Науйойи-Акмяне

Науйойи-Акмяне
лит. Naujoji Akmenė
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1949
Рәсми атамаһы Naujoji Akmenė
Дәүләт  Литва
Административ үҙәге Акмянское районное самоуправление[d], Науйойи-Акмянское сельское староство[d], Акмянское районное самоуправление[d] һәм Науйойи-Акмянское городское староство[d]
Административ-территориаль берәмек Науйойи-Акмянское городское староство[d]
Халыҡ һаны 8170 кеше (1 ғинуар 2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 89 метр һәм 79 метр
Туғандаш ҡала Брянск[2] һәм Добеле
Почта индексы LT-85001
Рәсми сайт akmene.lt
Карта
 Науйойи-Акмяне Викимилектә

Науйойи-Акмяне (лит. Naujoji Akmenė, рус.Новые Окмяны) — төньяҡ Литвала Шяуляу өйәҙендәге ҡала, Акмян районының административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы.

Ҡала Литваның төньяғында Вильнюстан 273 км, Шяуляйҙан 61 км һәм Мажейкяйға 41 км, Латвия сигенә 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Балтик диңгеҙенә тиклем 101 км алыҫлыҡта ята.

Районда земгалдар йәшәгән. Ҡала урынында Karpėnai ауылы булған, уның тураһында тәүге тапҡыр 1652 йылда телгә алына.

Икенсе донъя һуғышына тиклем үк был ерҙәрҙә Литва геологтары тарафынан цемент етештереү өсөн етерлек эзбизташ ятҡылыҡтары табылған.

1945 йылдың 27 июлендә Литва ССР-ы хөкүмәте Karpėnai ауылында цемент заводы төҙөү буйынса ҡарар ҡабул итә. Заводты баҫыуҙа тиерлек төҙөйҙәр. Төҙөүселәр ваҡытлыса барактарҙа йәки палаткаларҙа урынлаштырыла. Шулай уҡ тотҡондарҙың да хеҙмәте ҡулланыла. Заводтан километр ярым алыҫлыҡта карьер эшкәртә башлайҙар. 1952 йылда завод етештерә башлай. Шул уҡ йылдың 31 ғинуарында Литва ССР-ы Юғары Советы Президиумының ҡарары менән Karpėnai ауылы «Науйойи-Акмяне ҡала биләмәһенә» үҙгәртелә. 1962 йылда Акмян районының администартив үҙәге Акмяненан Науйойи Акмянеға күсә.

2011 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса милли составы:

Ҡаланың 3 мәктәбе, 2 балалар баҡсаһы, ясли, музыкаль мәктәп, асыҡ китапханаһы, белем биреү үҙәге бар.

Завод "cementas Akmenės"
Завод "cementas Akmenės"

Ҡалала Балтия илдәрендәге иң эре һәм Литвалағы берҙән-бер цемент етештереүсе AB "Akmenės cementas" предприятиеһы урынлаша. Йыл һайын 1 миллион тоннанан ашыу продукция етештерелә. Етештереү даими яңыртыла, заводтың тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһо кәмей[3]. Науйойя Акмяне ҡалаһында шулай уҡ тегеү һәм мебель фабрикаһы эшләй.

Спорты һәм мәҙәниәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала мәҙәниәт йорто эшләй, унда төрлө ижади коллективтарҙың сығыштары, күргәҙмәләр һәм ҡыҙыҡһыныу буйынса клуб йыйылыштары ойошторола. .

Шулай уҡ ҡалала спорт һарайы, дөйөм теннис корты, футбол стадионы, "Akmenės Cementas" SC футбол клубының аренаһы булған футбол майҙаны бар. Спорт ярыштары даими уҙғарыла.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Изге Рух сиркәүе.