Носаль Евдокия Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 13 март 1918[1] |
Тыуған урыны | Бурчак[d], Украина |
Вафат булған көнө | 23 апрель 1943[1] (25 йәш) |
Вафат булған урыны | Новороссийск, Краснодар крайы, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Краснодар |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, лётчик |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Икенсе донъя һуғышының Көнсығыш-Европа театры[d] |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
![]() |
Носаль Евдокия Ивановна (13 март 1918 — 23 апрель 1943) — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы (218-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы, Төньяҡ-Кавказ фронты) эскадрилья командиры урынбаҫары, гвардия кесе лейтенанты. Советтар Союзы Геройы.
Евдокия Ивановна Носаль 1918 йылдың 13 мартында Украинаның Запорожье өлкәһендә, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украинка. Ире — Григорий Филиппович Перепелица.
Николаев ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. Аэроклубты, 1940 йылда Херсон авиация мәктәбен тамамлай. Николаев аэроклубында инструктор-осоусы булып эшләй
Ҡыҙыл армияла 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың майынан. 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкында (218-се төнгө бомбардировка авиадивизия, 4-се һауа армияһы, Төньяҡ-Кавказ фронты) эскадрилья командиры урынбаҫары, гвардия кесе лейтенанты Е. И. Носаль дошмандың объекттарын бомбаға тотоу буйынса 354 хәрби осош яһай, дошмандың тере көсөн һәм техникаһын юҡ итә.
1943 йылдың 22 апреленән 23-нә ҡарай төндә хәрби заданиенан ҡайтышлай Е.Носаль осороп алып килгән самолет немец самолеты тарафынан һөжүмгә дусар була. Һөҙөмтәлә Евдокияның сикәһенә снаряд ярсығы ярсығы эләгеп, үлә. Штурман И. Каширина самолетты үҙаллы аэродромға еткерергә һәм уңышлы ултыртыуға өлгәшә. Евдокия Носаль Пашковская станицаһында (хәҙер Краснодар биҫтәһе) полк осоусылары П. Макогон, Л. Свистунова һәм Ю. Пашкова менән йәнәш туғандар ҡәберлегендә ерләнә[2].
46-сы гвардия Таман полкында беренсе булып «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була (үлгәндән һуң).
![]() |
---|