Нефтчи Нермин

Нефтчи Нермин
төр. Nermin Neftçi
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 1924
Тыуған урыны Истанбул, Төркиә
Вафат булған көнө 20 август 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Вафат булған урыны Бодрум[d], Мугла[d], Төркиә
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат
Биләгән вазифаһы Төркиә Бөйөк милләт мәжлесе ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Анкара университетының юридик факульте[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Республика халыҡ партияһы[d] һәм Республиканская партия доверия[d]

Хайрие Айше Нермин Нефтчи (1924 — 20 август 2003) —- төрөк юрисы һәм сәйәсмәне.

1924 йылда Истанбулда тыуған. Анкара университетының юридик факультетын тамамлай[1].

1969 йылда Мушт провинцияһынан Төркиә Бөйөк милләт мәжлесе ағзаһы итеп һайлана. Төркиә Бөйөк милләт мәжлесенә Төркиәнең көнсығыш илдәренән һайланған беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Шулай уҡ Төркиә Бөйөк милләт мәжлесе рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. Ул был вазифаны биләгән беренсе ҡатын-ҡыҙ була. 1973 йылда парламент һайлауҙарында ҡатнашмай, әммә мәҙәниәт министры булараҡ Сади Ырмаҡ хөкүмәтенә инә. Был вазифаны 1974 йылдың 17 ноябренән 1975 йылдың 31 мартына тиклем биләй[1].

1972 йылдың 24 апрелендә Төркиәнең халыҡ-азатлыҡ армияһының 1971 йылдың 12 мартындағы түңкәрелештән һуң ҡулға алынған өс ағзаһын язалау мәсьәләһе буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша. Нефтчи ҡаршы тауыш биргән 48 парламентарий араһында була, 273 кеше ыңғай тауыш бирә. Президент хөкөм ҡарарына ҡул ҡуйғандан һуң, өс хөкөм ителеүсе лә 1972 йылдың 6 майында аҫылалар. Улар араһында юрист, студенттар лидеры һәм сәйәси активист, 1968 йылғы төрөк хәрәкәте лидерҙарының береһе, Төркиәнең Халыҡ-азатлыҡ армияһының йәшерен ойошмаһына нигеҙ һалыусыларҙың һәм лидерҙарының береһе — Дениз Ғәзмиш тә була. Был язалау оҙаҡ ваҡытҡа ҡыҙыу бәхәстәр предметы була[2].

Бер нисә ваҡытлы баҫмала мәҡәләләр яҙа һәм колонкалар алып бара. Төрөк теленең структураһы, һәм Киркуктың ираҡ төркмәндәре фольклоры тураһында китап яҙа[1]..

2003 йылдың 20 авгусында Бодрумда вафат була. Уның ике улдары була, Салих (19472009) һәм Синан[1]..

{{иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 İlk kadın TBMM başkanvekili vefat etti (Turkish) (20 август 2003). 24 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  2. İşte 'Üç Fidan'ın İdamına evet ve hayır diyenler (Turkish) (6 май 2014). 25 сентябрь 2017 тикшерелгән.