға Ленинград университеты эвакуациялана. Был ваҡытта университеттың үҫешенә Е. Ф. Гросс, тарихсы В. В. Мавродин, филологтар М. П. Алексеев, Г. А. Гуковский һәм Ю. Г. Оксман йоғонто яһай. Төрлө йылдарҙа университетта:
1998 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән Һарытау дәүләт университеты составына һарытау һәм Балашов педагогия институттары, Радиоэлектроника колледжы һәм Политехникум индерелә.
Һарытау дәүләт университеты структураһында 15 факультет (биология, география, геология, социология, механика-математика, сит ил телдәре һәм лингводидактика, мәғлүмәт технологиялары һәм компьютер фәндәре, нано- һәм биомедицина технологиялары, һыҙыҡһыҙ процестар, психология, психологик-педагогик һәм махсус белем, физик, фәлсәфә, иҡтисад, юридик), 6 белем биреү институты (Тарих һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты, өҫтәмә һөнәри белем биреү, сәнғәт, физик культура һәм спорт, химия, Филология һәм журналистика институты. Балашов ҡалаһындағы филиал — Рәсәй вуздары филиалдары араһында иң ҙуры — уның биш факультеты бар. Университетта белем биреү һәм фәнни-тикшеренеү процесын 166 кафедра, шул иҫәптән 12 база кафедраһы, тәьмин итә.
Университет составына В. А. Артисевич исемендәге зона фәнни китапханаһы, Яңы мәғлүмәт технологияларының Волга буйы төбәге үҙәге, Хисаплау үҙәге, Нәшриәт һәм типография инә.
Күп ядролы кластерға эйә Һарытау дәүләт университеты суперкомпьютерҙары булған вуздарҙы берләштереүсе федераль селтәргә индерелгән. Наноиндустрияның 42 үҙәгенең береһе булараҡ уҡыу йорто милли нанотехнологик селтәргә тоташтырылған, әйткәндәй, тап уның базаһында ошоселтәр мәғлүмәттәре һаҡлана. ҺДУ-нда туғаҙ йүнәлеш буйынса «Известия вузов. Прикладная нелинейная динамика», «Электрохимическая энергетика», «Поволжский экологический журнал», «Современная герпетология», «Известия СГУ. Новая серия» журналдары һәм башҡа йүнәлештәр буйынса халыҡ-ара һәм вуз-ара тематик йыйынтыҡтар сығарыла, шуларҙың 13-ө Юғары аттестация комиссияһына (ВАК) инә.
Һарытау дәүләт университетында фундаменталь һәм ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәрҙе, инновацион эшмәкәрлекте ғилми-тикшеренеү һәм белем биреү- ғилми институттары, үҙәктәр, лабораториялар, музейҙар, инновацион һәм ҡулланылышҡа индереү структуралары тәьмин итә. Улар араһында: Наноструктуралар һәм биосистемалар белем биреү-ғилми институты, Тәбиғи фәндәр ғилми-тикшеренеү институты, археология һәм мәҙәни мираҫ институты, Ботаника баҡсаһы, сәнәғәттә компьютер технологиялары өлкә үҙәге, технопарктар, өс трансфер технологиялар үҙәге, коллектив ҡулланыу үҙәге, бизнес-инкубатор бар.
ҺДУ — илдең үҙ составында РФ Мәғариф министрлығының һәм иң ҙур фондтарҙың (Карнеги корпорацияһы, МакАртуров фонды, CRDF) гуманитар өлкәлә (МИОН — Төбәк-ара ижтимағи фәндәр институты), шулай уҡ тәбиғи фәндәр (НОЦ — «Нелинейная динамика и биофизика» ғилми-белем биреү үҙәге) өлкәһендә абруйлы гранттар буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн үҙ структураһы булған өс вузының береһе. Был ике дисциплина-ара структура тейешле конкурстарҙа еңеү яулау һәҙәмтәһе һәм Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбенә инә. Һарытау дәүләт университетында өҙлөкһөҙ әҙерләү циклы тормошҡа ашырыла: вузға тиклемге әҙерлек — урта профессиональ белем биреү — юғары профессиональ белем биреү — вуздан һуң белем биреү — белгестәрҙең белемен камиллаштырыу һәм квалификацияһын күтәреү. ҺДУ-ҙа 26342 студент һәм 590 аспирант уҡый. Белем биреү 82 специальность буйынса алып барыла, 21 һөнәр буйынса — урта профессиональ белем, 61 һөнәр буйынса — аспирантура, 5 һөнәр буйынса — докторантура, 28 һөнәр буйынса — бакалавриат, 13 — магистратура, 15 — өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса, 26 — профессиональ әҙерлек. Ҡағиҙә булараҡ, уҡыу йортонда яңы һөнәрҙәр төбәк партнерҙар инициативаһы һәм ярҙамы менән асыла.
Дөйөм алғанда Һарытау дәүләт университеты 19 эреләтелгән (ғәмәлдәге 28 төркөмдән) төркөм буйынса белем биреү программаһын тормошҡа ашыра, ғилми һәм белем биреү учреждениеларына, иҡтисадтың юғары технологиялы секторҙары һәм социаль өлкә предприятиелары һәм ойошмалары өсөн белгестәр әҙерләй. Шул уҡ ваҡытта өлкәнең педагогик һөнәрҙәр буйынса кадрҙар әҙерләгән берҙән-бер вуз. Кадрҙар әҙерләүҙән тыш, ҺДУ уларҙың белемен Өҫтәмә һөнәри белем биреү институтында артабан камиллаштырыу менән дә шөғөлләнә. Ҡеүәтле фәнни-мәғариф потенциалы һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү өлкәһендәге яйға һалынған эшмәкәрлек университетты ғилми-педагогик квалификация күтереүсе Рәсәй вуздары исемлегенә индереүгә нигеҙ булып тора. 2007—2010 йылдарҙа Һарытау дәүләт университетында Рәсәй Федерацияһының 66 ҡалаһында — Мурманскиҙан Көньяҡ Сахалинға тиклем урынлашҡан 142 вуздан 635 уҡытыусы квалификацияһын арттыра. 142 юғары уҡыу йорто — ул Рәсәй Федерацияһының Мөғариф министрлығы ҡрамағында булған вуздарҙың яртыһы тиерлек. Университет белгестәре шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһы системаһының граждан хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреүҙе лә тәьмин итә.
Һарытау дәүләт университетының белем сифаты менеджменты ГОСТ Р ИСО 9001-2008 стандарттары талаптарына ярашлылыҡ сертификатын ала. ҺДУ-ла 1704 уҡытыусы һәм ғилми хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 239 фән докторы һәм 879 фән кандидаты (ике эштә эшләүселәрҙе лә иҫәпкә алып). Университеттың алдынғы профессорҙары араһында — 8 РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Фәндәр академияһының 1 мөхбир ағзаһы бар. Уҡыу йортонда күп тиҫтә йылдар аспирантура һәм докторантура, 37 фәнни һөнәр буйынса 15 докторлыҡ ғилми советы эшләй. Һуңғы йылдарҙа 60 йәш ғалим грант эйәһе булды, шуларҙың 13-ө РФ Президенты грантын ала, рәсәй фәндәр академияһының бишеһе РФА миҙалдары менән бүләкләнгән.
2002 йылдан ҺДУ ACM ICPC программалаштырыу буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша. 2013 йылда университет иҫәбендә 5 — көмөш, ике алтын миҙал, 2002 йылда Европа һәм 2006 йылда донъя чемпионы титулы була[4][5][6][7][8][9][10].
2010 йылда ҺДУ милли тикшеренеү университетына әйләнә[11].
ҺДУ илдең иң яҡшы егерме юғары уҡыу йорто иҫәбенә инә (2011 йылда 13-14 урындар биләй[12]).
Философия фәндәре докторы, физика-математика фәндәре кандидаты, Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының Философия һәм фән методологияһы кафедраһы профессоры Афанасьева Вера Владимировна РФ мәғариф министры Ольга Васильеваға асыҡ хат яҙа[13]. Ул унда, шулай уҡ интернеттағы үҙ блогында[14] һәм бер йылдан һуң Znak.com агентлығына интервьюһында[15] Рәсәй мәғарифының киҫкен проблемаларына ҡағыла:
Ошо һәм башҡа проблемалар тураһында шулай уҡ «Новой газеты» мәҡәләһендә лә һөйләнелә[16].
1997 йылда ҺДУ составына индерелә, алты факультеты бар:
2011 йылда, Педагогия институты университетының структура подразделениеһы булараҡ йәшәүҙән туҡтай. Факультеттар тарҡала.
Үҙ эсенә түбәндәге факультеттарҙы ала:
Түбәндәге бүлектәрҙе үҙ эсенә ала:
Һөнәрҙәр:
Түбәндәге бүлектәрҙе үҙ эсенә ала:
Һарытау дәүләт университеты территорияһында түбәндәге һәйкәлдәр ҡуйылған:
ҺДУ территорияһында 1941—1945 йылдарҙа һәләк булға хеҙмәткәрҙәр һәм студенттар иҫәтелегенә Мемориал ҡуйылған. Һәйкәл 1970 йылдың 9 майында, Еңеүҙең 25 йыллығына асыла. Проект авторҙары — ҺДУ хеҙмәткәрҙәре В. Киселев һәм Б. Борисов, скульпторы Е. Тимофеев. 1995 йылдың 9 майында мемориал изгеләндерелә.
2009 йылда университет ҡаласығы территорияһында элек ғибәҙәтхана булған урында Изге апостолдарға тиңләштерелгән Кирилл һәм Мефодийҙың ҡорамы төҙөлә башлай. Төҙөлөш 2014 йылда тамамлана[17].