Назарбаева Сара Алпыс ҡыҙы | |
ҡаҙ. Сара Алпыс қызы Назарбаева | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 12 февраль 1941 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Кызылжар[d], Ростовский сельский округ[d], Бухар-Жырауский район[d], Ҡарағанда өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Хәләл ефете | Нурсолтан Әбеш улы Назарбаев |
Балалары | Дариға Нурсолтан ҡыҙы Назарбаева, Динара Нурсултановна Кулибаева[d] һәм Алия Нурсултановна Назарбаева[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Назарбаева Сара Алпыс ҡыҙы (ҡаҙ. Сара Алпыс кызы Назарбаева; 12 февраль 1941 йыл) — Ҡаҙағстандың беренсе президенты Нурсолтан Назарбаевтың ҡатыны.
Сара Алпыс ҡыҙы Назарбаева (ҡыҙ фамилияһы Ҡонаҡаева) 1941 йылдың 12 февралендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Ҡарағанды өлкәһенең Ҡыҙылжар ауылында тыуған. Сығышы менән Арғын тоҡомоноң Ҡыуандыҡ ырыуынан.
1962 йылда Нурсолтан Назарбаевҡа кейәүгә сыға, өс ҡыҙы (Дариға, 1963 йылда тыуған, Динара, 1967 йылда тыуған, Әлиә, 1980 йылда тыуған), өс ейәне (Нурғәле, 1985 йылда тыуған, Алтай, 1990 йылда тыуған, Айсолтан, 1990 йылда тыуған), биш ейәнсәре (Венера, 2000 йылда тыуған, Дениза, 2004 йылда тыуған, Алиша, 2010 йылда тыуған, Тиара, 2007 йылда тыуған, Алсара, 2011 йылда тыуған), бүләсәре (Лаура, 2003 йылда тыуған) һәм бүләһе (Алан, 2005 йылда тыуған) бар.
1992 йылдың февраленән — «Бобек» республика балалар мәрхәмәтлек фондына нигеҙ һалыусы һәм уның президенты.
1994 йылдың июленән — «SOS — Ҡаҙағстандың балалар ауылдары» («Киндердорф Интернациональ» Австрия фонды филиалы) фонды президенты.
1999 йылдың мартынан — «Демография» мәрхәмәтлек фондының попечителлек советы рәйесе.
Әхлаҡи-рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү буйынса «Асылыңды танып белеү» тип аталған белем биреү проекты авторы: уның төп маҡсаты — дөйөм кешелек ҡиммәттәрен тергеҙеү, балаларҙы үҙ-үҙе һәм тирә-яҡ донъя менән гармонияла йәшәргә өйрәтеү.
Сара Назарбаева сәләмәт йәшәү рәүешенә бағышланған бер нисә китап авторы: