Нахимов ордены

Нахимов ордены
Нигеҙләү датаһы 3 март 1944
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Павел Степанович Нахимов[d]
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә Кутузов ордены
Түбәнерәк дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (СССР)
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Нигеҙендәге текст Указ Президиума ВС СССР от 3.03.1944 об учреждении военных орденов: ордена Ушакова I и II степени и ордена Нахимова I и II степени[d]
Алмаштырылған Нахимов ордены[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2010
Изображение орденской планки
Һаны 551
Лауреаттар категорияһы Категория:Кавалеры ордена Нахимова[d]
 Нахимов ордены Викимилектә

Нахимов ордены — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда булдырылған совет флот наградаһы.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 3 мартындағы I һәм II дәрәжәләре Ушаков, I һәм II дәрәжәләре Нахимов хәрби ордендары, бер үк ваҡытта Хәрби-Диңгеҙ флоты офицерҙарын бүләкләү өсөн махсус Ушаков ордены тураһындағы Указға ярашлы булдырыла.

Орден архитектор М. А. Шепилевский проекты буйынса башҡарылған.

Тәҡдим ителгән проект шәхси И. В. Сталиндың тәҡдиме буйынса өҫтәмә рәүештә эре рубиндар менән биҙәлә, шуға күрә әлеге орден СССР ордендары араһында иң ҡиммәтле орден.

Орден менән тәүге бүләкленеүҙәр флот командующийы бойороғо менән башҡарыла. Ошоға бәйле бүләкләү тарихында бик күп әкәмәтле осраҡтар теркәлгән. I дәрәжә Нахимов ордены кавалеры — Ҡара диңгеҙ Флотының яр буйы оборонаһы начальнигы Моргунов П. А. (СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 16 майындағы Указ), әммә 1-се һанлы орден менән Балтия Флотының шхер караптары бригадаһы командиры Фельдман бүләкләнә. II дәрәжә ордены менән Слизский Г. Н. наградлана (1944 йылдың йәйендә), әммә бойороҡҡа ярашлы беренсе орден кавалеры — Төньяҡ флоттың 46-сы штурмлау авиаполкы осоусыһы кесе лейтенант Васин Н. И. (1944 йылдың 5 апреле). Ошо уҡ йылдың 16 майында Васин һәләк була һәм орденды алып өлгөрмәй.

Тәүге кавалерҙар араһында Ҡара диңгеҙ флоты командующийы Октябрьский Ф. С. , Төньяҡ флоты командующийы Головко А. Г., В. А. Андреев, И. Д. Елисеев, Н. В. Исаченков. С. Г. Кучеров, Н, В. Малышев. А. Г.. Орлов, И. В. Рогов, А. С. Фролов (СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 5 ноябрендәге Указы) һәм башҡалар.

I дәрәжә Нахимов ордены менән ХДФ частары һәм берләшмәләре лә бүләкләнә.

Бөтәһе I дәрәжә Нахимов ордены менән 82 кеше бүләкләнә, I Iдәрәжә ордены менән — 469 бүләкләү.

Нахимов ордены менән диңгеҙ операцияларын әҙерләүҙә, үткәреүҙә һәм тәьмин итеүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Хәрби-Диңгеҙ Флоты офицерҙары бүләкләнә.

Нахимов ордены менән бүләкләү СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы башҡарыла. Нахимов ордены ике дәрәжәнән тора: I һәм II дәрәжә. юғары дәрәжәһе — I дәрәжә.

I дәрәжә Нахимов ордены менән Хәрби-Диңгеҙ Флоты офицерҙары бүләкләнә:

  • бөтә флот көстөре менән берлектә обораналау позицияһында бик оҫта әҙерләнгән һәм яҡшы үткәрелгән, дошмандың өҫтөнлөклө көстәрен ҡыйратыуына килтергән операция өсөн ;
  • диңгеҙ алышында ҡатнашҡан айырым берләшмәләрҙең частарҙың ғәмәлдәре менән шәхсән ҡыйыу һәм тәүәккәл етәкселек иткән, яҡшы ойошторған һәм, шул уҡ ваҡытта үҙенең берләшмәһен йәки частын һаҡлап ҡалыу шарттарында, байтаҡ дошман көстәрен тар-мар итеүгә килтергән өсөн;
  • яҡшы ойошторолған һәм үткәрелгән десантҡа ҡаршы операция һөҙөмтәһендә дошман көстәренең ҙур юғалтыуҙарғакилтергән һәм десантты төшөрөүҙән баш тартырға мәжбүр иткән өсөн;
  • диңгеҙҙә флот операцияһын тәьмин итеүсе әүҙем ғәмәлдәрҙе үткәргән өсөн;
  • дошман ярында диңгеҙ десанттары һәм флот көстәренең әүҙем ғәмәлдәре менән Ҡыҙыл Армияһы флангына булышлыҡ итеү буйынса яҡшы ойошторолған һәм үткәрелгән операция өсөн;
  • эре хәрби уңыштарға килтергән операцияларҙы тәьмин итеүҙе яҡшы ойошторған өсөн.

II дәрәжә Нахимов ордены менән Хәрби-Диңгеҙ Флоты офицерҙары бүләкләнә:

  • үҙ коммуникацияларын, базаларын һәм яр буйын обороналауҙа дошмандың байтаҡ көстәрен юҡҡа сығарыуға килтергән шәхси етәкселек һәм оҫта һәм ҡыйыу әүҙем ғәмәлдәр өсөн;
  • ҡиммәтле дошман караптарының һәләкәтен тәьмин иткән дошман яр буйында миналар ҡуйыу буйынса яҡшы ойошторолған һәм ҡыйыу ғәмәлдәре өсөн;
  • дошман яр буйында мина кәртәләренһөҙөү буйынса флоттың әүҙем операцияларын тәьмин иткән яҡшы ойошторолған һәм ҡыйыу үткәрелгән ғәмәлдәр өсөн;
  • дошмандың караптарын һәм ҡиммәтле объекттарын юҡҡа сығарыуға килтергән хәрби заданиеһын уңышлы үтәгән һәм шул уҡ ваҡытта шәүхси батырлыҡ күрһәткән өсөн;
  • дошмандың һан яғынан өҫтөнлөгө булыуға ҡарамаҫтан еңеүгә килтергән алышта оҫта етәкселек иткән, шулай уҡ үҙ карабының, часының, подразделениеһының һуғышҡа һәләтлелеген һаҡлап ҡалған өсөна;
  • ҙур хәрби уңыштарға килтергән операцияларҙы яҡшы һәм оҫта тәьмин иткән өсөн.

I һәм II дәрәжә Нахимов ордены күкрәктең уң яғында йөрөтөлә һәм тейешле дәрәжәле Кутузов орденынан һуң урынлаштырыла.

Ордендың үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нахимов ордены — СССР ордендары араһында иң һирәге. Шәхси коллекцияларҙа айырым экземплярҙары бар. Музей фондтарында байтаҡ орден һаҡлана йәки сит илдәрҙә (башлыса Көнбайыш Европа һәм АҠШ коллекционерҙарында).

Беренсе дәрәжә Нахимов ордены ҡатмарлы конструкциялы һәм бер нисә өлөштән тора. Беренсе өлөшө — биш осло штрал йондоҙ, алтындан эшләнгән. Икенсе өлөшө — биш осло нурлы көмөш йондоҙ, нурҙары якорь формаһында эшләнгән. Алтын йондоҙҙоң штралдары көмөш нурҙар араһында урынлашҡан. Өсөнсө өлөшө — урталағы түңәрәк медальон, ул көмөш йондоҙға һалынған. Медальон алтындан эшәләнгән һәм эмаль менән ҡапланған. Дүртенсе өлөшө нахимовтың профиле, ул үҙәк эмаль медальонға һалынған. Көмөш йондоҙҙоң нурҙарындағы биш рубин шулай уҡ ордендың айырым компоненттары булып тора.

Ордендың реверсында көмөш йондоҙға көмөш һырлы штифт беркетелгән. Штифтың төбөндә ҙур булмаған алты ҡырлы гайка бар, ул үҙ-ара алтын һәм көмөш йондоҙҙарҙы беркетә. Эске штрал алтын йондоҙоң реверсында тишек бар. Тишек тотош асыҡ түгел, уның циферблат буйлап 12, 4, 8 сәғәткә урынлашҡан. Таяҡсылар реверстың үҙәгендә тоташалар, штифт тирәһендә. орденды кейемгә беркетеү өсөн ҡәҙимге баҫтырылып ҡуйыла торған гайка ҡулланыла. Диаметры — 33 мм.

МОНЕТНЫЙ ДВОР келәймәһе бур юлда штампланған хәрефтәр менән эшләнгән һәм штрал алтын йондоҙҙа өҫкө өлөшөндә (циферблат буйынса 12 сәғәттә) урынлашҡан. Ордендың номеры ҡулдан штихель менән эшләнгән һәм горизонталь рәүештә алтын йондоҙҙоң аҫҡы нуры сиктәрендә урынлашҡан (циферблат буйынса сәғәт 6-ла).

Ордендың билдәле минималь номеры — 4, максималь — 106.

Икенсе дәрәжә Нахимов ордены тотош көмөштән эшләнгән. Йондоҙ нурҙарында рубин урынына ҡайнар эмаль ҡулланылған. Орден ике өлөштән тора. Беренсе өлөшө — ун осло көмөш йондоҙ, икенсе өлөшө — Нахимов профиле менән түңәрәк үҙәк медальон, ул ун осло йондоҙға иретелеп йәбештерлә. Реверсы шыма, бер аҙ эскә батынҡы. Реверстың уртаһында көмөш һырлы штифт иретелеп йәбештерелгән. реверста сигәләре юҡ. МОНЕТНЫЙ ДВОР келәймәһе штамплау ысулы менән эшләнгән һәм һырлы штифт аҫтында ике юллыҡ итеп урынлашҡан. Номеры ҡулдан штихель менән эшләнгән, келәймә аҫтында горизонтал рәүештә, йондоҙҙоң аҫҡы нуры тирәһендә урынлашҡан (циферблат буйынса сәғәт 6 -ла). Икенсе дәрәжә Нахимов орденының ике төрө келәймә менән айырыла.

Рәсәй Федерацияһы ордены

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа ҡайһы бер ордендар менән бер рәттән Нахимов ордены Рәсәй Федерацияһы наградалар системаһында һаҡлап ҡалдырылған (Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 20 мартындағы 2557-I-се һанлы Ҡарары), әммә шул 2010 йылға тиклем ордендың статуты һәм рәсми тасуирламаһы булмай. 2018 йылдың ноябренә ҡарата был орден менән 3 кеше бүләкләнгән[1]

  • Дуров В. А. Русские и советские боевые награды. Государственный ордена Ленина исторический музей. — М.: Внешторгиздат, 1990. — С. 53—60.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 40—41.
  • Малинкин А. Н. Символика орденов СССР. Исследование по социологии награды. — М.: Фонд «Новое тысячелетие», 2005. — 136 с. — ISBN 5-86947-958-7.
  • Потрашков С. В. Награды СССР, России и Украины. — Белгород: Клуб семейного досуга, 2011. — С. 151—154. — ISBN 978-5-9910-1393-2.
  • Потрашков С. В., Лившиц И. И. Награды Второй мировой войны. — М.: Эксмо, 2008. — С. 181. — ISBN 978-5-699-29296-7.
  • Смыслов О. С. Награды Великой Победы. — М.: Вече, 2010. — С. 169—172. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-4637-5.
  • Суржик Д. В. Награды Второй мировой войны. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2011. — С. 68—71. — ISBN 978-5-373-03798-3.
  • Царёва Т. Б. Все награды Второй мировой войны. Ордена, медали и нагрудные знаки. — Ростов н/Д: Владис, 2010. — С. 66—68. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-5-9567-0859-0.