Новосибирск дәүләт техник университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1950 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Новосибирский электротехнический институт[1] һәм Новосибірський електротехнічний інститут[1] |
Эшмәкәрлек төрө | техническое образование[d][2] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Новосибирск |
Ойошма ағзаһы | Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың техник университеттары Ассоциацияһы[d] |
Уҡыусылар һаны | 13 500[3] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][4] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Новосибирск, Рәсәй |
Диапазон IPv4 | 82.137.156.0/24[5] |
Диапазон IPv6 | 2001:b08:a::/48[6] |
Рәсми сайт | nstu.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Новосибирского технического университета[d] |
Новосибирск дәүләт техник университеты Викимилектә |
Новосибирск дәүләт техник университеты (НДТУ) —Новосибирск ҡалаһындағы күп профилле университет, унда 95 йүнәлеше буйынса (бакалавриат һәм магистратура) әҙерлек алып барыла. Университет составына 17 факультет һәм институт инә.
СССР Министрҙар Советы 1950 йылдың 19 авгусында Новосибирск электротехник институты ойошторорға ҡарар сығара (НЭТИ)[7], шул уҡ йылда тәүге корпусы төҙөлә башлай. Беренсе дәрес 1953 йылда башлана. Беренсе ҙур бина (студенттар ятағы) 1954 йылда төҙөлә. Беренсе уҡыу корпусы 1960 йылда ғына төҙөлөп бөтә, быға тиклем дәрестәр Римский-Корсаков урамындағы йорттоң үҙгәртеп йыһазландырылған 6 фатирында үткәрелә. Беренсе сығарылышы 1958 йылда була һәм 153 кеше инженер дипломы ала. Улар киләсәктә ғилми-тикшеренеү институтының, ҙур предприятиеларҙың әйҙәүсе белгестәре, күренекле етәкселәр, академиктар булып китәләр. 1992 йылда институт, техник факультеттар өҫтәлеү менән бәйле, Новосибирск дәүләт техник университеты тип атала башлай. 1995 йылда Новосибирск социаль реабилитация институты —— Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Төньяҡ Кавказдан Камчаткаға тиклем) физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр белем алған Себерҙәге берҙән бер уҡыу йорто — университет составына инә. Университет базаһында Рәсәй Федерацияһының белгестәр әҙерләү сифаты мәсьәләләре буйынса тикшеренеү үҙәге филиалы эшләй.
НЭТИ-НДТУ-ға нигеҙ һалыусылар:
60 йыл эсендә вуз 90 меңдән ашыу белгес әҙерләй.
НДТУ 8 уҡыу корпусында урынлашҡан. Уҡытыу процесында 236 дөйөм университет, факультет һәм кафедраль компьютер кластары, 48 мультимедиа аудиторияһы, 60-тан ашыу лаборатория, уҡыу-ғилми үҙәге, кафедраларҙың төбәктең сәнәғәт предприятиелары базаһында 30-ҙан ашыу ведомство-ара лабораториялары һәм филиалдары ҡулланыла.
НДТУ-ла уҡытыусылар һәм студенттар өсөн ваҡытлы матбуғат баҫмаһы нәшер ителә.
2016 йылда НДТУ-ның ғилми китапханаһы айырым бинаға күсә, унда 1,5 млн дананан ашыу китап күсерелә.
2017 йылдың апрелендә НДТУ төбәктең терәк университеттарының береһе булып китә[9].
НДТУ Рәсәй юғары уҡыу йорттары рейтингында түбәндәге урындарҙы биләй:
Дөйөм рейтингта: 2013 йылда — 20 урын, 2014 йылда — 16 урын, 2015 йылда — 20 урында, 2016 йылда — 24 урын.
«Тамамлаусыларға һорау» күрһәткесе буйынса: 2013 йылда — 21-се урын, 2014 йылда — 13 урын, 2015 йылда — 17 урын, 2016 йылда — 19 урын.
НДТУ халыҡ-ара рейтингта түбәндәге позицияларҙы биләй:
Шулай уҡ ҡарағыҙ:Категория:Выпускники Новосибирского технического университета