Норвег диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 1,4 млн км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 3970 м |
Уртаса тәрәнлек | 1600—1750 м |
![]() Норвег диңгеҙе | |
![]() |
Норвег диңгеҙе — Скандинавия ярымутрауы, Исландия һәм Ян-Майен утрауҙары араһындағы диңгеҙ[1].
Совет һәм рәсәй библиографияһында Төньяҡ Боҙло океандың сиктәре Гренландия — Исландия — Фарер утрауҙары — Шетланд утрауҙары — Норвегия һыҙығы аша үтә, был Норвег диңгеҙен Төньяҡ Боҙло океан составына индерә. Көнбайыш сығанаҡтарҙа, айырым әйткәндә Бөтә донъя гидрография ойошмаһы терминологияһында, Төньяҡ Боҙло океандың сиктәре Гренландия — Исландия — Шпицберген — Айыу утрауы — Норвегия һыҙығы буйлап үтә, был инде Норвег диңгеҙен Атлантик океан составына керҙерергә хоҡуҡ бирә[2].
Майҙаны — 1,4 млн км², тәрәнлеге — 3970 метрға тиклем (уртаса тәрәнлек — 1600—1750 м), һыу ҡалҡыуының үлсәме — 3,3 метрға тиклем, тоҙлолоғо — яҡынса 35 ‰. Норвег диңгеҙе тереклегенең көн итеүенә йылы Норвег ағымы (Гольфстримдың дауамы) ҙур әһәмиәткә эйә; был ағым арҡаһында диңгеҙ ҡышын туңмай. Норвегия ярҙарында бик бәләкәй тәрәнлектәр күҙәтелә.
Иң ҙур утрауҙар: Сёрёйа, Сейланн, Аннёйа, Арнёйя, Рингвассёй, Сёр-Квалёй, Квалёйа, Сенья, Вестеролен утрауҙары, Лофотен утрауҙары, Дённа, Вега, Фрёйя, Хитра һәм Смёла.
Диңгеҙҙә балыҡсылыҡ (треска, сельд һ. б. тотоу) һәм нефть сығарыу үҫешкән.
Иң мөһим порттары — Тронхейм, Тромсё һәм Нарвик (барыһы ла Норвегияныҡы).