Низариҙар | |
ғәр. النزارية | |
![]() Фатими хәлифәлек биләмәһе | |
Дин: | |
---|---|
Ағым: | |
Нигеҙләнгән: |
XI быуат аҙағы |
Нигеҙләүсе: | |
Илдәр: |
Һиндостан, Сүриә, Пакистан, Афғанстан, Тажикстан, Ираҡ, Оман, Занзибар һ.б.. |
Нигеҙләүселәр | |
Ҡаршы тороусылар: | |
Низариҙар (ғәр. النزارية —ән-Низарийүн; фарс. نزاریان — Незәрийән) — шиғый исламының исмәғили мәҙһәбе тармағы.
Һуғышсан исмәғилиҙәр мөхитенән XI быуат аҙағында айырылып сығалар. Низариҙар, фатими хәлифә әл-Мустансирҙың өлкән улы Әбү Мансур Низар имам булып тора, тип һанаған.
Низариттарҙың тәғлимәте ғаҡыл (ижтиһад), плюрализм (раса, этник, мәҙәни төрлөлөк һәм дини айырмалыҡтарҙың рөхсәт ителеүе) һәм социаль ғәҙеллек кеүек нәмәләр тураһында һөйләй.
Бөтә низари исмәғилиҙәр хәҙер шаһзадә Шаһ Кәрим Әл-Хөсәйениҙе (Аға — хан IV) үҙҙәренең Имам-и-Заман (заман имамы) тип таный.[1].
Португалия Республикаһы менән 2015 йылғы килешеүгә ярашлы, 2018 йылдың 11 июлендә Аға хан рәсми рәүештә Лиссабондағы Энрике де Мендонс һарайын, «Исмәғили имаматтың диваны — резиденцияһы)» (порт. Divã do Imamato Ismaeli) тип иғлан итә[2].
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.