Надежда Евгеньевна Гринфельд

Надежда Евгеньевна Гринфельд
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Молдавская демократическая республика[d]
Тыуған көнө 18 декабрь 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Кишинёв, Бессарабская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1918
Вафат булған урыны Бендеры
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы депутат Парламента Молдавии[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Бунд[d]

Надежда Евгеньевна Гринфельд (ҡыҙ фамилияһы Кенигшац; 1887, Кишинёв — ?) — Бессарабия сәйәсмәне, «Сфатул Цэрий» (1917—1918) ике ҡатын-ҡыҙ-депутаттарының береһе.[1]

Надежда Евгеньевна Гринфельд присяжный вәкиле Евгений Семенович Кенигшац (1861, Бельцы — 1939, Кишинев)[2] һәм табиптар династияһынан булған Ольга Вильгельмовна (Васильевна) Бернштейн ғаиләһендә тыуған; олатаһы — Самуил Исаакович Кенигшац — Бельц ҡалаһы табибы; икенсе олатаһы — Вильгельм Викентьевич Бернштейн — Кишиневта табип һәм коллежский советник була).[3][4][5] . Оләсәһе — Мария Григорьевна Кенигшац (ҡыҙ фамилияһы. Коган) — яҙыусы һәм «Недельная хроника „Восхода“» (1882—1883) гәзите хеҙмәткәре була; шулай уҡ «Рассвет» гәзитендә лә баҫылып сыға[6][7][8].

1903 йылда Кишинев Бунд бүлексәһе ағзаһы, һуңыраҡ РСДРП ағзаһы була[9][10][11] . Одессала, Киевта һәм Санкт-Петербургта (һуңынан Петроград һәм Кронштадт) меньшевиктар ойошмаһында әүҙем ҡатнаша[12][13][14]

«Сфатул Цэрий» ағзаһы булараҡ Елена Алистарға ҡапма-ҡаршы сәйәси позицияны биләй (был органда икенсе ҡатын-ҡыҙ-депутат).[15][16] . Бессарабияның артабан Рәсәйгә ҡушылыу күсеше осоронда Румыния короллегенән бойондороҡһоҙ булыуы өсөн сығыш яһай[17][18] . 1917 йылдың 2 декабрендә «Сфатул Цэрий» Молдаван Халыҡ Республикаһы ойошторолоуын иғлан итә[19] .

Надежда Гринфельд (атаһы кеүек үк) Семён Резниктың «Кровавая карусель» романы һәм пьесаларының төп персонаждарҙың (Фрида Кенигшац исеме аҫтында, курсистка, 25 йәш) береһе булып тора .[20]

Уның атаһы, Е.С. Кенигшац, 1917—1918 йылдарҙа Кишинёв ҡала думаһының гласныйы, «Сфатул Цэрий» ағзаһы, ҡалала Ваҡытлы хөкүмәттең комисар ярҙамсыһы була.[21] Әсә8е О. В. Кенигшац, балалар өсөн көндөҙгө приют менән идара итә[22]

  • Ире — присяжный вәкиле Гринфельд Петр Исаакович (1877 — 1939 йылдан һуң), социал-демократ, 1900—1907 йылдарҙа Кишиневта, Одессала, Киевта Бунд эшмәкәрлегендә ҡатнаша, 1904 йылда Бундың Берн конференцияһына делегат итеп ебәрелә, 1917 йылда РСДРП исемлеге буйынса Ойоштороу йыйылышы депутатына кандидат итеп күрһәтелә.[23]
    • Улы — Гринфельд Лев Петрович (1908—?).
  1. "Grinfeld, Nadejda E", in Iurie Colesnic, Sfatul Tarii: Enciclopedie (Chisinau: Editura Museum 1998), p. 173
  2. В записях о рождении кишинёвского городского раввина записан как Израиль-Евгений Самойлович Кенигшац.
  3. Jews involved in public life of Bessarabia, from Annual books of 1862, 1872, 1875 and 1893: Доктор медицины Самуил Исаакович Кенигшац был также действительным членом Бессарабского статистического комитета.
  4. Князь Сергей Урусов «Записки губернатора»
  5. Letter from S. Ghelman to Mr. M. Meyerson 2021 йыл 20 апрель архивланған.
  6. Словарь псевдонимов русских писателей, учёных и общественных деятелей
  7. Мария Кенигшац
  8. Летопись 10. Выпуск 6. В 2 частях. Часть 1. 1880—1884 Сохранилась её переписка с И. С. Аксаковым.
  9. The Tribe of Dina
  10. Rebekka Denz «Bundistinnen»
  11. Вперёд, в прошлое! 2014 йыл 29 апрель архивланған.
  12. Василе Стати «Поруганная свобода»
  13. Гринфельд Надежда Евгеньевна
  14. Modern Jewish History: Bundist Counterculture In Interwar Poland
  15. Владимир Аникин «Февраль 17-го года и бессарабское еврейство». Дата обращения: 28 апрель 2014. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  16. În Basarabia 2014 йыл 2 май архивланған.
  17. Прогулки по Кишинёву 2016 йыл 4 март архивланған.
  18. Так начиналась «униря»
  19. Нашествие румынских армий 2014 йыл 29 апрель архивланған.
  20. С. Е. Резник «Кровавая карусель»
  21. Из протокола допроса свидетеля Евгения Кенигшаца, 45 лет, кандидата права
  22. Королевское сокровище(недоступная ссылка)
  23. Российские социалисты и анархисты