Эрнст Неизвестный | ||
![]() В. В. Путин Э. И. Неизвестныйға Почёт орденын тапшыра. Мәскәү, Кремль, 6 октября 2000 | ||
Исеме: |
Эрик Иосифович Неизвестный[1] | |
---|---|---|
Тыуған: | ||
Тыуған урыны: | ||
Үлгән: | ||
Үлгән урыны: | ||
Гражданлығы: | ||
Жанр: | ||
Уҡыған урыны: |
В. И. Суриков исемендәгн МГФХИ | |
Наградалары: |
| |
Премиялары: |
| |
![]() |
Эрнст Неизвестный Иосифович (9 апрель 1925, Свердловск, Урал өлкәһе, РСФСР, СССР — 9 августа 2016, Нью-Йорк, АҠШ[9]) — совет һәм америка скульпторы. Латвия фәндәр академияһы ағзаһы[10].
Эрнст Неизвестныйҙың Свердловскийҙың 16-сы мәктәбендә уҡый. 1939 йылдан алып 1942 йылға тиклем Бөтә Союз балалар ижады конкурстарында ҡатнаша. 1942 йылдан В. А. Х. Ленинградта Урта художество мәктәбендә уҡый (1941—1944 йылдарҙа бөтә коллектив менән мәктәп Сәмәрҡәндта эвакуацияла була)[12].
1942 йылдың авгусында Ҡыҙыл армияға алына һәм курсант курстарына уҡытыуға ебәрелә (Ҡушка ҡалаһы, Марый өлкәһе, Төркмәнстан)[12]. Училище тамамлағандан һуң 1943 йылдың октябрендә кесе лейтенант Неизвестный ғәмәлдәге десант ғәскәрҙәре бүлексәләренә 4-се украин фронтына ебәрелә. 1944 йылдың 14 мартында 5-се хәрби армияның 86-сы гвардия уҡсылар полкы уҡсылар взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Артабан дивизия составында бик күп хәрби операцияларҙа ҡатнаша 2 һәм 3 Украин фронты, шул иҫәптән Будапешт штурмында. 1945 йылдың 22 апрелендә Австрияла ауыр яралана (өс умыртҡа-ара дискы һына, зыян күргән диафрагмаға операция эшләнә, асыҡ пневмоторакс диагнозы ҡуйыла), үлгән тип иғлан ителә, үлгәндән һуң 25 йыл үткәс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырыла[13],[14]. Яраланғандан һуң костыль менән өс йыл йөрөй, морфий ҡабул итә, телмәре тотҡарлана[15].
Күпмелер ваҡыт Свердловск пехота училищеһында черчение дәресен уҡыта. 1946—1947 йылдарҙа — Ригала Латвия ССР-ының Художество академияһында, һуңынан 1947—1954 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының философия факультетында уҡый. 1955 йылда Эрнст Неизвестныйҙың СССР Рәссамдар союзының Мәскәү бүлексәһе скульпторҙар секцияһы ағзаһы була[12] (1962 йылда сығарыла[16]) һәм 1976 йылға тиклем СССР-ҙа художество эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
1973 йылдың 17 июнендә Неизвестный Израилгә сығыуға документтар тапшыра.[17]. 1976 йылдың 10 мартында, бынан һуң өс йыл отказник булып иҫәпләнгәндән һуң, Советар Союзынан Швейцария (Цюрих) аша АҠШ-ҡа китә.
1977 йылда Эрнст Неизвестный Нью-Йоркта йәшәй һәм Колумбия университетында эшләй. . Үҙенең 80 йәшлек юбилейын Рәсәйҙә ҡаршылай.
1996 йылда Рәсәй президенты Борис Ельциндың мәҙәниәт буйынса советнигы була.[10]
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Неизвестный сирләй һәм баш мейеһенә операция яһата.[18]. Неизвестныйҙың һуңғы йылдары тураһында ике версия бар. Уның туғаны Андрей Рылов һөйләгән буйынса, уның ҡатыны ирен туҡмаған һәм берҙән-бер ҡыҙы Ольга ҡыуып сығарған.[18]. Аурыған ваҡытта Неизвестныйҙы ҡараусы Тамари Лабадзе һөйләүе буйынса, Анна ирен яҡшы ҡараған[18].
2016 йылдың 9 авгусында Нью-Йоркта, 92-се йәшендә вафат була.[19]. Йыназа православ йолаһы буйынса Манхеттенда Никольский соборында үткәрелә[20] Аҡш-тың Шелтер-Айленд ҡалаһында ерләнә[18].
Неизвестныйҙың ҡатыны Анна Грэм әйтеүенсә, Эрнст үлгәс, уларҙың берлектәге банк иҫәбендә 3,5 мең доллар ҡалған.[18]. Грэм әйтеүенсә, ата-әсәһенең фатирын һәм Владимир Вейсберг төшөргән үҙ әсәһенең портретын һатырға, ә бынан алынған 300 мең долларҙы Неизвестныйҙы ерләүгә тотонорға мәжбүр булған.[18]. Неизвестныйҙың ҡустыһы Андрей Рылов әйтеүенсә Грэм Неизвестныйҙың хеҙмәттәрен үҙенә матур тормошо өсөн һатып тотонған[18].
Олатаһы, Моисей-Лейб Иосифович Неизвестный (Неизвестнов, 1874—1945), . кантонист Неизвестный Йосель ғаиләһенән сыҡҡан (1840—?), 1900 йылда ғаилә Ырымбурҙан Белоретҡа күсеп килә, һәм унда Белорет заводы типографияһын аса; 1905 йылда ғаилә (ҡатыны һәм өс балаһы Эстер Ароновна) Верхнеуральскийға күсә[21]. Бында М. И. Неизвестный Коммерция урамында Трофимов вариҫтары йортонда ҙур типография аса, ә 1917 йылғы революция ваҡиғаларынан һуң наборщик булып эшләй[22].
Атаһы — табип-оториноларинголог Неизвестный Иосиф Моисеевич (1898, Ырымбур — 1979, Свердловск)[23]. Эрнст Неизвестныйҙың әсәһе — Белла Абрамовна Дижур (1903—2006).
Эрнст Иосифович ике тапҡыр өйләнгән булған.
Суриковский институты студенты булған саҡта, Эрнст Неизвестный Свердлов музейын биҙәү өсөн заказ ала. Ул ике эште башҡара: «Яков Свердлов Урал эшселәрен ҡораллы ихтилалға саҡыра» һәм «Яков Свердлов Ленин һәм Сталин менән таныштыра» скульптураһын эшләй. Неизвестный Швейцарияға киткәс музей етәкселеге склюптураларҙы экспозициянан ала, әммә музей хеҙмәткәрҙәре уларҙы һарайҙа йәшереп һаҡлай. 2009 йылдың майында Екатеринбург тарихы музейында скульптуралар тергеҙелә (элекке Свердлов музейы).
Эрнст Неизвестныйҙың өсөнсө курстағы эше халыҡ-ара миҙал ала һәм был әҫәрҙе Третьяков галереяһы һатып ала. Бишенсе курста эшләгән « Кремель төҙөүсе Фёдор Конь» исемле әҫәре Сталин премияһына тәҡдим ителә һәм был әҫәрҙе Рус музейы һатып ала.
1954—1962 йылдарҙа Мәскәүҙә йәштәр республика һәм бөтә Союз күргәҙмәләрендә ҡатнаша, шул иҫәптән 1957 йылда VI Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә күргәҙмәһе, унда скульптор ике премия ала; 1958 йылда «ВЛКСМ-дың 40 йыллығы» Бөтә Союз һынлы сәнғәт күргәҙмәһе; Э. Белютина («Таганка») студияһы рәссамдарының 1962 йылда Ю.Соостера, В.Янкилевский һәм Ю. Соболева-Нолев ҡатнашлығында күргәҙмәлә ҡатнаша.
1950 йылдар башында Эрнст Неизвестный «Һуғыш — ..»., «Роботтар һәм полуроботтар» скульптура серияһын төшөрә, «Гигантомахия, йәки Битва гигантов» тигән дөйөм исем аҫтында һүрәттәрҙең тотош альбомдарын уйлап сығара.
1956 йылда рәссам сәнғәт һәм фән ижади союзын символлаштырған ғәйәт ҙур скульптуралар — «Тормош ағасы» архитектура Монументы өҫтөндә эшләй башлай. Скульптор әйтеүенсә, был проект уның тормошоноң төп проекты булып тора.
1957 йылда Неизвестный билдәле «Үле һалдат» статуяһын төҙөй. Был фигурала бите тарҡалып бөткән һалдат, күкрәгендә ҙур тишек, һөйәкләнеп бөткән ҡулы алға һуҙылған, йоҙороғо ҡалтырап тора, был көрәште һәм алға хәрәкәтте символлаштыра.
Артабан ул «Самоубийца» (1958), «Адам» (1962—1963), «Усилие» (1962), «Механик кеше» (1961—1962) образдарын тыуҙыра.
1959 йылда Эрнст Неизвестный Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү монументы булдырыуға Бөтә Союз конкурсында еңеүсе тип билдәләнә (жюри составында билдәле рәссамдар, скульпторҙар, архитекторҙар, йәмәғәт һәм хәрби эшмәкәрҙәр инә, тәҡдим ителгән проекттарҙың береһе лә ҡабул ителмәй; еңеүселәр йәки конкурстың призерҙары рәсми иғлан ителмәй).
1961 йылда Неизвестныйҙың тәүге шәхси күргәҙмәһе Мәскәүҙең «Дуҫлыҡ» клубында ойошторола. 1962 йылда Манежда билдәле "МОСХа исемле күргәҙмәлә ҡатнаша. Никита Хрущев был күргәҙмәне " дегенератив сәнғәт "скульптураһы тип атай атай һәм емереп ташлай.
Ул 1965 йылдан алып көнбайышта үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Неизвестныйҙың совет осоронда эшләгән иң билдәле эштәре: Бөтә союз «Артек» пионер лагеренда «Прометей» (оҙонлоғо150 м) (1966) һәм Египт плотинаһы янында ҡуйылған «Лотос сәсәкәһе» (бейеклеге 87 м)[24][25] (архитектор Юрий Омельченко һәм уның архитектор Петр Павловтың ҡатыны Э. Неизвестныйҙың был проектта роленә дәғүә белдерә, уның өлөшө эскиздар эшләү һәм ни бары өс автор эшләгәндең 6 % тип белдерә[26][27]).
1970 йылда Фёдор Достоевский романы «Енәйәт һәм яза» романы Эрнст Неизвестныйҙың иллюстрациялары менән сыға.
Үҙенең эштәре өсөн Неизвестный Советтар Союзы башлығы Никита Хрущёвтың ҡаты тәнҡитенә дусар ителә, ул 1962 йылда күргәҙмәлә уның «дегенератив сәнғәт» скульптураһын атаны:
Дәүләт башлығы 1959 йылда Неизвестный Бөйөк Ватан һуғышы еңеү монуменыт төҙөүҙә еңеүсе булыуы тураһында иҫкәртелмәгән (йәғни уның еңеүсе тигән статусы булыуы тураһында белмәгән), әгәр белгән булһа ҡаты тәнҡитләмәҫ ине.
Хрущёв үлгәндән һуң, элекке дәүләт башлығының туғандары үтенесе буйынса, Эрнст Неизвестный уға Новодевичье зыяратында ҙур һәйкәл асҡан.
1974 йылда Зеленоградта Мәскәү электрон техника институты бинаһында китапхана периметры буйынса ҙур эске рельеф (970 метрлыҡ) эшләй.
1973—1975 йылдарҙа Польшала монастырь өсөн һигеҙ метрлыҡ «Мәсих йөрәге» монументын эшләй.
1975 йылда Эрнст Неизвестный Ашхабадта компартияһы архивы бинаһында барельеф эшләй. Был Советтар Союзынан эмиграция алдынан һуңғы әҫәре була. Хәҙер был барельефлы бина — Дәүләт архивы бинаһы.
1960 йылдар башынан алып һәм эмиграцияға киткәнгә тиклем скульптор 850-нән ашыу скульптура әҙерләй — «Сәйер тыуғандар», «Кентаврҙар», «Кеше төҙөлөшө», «Распятия», «Маски» һәм башҡалар. Үҙенең скульптураһына Неизвестный аҡсаны ташсы булып эшләп таба һәм Дон монастырында булған Ғайсаның емерелгән ғибәҙәтханаһы рельефтарын реставрациялап, эшләгән аҡсаһын тотона. Ул эшләгән 850 скульптураның 4-еһен һатып алалар.
1983 йылда Эрнст Неизвестныйҙы Гуманитар фәндәр профессоры (АҠШ), Колумбий университеты философияһы профессоры итеп һайлайҙар. 1986 йылда уны Швецияның Фәндәр академияһын һәм Нью-Йорк Академияһына һайлайҙар, ә 1989 йылда — Европа Сәнғәт, фән һәм гуманитар белем академияһы ағзаһы була.
1980-се йылдар аҙағында Магна галереяһы заказы (Magna Gallery) буйынса Неизвестный Сан-Францискола (АҠШ) коммунизм емерелеүгә арналған «Man through the wall» циклын булдырған. Ошо уҡ йылдарҙа Неизвестный Юджин ҡалаһындағы Орегон университеттарында һәм Калифорниялағы Беркли университетында лекциялар уҡый.
1987 йылда Швецияның Уттерсберг ҡалаһында (швед). Uttersberg) Эрнст Неизвестныйҙың эштәренә арналған «Тормош ағасы» музейы асыла.
1989 йылда ул Мәскәүгә килә, Мәскәү дәүләт университетында мәҙәниәт буйынса лекциялар уҡый. Ригала Холокост ҡорбандарына монументты һәм Воркутта сталинизм ҡорбандары һәйкәлен ҡуйырға саҡырылғала. Шул уҡ йылда Эрнст тураһында нәфис-публицистик фильм төшөрә. (Режиссёр В. Бондарев)[28].
1990 йылда ул Андрей Сахаровҡа һәйкәлде биҙәй. 1990 йылдың октябрендә «Рим мөрәжәғәте» нә ҡул ҡуя. 1990 йылдың 22 апрелендә Неизвестный «Мемориал» йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме буйынса Свердловск ҡалаһында килә.[29]. 1990 йылдың 24 апрелендә Свердловск башҡарма комитеты һәм Свердловск ҡалаһының «Мемориал» комплексына «Сталин репрессиялары мемориалы» нәфис әҫәрҙе ҡуйыуға авторлыҡ килешеүе төҙөлә.[30]. Неизвестный 1990 йылдың 1 июленән дә һуңға ҡалмайынса һәм эш моделен тапшырырға тейеш була.[30]. Неизвестныйға был эш өсөн 700 мең доллар күләмендә гонорар түләнә.
Неизвестный Екатеринбургта, Магаданда һәм Воркутала совет репрессиялары ҡорбандарына «Һәйкәр өсмөйөшө» ҡуйырға тәҡдим итә. Был проект өлөшләтә ғәмәлгә ашырыла. 1996 йылда Магаданда 15 метр монументаль әҫәр ҡуйыла. Тарих фәндәре докторы Анатолий Хазанов быны «ҡот осҡос, Пасха утрауындағы скульптуралар стилендә эшләнгән Неизвестныйҙың уңышһыҙ эше» тип яҙа.[31].
Екатеринбургта «Ҡайғы битлеге» н ҡуйыу Неизвестный йәшәгән осорҙа тормошҡа ашманы. Башта һәйкәлгә урындағы йәмәғәтселек ҡаршы сыҡты, шул иҫәптән епископа Мелхисек та ҡаршы сығыш яһаны. Неизвестный эскизды үҙгәргәртергә мәжбүр булды, әммә һәйкәл эшләүгә аҡса етмәй. «Ҡайғы битлеге» проектын Силәбегә күсерәләр, әммә унда ла йәмәғәтселек һәйкәлгә ҡаршы сығыш яһай. Ниһайәт, 2015 йылда Екатеринбург ҡалаһы хакимиәте Эрнст менән проекттын һиҙелерлек үҙгәртеп эшләргә тигән килешеүгә ҡул ҡуя.[32]. Һәйкәл асылғанға тиклем Неизвестный йәшәй алманы. 2017 йылдың 20 ноябрендә «Ҡайғы битлеге: Европа-Азия» һәйкәле асыла. Тәүге проект менән сағыштырғанда ул ныҡ үҙгәргән — бейеклеге 15 метрҙан 3 метрға тиклем кәмегән, таш урынына бронза алынған, ә уны Екатеринбург үҙәгендә түгел, ә Мәскәү трактының 12-се километрына ҡуйғандар.
"Ҡайғы өсмөйөшө"нең өсөнсө проекты Воркутала ҡуйылмай.
1994 йылда Неизвестныйҙың эскиздары буйынса Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының төп призы — Орфей статуэткаһы булдырыла. Шулай уҡ: Рәсәйҙең «Триумф» бойондороҡһоҙ премияһы призы — «Алтын Эльф» статуэткаһы һәм Силәбелә танылған Көньяҡ Урал халҡына тапшырыла торған Кентавра символик һыны рәүешендә премия статуэткаһы эшләнә.
1997 йылдың декабрендә Эрнст Неизвестныйҙың «Бөйөк Кентавр» скульптураһы Женевала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Европа штаб-фатирына бүләк итеп тапшырыла, ул Милләттәр һарайы янында урынлашҡан Ариан паркында ҡуйылған.
2000 йылдың апрелендә Мәскәүҙә рәссамдың тәүге әҫәре — «Яңырыу» скульптураһы асыла. 2003 йылда Кемеровола Томь йылғаһы буйында Эрнст Неизвестныйҙың «Кузбасс шахтерҙары иҫтәлегенә» монументы асыла.
2004 йылдың октябрендә Эрнст Неизвестныйҙың Мәскәүҙә ете метрлыҡ «Тормош ағасы» «Багратион» сауҙа-йәйәүлеләр күпере вестибюлендә ҡуйыла. Ағас олононда христиандарҙың Мёбиус таҫмаһын, Будда һәм Юрий Гагарин портреттарын, ожмахтан ҡыуылыу сюжеттарын һәм эзотериаль символдарҙы күрергә мөмкин.
Эрнст Неизвестныйһың һуңғы момуметаль эштәренең береһе — Сергей Дягилев һәйкәле Пермьда 2007 йылдың 15 майында ҡуйыла.[33]. 2004 йылда Пермь өлкәһе губернаторы тәҡдиме буйынса оҫта эш башланы. Олег Чиркунов. Хәҙер һәйкәр Пермь гимназияһында ҡуйылған.
Эрнст Неизвестный скульптуралары донъяның күп ҡалаларын биҙәй. «Китеү һәм кире ҡайтыу» скульптураһын (Элиста ҡалмыҡтарҙың депортацияһына арналған), Одесса ҡалаһында «Алтын бала» скульптураһы бар.
Уның экспрессияны һәм ҡеүәтле пластиканы сағылдырыусы композициялары йыш ҡына кеше кәүҙәһе өлөштәренән төҙөлә. Ул бронзала скульптура ҡуйыуға өҫтөнлөк бирә, әммә уның монументаль скульптуралары бетондан эшләнә.
Неизвестный хәтирәләр, очерктар һәм эсселар ҡалдырҙы[34]. Уның билдәле очерктары[34]:
«Народно-трудовой союз российских солидаристов» антисовет хәрәкәтенең «Посев»[34] журналында әҫәрҙәрен баҫтыра.
Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн миҙал менән бүләкләнә (1995).
Царскосельский шәхси премияһы лауреаты (1998) Лауреаты, Кемерово ҡалаһында һәләк булған шахтерҙарға һәйкәл ҡуйған өсөн «Кузбасс премияһы» лауреаты (2003).
Неизвестной үлгәндән һуң уның оҫтаханаһында 100-гә яҡын тамамланмаған эше ҡала[18]. Был әҫәрҙәрҙе суд ҡатыны һәм уның ҡыҙы Ольга Неизвестнойға бирергә тигән ҡарар сығара[18]. Судта Ольганың вәкиле булып Андрей Рылов сығыш яһай[18].
Эрнст Неизвестный ғәмәлдәге васыят ҡалдырмаған[18].Уның тол ҡатыны Анна Грэм һүҙҙәре буйынса, васыяттың төп нөсхәһе 1998 йылда янғында янған[18]. Әммә васыяттың күсермәһе буйынса Анна Грэм вариҫ булып ҡала.