Нанкин университеты | |
Исеме | |
---|---|
Элекке исеме |
|
Асылған йылы |
258 йыл[Note 1] |
Тип |
дәүләт |
Студенттар |
яҡынса 27 000 |
Урынлашыуы | |
Сайт |
Нанкин университеты (Наньцзин университеты; ҡыт. ғәҙәти 南京大學, ябайл. 南京大学, пиньин: Nánjīng Dàxué; көндәлек тормошта ҡыт. ябайл. 南大, пиньин: Nándà) — Ҡытайҙың иң боронғо һәм абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһе. Илдең элекке баш ҡалаһы Нанкинда урынлашҡан.
Хәҙерге университеттан алдараҡ донъялағы иң боронғоларҙан тип иҫәпләнгән император университеты эшләгән. Император университеты 258 йылда Өс батшалыҡ дәүерендә, У батшалығында асылған һәм 317 йылда 155 яңы класс өҫтәлеп киңәйтелгән. XV быуатта Мин династияһы осоронда университетта 10 мең студент белем алған, был уны донъялағы иң ҙур уҡыу йорто дәрәжәһенә күтәргән.
1902 йылда Саньцзян педагогия институты асыла, бер аҙ ваҡыт үткәс ул Нанкин университеты башында булған 9 уҡыу йортона бүленә.
Яңы уҡыу йорто бик тиҙ Ҡытайҙа иң абруйлылар рәтенә инә. Бында билдәле ҡытай һәм сит ил профессорҙары һәм ғалимдары лекциялар уҡый, улар араһында Лян Цичао, Джон Дьюи, Бертран Рассел, Рабиндранат Тагор һ.б. булған.
1950 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә.
Хәҙерге ваҡытта университетта 27 мең студент, шул иҫәптән 5 мең кандидат һәм аспирант белем ала.
Хәҙерге тулы университет курсы 4 йылға иҫәпләнгән, ҡайһы бер дисциплиналар буйынса 5 йыл уҡыйҙар. Университет илдәге иң яҡшы фәнни китапханаға эйә, бында яҡынса 4 миллион китап, шулай уҡ компьютер үҙәктәре һәм лабораториялары бар.
Нанкин университеты Викимилектә | |
Нанкин университеты Викияңылыҡтарҙа |