Нежданова Антонина Васильевна | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 16 июнь 1873[2][3][4] |
Тыуған урыны | Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 июнь 1950[2][5][1][…] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[2][5] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, музыка педагогы, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Ғилми дәрәжә | сәнғәт фәндәре докторы[d] |
Йырсы тауышы | колоратурное сопрано[d] һәм сопрано[d] |
Фах | колоратурное сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Жанр | классик музыка |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Нежданова Антонина Васильевна (1873 — 1950) — рус һәм совет опера йырсыһы (лирик-колоратура сопрано), педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1936). Хеҙмәт Геройы (1925). I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). Сәнғәт фәне докторы (1944).
Нежданова Антонина Васильевна 1873 йылдың 4 (16) июнендә (башҡа сығанаҡтар буйынса — 1873 йылдың 17 (29) июлендә [6]) Одесса янындағы Кривая Балка ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
Бала сағында сиркәү хорында йырлаған. 1883—1891 йылдарҙа Одессаның Мария гимназияһында уҡыған. 1885 йылдың ноябренән 1886 йылдың башына тиклем Император рус музыка йәмғиәтенең (хәҙер — А.В.нежданова исемендәге Одесса музыка исемендәге милли академия) фортепиано класында уҡый. Музыка уҡытыусыһы С. Рубинштейн булған[7]. Гимназияны тамамлағандан һуң Одесса ҡатын-ҡыҙҙар училищеһында рус һәм немец теле уҡытыусыһы була. Гастролдәргә йөрөүсе рус һәм итальян йырсылары ҡатнашлығында спектаклдәргә йөрөй (М. И. Фигнер, М. Баттистини, Дж. Гальвани), (башлыса халыҡ йырҙарын) һәүәҫкәр кисәләрҙә, хәйриә концерттарында йырлай.
1902 йылда Мәскәү консерваторияһын У. Мазетти класы буйынса тамамлай, һәм тигҙҙән Ҙур театрға солист булып саҡырыла, унда утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт итә, рус һәм сит ил композиторҙары операларында төп партияларҙы башҡара.
Йырсыға ҙур билдәлелекте М.И.Глинка «Жизнь за царя» операһында Антонида роле һәм Н. А. Римский-Корсаковтың «Царская невеста» операһында Марфа роле килтерә
1912 йылда уның карьераһында берҙән-бер тапҡыр Европала — Париж операһында Дж. Вердиҙың «Риголетто» операһында Джильда партияһын башҡара.
Опера партияларынан тыш шулай уҡ камера вокаль әҫәрҙәрен башҡара, йыш ҡына ансамблдә ире Н.С. Голованов менән бергә сығыш яһай. Йырсының киң репертуарына (700-ҙән ашыу әҫәр) С. В. Рахманинов, П. И. Чайковский, Л. ван Бетховен, Ф. Шуберт, И. Ф. Стравинский һ. б. әҫәрҙәре инә, ҙур урынды урыҫ, белорус һәм украин халыҡ йырҙары, романстар биләй. С.Н. Василенконың Тарихи концерттарында ҡатнаша. Сит илдәрҙә (1922) һәм СССР ҡалаларында концерттар бирә.
Тәнҡит фекере буйынса, йырсының тауышы асыҡ, дөрөҫлөгө һәм колоратура техникаһы менән айырылып тора. Тыумыштан матур тауышҡа эйә булмаған йырсы, тикшеренеүселәр фекере буйынса, ныҡышмалы дәрестәр һөҙөмтәһендә үҙ тауышының диапазонын шаҡтай киңәйтә, барлыҡ регистрҙарҙа тулы яңғырашлы, киң кантилена, иҫ киткес виртуозлыҡҡа ирешә.
Төрлө йылдарҙа сәхнәлә йырсының партнерҙары П. Словцов, Л. Собинов, Ф.Шаляпин була
1917 йылдан алып киң музыкаль-йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Эшселәр, крәҫтиәндәр, Ҡыҙыл Армия яугирҙәре өсөн шефлыҡ концерттарында ҡатнаша
1924 йылдан радиола сығыш яһай. Грампластинкаларға яҙыла.
1936 йылдан Ҙур театрҙың опера студияһында, К.С. Станиславский исемендәге Опера студияһында, 1943-1950 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында уҡыта (1943 йылдан — профессор). Уның уҡыусылары араһында — И. И. Масленникова, А Д. Масленников, М.. П. Максакова, Т.А. Воскресенская, Л. О. Гриценко, Р. В. Котова, Л. В. Лубенцова, Н. Добриянова (Болгария) һәм башҡалар.
Вокал сәнғәте буйынса күп кенә мәҡәләләр авторы. Уның редакцияһы аҫтында 11 вокаль әҫәрҙәр йыйынтығы сыға.
Нежданова Антонина Васильевна 1950 йылдың 26 июнендә Мәскәүҙә вафат була. 29 июндә Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 3).