Николаевский Борис Иванович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 8 (20) октябрь 1887 или 1888[2][3] |
Тыуған урыны | Бәләбәй, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 22 февраль 1966 или 1966[2][3] |
Вафат булған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары |
Хәләл ефете | Анна Бургина[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | тарихсы, архивист, журналист |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] |
Ҡатнашыусы | РСДРП-ның V съезы[d] |
Ойошма ағзаһы | Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты |
Николаевский Борис Иванович Викимилектә |
Николаевский Борис Иванович (8 (20) октябрь 1887 йыл, Бәләбәй — 22 февраль 1966 йыл, Менло-Парк, Калифорния) — Рәсәй тарихсыһы һәм сәйәси эшмәкәре.
1887 йылда рухани ғаиләһендә тыуған[4]. 1898 йылда Һамар, 1899 йылда Өфө гимназияһында уҡый. 1901 йыл йылдан социал-демократик хәрәкәттә. 1903—1906 йылдарҙа — большевик. 1906 йыл йылдан меньшевик. Бер нисә тапҡыр ҡулға алына, һөргөнгә ебәрелә. 1907 йылда — Батуми ойошмаһынан РСДРП-ның 5-се съезы делегаты. Меньшевиктарҙың «Наше слово» (1912), «Новая рабочая газета» (1913—1914), «Наша заря» (1913) баҫмаларында баҫылып сыға. Б. Андреев, Н.Борисов, Г. Голосов, Б. Николаев һ.б. псевдонимдары аҫтында яҙа[5]
Беренсе донъя һуғышы йылдарында Церетели Ираклий тирәләй тупланған «себер циммервальдистары» тип аталған төркөмгә инә. 1917 йылда һул меньшевик, «Рабочая газета» и «Искра» гәзиттәрендә хеҙмәттәшлек "итә. Советтарҙың I Бөтә Рәсәй съезында Бөтә Рәсәй Үҙәк комитетының ағзаһы итеп һайлана .
1918 йылда һамарҙа Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты ойошторолғандан һуң Волга буйы һәм Уралда меньшевиктар Үҙәк комитетының, ә 1919 йылда — Себерҙә вәкиле була. 1919 йылдың июлендә колчак Себеренән һуңМәскәүгә ҡайтҡас Колчакка ҡаршы берҙәм көрәшкә саҡыра.
1920 йылдан РСДРП -ның Үҙәк комитеты ағзаһы (меньшевик). Мәскәүҙә тарихи-революцион архивта эшләй. «Былое» журналында хеҙмәттәшлек итә. 1921 йылдың февралендә ҡулға алына һәм төрмәлә ун бер ай ултырып сыҡҡандан һуң Дәүләт сәйәси идаралығының Вяткала һөргөндә булыу урынына Үҙәк комитеттың башҡа ағзалары менән сит илгә сығарып ебәрелеү тәҡдимен ҡабул итә.
1922 йылдан эмиграцияла. Берлинда йәшәй. Мөхәрририәттә «Летопись Революции» сериялы баҫмаһының мөхәррире (Гржебин нәшр., 1923 йылдың көҙөндә ябыла) һәм мөхәрририәттең секретары булып эшләй. 1922—1923 йылдарҙа «Новая русская книга», 1924—1925 — «На чужой стороне», 1926 — «Голос минувшего на чужой стороне» баҫмаларында баҫылып сыға. Шулай уҡ совет баҫмаларында ла хеҙмәттәшлек итә («Каторга и ссылка», «Летописи марксизма», «Летопись Маркса и Энгельса»). Берлинда рус сит ил тарихи архивы вәкиле (Прага). 1924 йылдың декабренән 1931 йылға тиклем — Маркс-Энгельс Мәскәү институтының сит ил вәкиле, уның өсөн Интернационал, Маркс, Энгельс, Париж коммунаһы тарихтары буйынса материалдар йыя.
10-сы йылдар аҙағында 20-се йылдар башында Рәсәйҙең сәйәси тарихы буйынса материалдар йыйыу ойошторола башлай.
1932 февралендә СССР-ҙа репрессиялар сәйәсәтен һәм коллективлаштырыуҙы тәнҡитләгәне өсөн совет гражданлығынан мәхрүм ителә. 1933 йылда Германияға нацистар власҡа килгәс, Парижға күсә. Социаль тарихтың амстердам Институтында Париж бүлеге менән етәкселек итә. 1936 йылдың февраль-апрель айҙарында СССР-ҙан Карл Маркс архивын һатыу буйынса Бухарин Николай Иванович һәм ВКП(б)-ның башҡа вәкилдәре (К. Радек, В Ломинадзе, Ал. Аросьев) менән һөйләшеүҙәр алып бара.
1940 йылда АҠШ-ҡа күсеп килә. «Новый журнал», «Народная правда», «Новое русское слово» баҫмаларында хеҙмәттәшлек итә. Революция хәрәкәте тарихы буйынса байтаҡ архив туплай, 1963 йылда уны Стэнфордском университеты ҡарамағындағы һуғыштың, революцияның һәм тыныслыҡтың Гуверов институтына һата; вафатына тиклем был архивтың директоры була.
Йөрәк өйәнәгенән вафат була, Менло-Парк ҡалаһында ерләнгән, Калифорния (АҠШ).