Ниса (ҡала)

Ниса
Рәсем
Культура Большой Иран[d]
Дәүләт  Төркмәнстан[1]
Парфия батшалығы
Административ үҙәге Парфия батшалығы
Административ-территориаль берәмек Гиркания[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙан 77,905 гектар,
400,3 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d][2] һәм (iii)[d][2]
Карта
 Ниса Викимилектә

Ниса, Нәса йәки Неса (төркм. Gadymy Nusaý, перс. نسا‎, бор. грек. Νισαία, шулай уҡ Парфавнис; рус. Ниса́,Наса́, Неса́) - емереклектәре Бәғер ауылы эргәһендә урынлашҡан боронғо ҡала, Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадтан көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта. Ике ҡаласыҡтан тора — Парфияның үҙәндәге ҡалаһы Яңы Ниса, һәм ҡалҡыулыҡтағы батша ҡәлғәһе Иҫке Ниса .

«Ниса» этимологияһының бер нисә версияһы бар. Тарихсы Әбү Сәғед әс-Сәмәни (XII б.) иҫәпләүенсә, был атама ғәрәп телендәге «ниса»нан (ҡатын-ҡыҙ) килеп сыҡҡан, сөнки тап ҡатын-ҡыҙҙар, йәнәһе, ғәрәптәрҙең был ҡалаға һөжүмен кире ҡаҡҡан. Тикшереүселәр фекеренсә, «ниса» «ултыраҡ ауыл төрө» йәки «йәшәргә ултырған урын» тигәнде аңлата.

Ҡая рельефында Парфия батшаһы Митридат I һүрәте, Хузестан провинцияһы, Иран

Ниса урынында кеше эшмәкәрлегенең иң тәүге эҙҙәре б.э.т. IV-II меңдәргә ҡарай. Беҙҙең эраға тиклем I меңенсе йылдарға тиклем бында ярайһы уҡ ҙур ултыраҡ ауыл булған.

Риүәйәт буйынса, Дарий I Гистасп заманында (б.э.т.VI быуат) ауыл сик ҡәлғәһе була, ул төньяҡтан баҫып ингән һуғышсан күсмә халыҡтарға юлды тотҡарлай.

Ниса Парфяның үҙәк хакимиәтенең тәүге үҙәге булараҡ һүрәтләнә. Ҡалаға Арсак I нигеҙ һалған (б.э.т. 250 йылда идара иткән) тип һанайҙар. Нисалағы замокты төҙөүҙең аныҡ маҡсаты билдәһеҙ булһа ла, ул некрополь итеп файҙаланылған тип фараз ителә.

Ниса ҡалаһында археологтарҙың ҡаҙыныу эштәре мөһим биналар, ҡәберлектәр һәм ҡорамдар, яҙма документтар һәм таланылған хазинаханалар тапҡан. Фарсы сюжеттары йәки классик мифологик күренештәр менән биҙәп фил һөйәктәренән эшләнгән күп һанлы ритондар һәм тәңкәләр, шулай уҡ бик күп эллинистик сәнғәт әҫәрҙәре табыла.

Һуңғараҡ Парфиянан Митридат I (б.э.т. 171 й. - б.э.т. 138 й.) Нисаның исемен Митридаткиртҡа (« Митридат замогы») үҙгәртә.

Ул I быуаттың тәүге сирегендә ер тетрәүҙән һуң тулыһынса емерелә.


Мәҙәни-тарихи әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылда Парфия ҡәлғәһе емереклектәреЮНЕСКО-ның Бөтә Донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә [3].

  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. 2,0 2,1 http://whc.unesco.org/en/list/1242
  3. Parthian Fortresses of Nisa (ингл.). UNESCO World Heritage Centre. United Nations (2019). Дата обращения: 3 июнь 2019. Архивировано 5 июль 2017 года.
  • Пугаченкова, Галина Анатольевна. Ниса : Краткий путеводитель / М-во культуры Туркм. ССР. Отд. охраны памятников культуры. — Ашхабад: Туркменгосиздат, 1958. — 30 с.
  • Бартольд В. В. Историко-географический обзор Ирана // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1971. — Т. VII: Работы по исторической географии и истории Ирана.
  • Бартольд В. В. К истории орошения Туркестана // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1965. — Т. III: Работы по исторической географии.
  • Массон В. М. Культурогенез древней Центральной Азии. — СПб.: Изд-во СПбГУ, 2006.
  • Массон М. Е., Пугаченкова Г. А. Парфянские ритоны Нисы. Альбом иллюстраций. — М.: Издательство АН СССР, 1956.
  • Массон В. М. Старая Ниса — резиденция парфянских царей / АН СССР. ИА; ООПИК Туркм. — Л: Наука, 1985 — 12 с: ил.
  • Ниса // Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1967. — Т. 10. — С. 235-236.
  • Ставиский Б. Я. Искусство Средней Азии. Древний период. VI в. до н. э. — VIII в. н. э. — М.: Искусство, 1974.
  • Brentjes B. Mittelasien, Koehler und Amelang, Leipzig 1977.
  • Lippolis C. Nisa-Mitradatkert: l’edificio a nord della Sala Rotonda. Rapporto preliminare delle campagne di scavo 2000—2001 // Parthic 4 (2002), 47-62.