Нурсолта́н Әбеш улы Назарбаев (ҡаҙ. Нұрсұлтан Әбішұлы Назарбаев ; 6 июль 1940 йыл ) — дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән, Ҡаҙағстан Республикаһының беренсе президенты. Ҡаҙаҡ ССР-ы Министрҙар Советы рәйесе (1984—1989) һәм президенты (1990—1991); Ҡаҙаҡ ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының 1-се секретары (1989—1991). «Илбашы» (ҡаҙ. Елбасы ) рәсми титулына эйә. 2015 йылдың апрелендә бишенсе тапҡыр президент итеп һайлана. 2019 йылдың 19 мартында үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы[3]
Нурсолтан Әбеш улы Назарбаев 1940 йылдың 6 июлендә Ҡазаҡ ССР-ының (Ҡаҙағстан ), Алматы өлкәһе, Ҡарасай районы, Чемолган (Ушконыр) ауылында тыуған.
«VESTI.UZ» сайты мәғлүмәттәре буйынса, Ҡаҙағстанда Назарбаевтың отставкаһы тураһында хәбәрҙәр йөрөй, шул уҡ ваҡытта Конституция буйынса беренсе президент булараҡ ул ғүмеренең һуңғы көндәренәсә был вазифала ҡала ала. Илдең Конституцион советы Нурсолтан Назарбаев үҙ теләге һәм ирке менән ваҡытынан алда президент посын ҡалдырырға хоҡуҡлы тигән ҡарар ҡабул иткән[4] .
«Ебәк юлы-2009» раллиһының һуңғы этабы барышындағы тантаналы сараларҙа ҡатнашыусы Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев , Төркмәнстан Президенты Гурбангулы Бердымухамедов һәм Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев.
Планетаның иң бай һәм ҡеүәтле хакимдарының Handelsblatt баҫмаһы төҙөгән рейтингында $1,1 млрд менән 10-сы урынды биләй[5]
Нурсолтан Назарбаевҡа Алматы[6] һәм Сулпан-ата[7] Анкара [8] ҡалаларында, Украинала [9] һәйкәл, Астанала барельеф асыла.
Уның исемен Иорданияла , Төркиәлә [10] һәм Чечен Республикаһында урамдар йөрөтә[11] . Чечен Республикаһында лицей уның исемен йөрөтә[7] . Тағы ла Ҡаҙағстанда университет, мәктәптәр[12] , Назарбаев үҙәге дәүләт учреждениеһы, Аҡтүбә ҡала паркы[13] , ләлә сорты[14] , орден һәм пик уның исемен йөрөтә[15] .