Насырова Хәлимә

Насырова Хәлимә
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Үзбәкстан
Тыуған көнө 21 декабрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Кокандский уезд[d], Фәрғәнә өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 ғинуар 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Ташкәнт, Үзбәкстан
Ерләнгән урыны Чигатайское кладбище[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы, музыка педагогы, актёр, сәйәсмән
Эш урыны Государственная консерватория Узбекистана[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм вокал[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Насырова Хәлимә Викимилектә

Хәлимә Насирова (үзб. Halima Nosirova; 19132003[1]) —- совет, үзбәк опера йырсыһы (сопрано), артист, уҡытыусы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1937). Ике Сталин премияһы лауреаты (1942, 1951)

Хәлимә Насырова 1913 йылдың (башҡа сығанаҡтар буйынса 1912 йыл[2]) 29 декабрендә (башҡа сығанаҡтар буйынса 7 декабрь[1]) Кокандтан алыҫ түгел Тағлыҡ ауылында (хәҙерге Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһе) тыуған. Ғаиләлә туғыҙынсы бала була. Балалар йортонда тәрбиәләнә.

1924 — 1927 йылдарҙа Үзбәкстан йәштәре төркөмө менән бергә Баҡы театр техникумында уҡый (хәҙерге — Әзербайжан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты)[3]. 1934 — 1937 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының Үзбәк опера студияһында уҡый. 1977 йылда Ташкент консерваторияһын (хәҙерге — Үзбәкстан дәүләт консерваторияһы) тамамлай.

1927 йылдан Сәмәрҡәндта Үҙәк дәүләт өлгөлө үзбәк труппаһы артисы (1929 йылдан Ташкентта Хәмзә исемендәге дәүләт үзбәк драма театры, 2001 йылдан — Үзбәк милли академия драма театры).

1930 — 1986 йылдарҙа Ташкентта Үзбәк музыкаль-драма театры солисы (1939 йылдан Дәүләт үзбәк опера һәм балет театры, хәҙер Алишер Навои исемендәге Ҙур театр) . 1939 йылдан төп солист. Классик репертуарҙа ла, милли үзбәк операларында ла сығыш яһай.

Концерт йырсыһы булараҡ та сығыш яһай. Үзбәк халыҡ йырҙарын, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙың йырҙарын (тажик, ҡаҙаҡ, әрмән, әзербайжан, ҡытай, рус, украин һәм башҡалар) башҡара.

Сит илдәрҙә (ГДР, Ҡытай, Һиндостан, Индонезия, Иран һәм башҡа илдәр) гастролдәрҙә була.

19791986 йылдарҙа Ташкент консерваторияһының көнсығыш музыкаһы кафедраһында уҡыта.

5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.

2003 йылдың 3 ғинуарында Ташкентта вафат була. Чигатай зыяратында ерләнә.

  • Туғанының ҡыҙы — Офелия Йосопова, пианист, музыка педагогы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Ревизор», Н. Гоголь — Мария Антоновна
  • «Принцесса Турандот», К. Гоцци — Адельма
  • «Аршин мал алан», Ғ. Һажибәков — Гөлсохра
  • «Ичкарида», М. Мөхәмәтов һәм К. Яшен — Гөлсара
  • «Фәрхәд һәм Ширин», В. Успенский — Ширин
  • «Хәлимә», Г. Зафари — Хәлимә