Никулина Евдокия Андреевна | |
рус. Евдокия Андреевна Никулина | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 8 ноябрь 1917 |
Тыуған урыны | Спас-Деменский район[d] |
Вафат булған көнө | 23 март 1993 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Дондағы-Ростов, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Төньяҡ зыярат (Дондағы Ростов) |
Һөнәр төрө | лётчик |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Майор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Авиация |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Никулина Евдокия Андреевна (8 ноябрь 1917 йыл — 23 март 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, хәрби осоусы, эскадрилья командиры, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1944).
Евгения Андреевнга Никулина 1917 йылдың 8 ноябрендә Парфенов ауылында (хәҙер — Калуга өлкәһенең Спас-Деменский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
Балашов ҡалаһында авиация мәктәбен һәм авиация техникумын тамамлай. Смоленск ҡалаһында Граждандар һауа флотының авиация отрядында осоусы булып эшләй.
Ҡыҙыл Армия сафында 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1941 йылдың июненән. 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиаполкында (325-се төнгө бомбардировка авиадивизияһы, 4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты) эскадрилья командиры. 1944 йылдың сентябренә гвардия майоры Е.А. Никулина сентябренә дошмандың нығытмаларына, кисеүҙәренә ҙур зыян килтереп, 600 хәрби осош яһай.
Һуғыштан һуң гвардия майоры Е. А. Никулина — запаста, ә аҙаҡ отставкаға китә.
1948 йылда Ростовта партия мәктәбен тамамлай, ә 1954 йылда — педагогия институтын. Ҡаланың партия комитетында эшләй. Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәй, шунда 1993 йылдың 23 мартында вафат була.