Нуриман районы рус. Нуримановский район
|
|
|
Ил
|
Рәсәй
|
Статус
|
Муниципаль район
|
Төбәк
|
Башҡортостан
|
Эске бүленеш
|
12 ауыл биләмәһе
|
Административ үҙәге
|
Ҡыҙылъяр ауылы
|
Халыҡ һаны
|
31247 кеше
|
Халыҡ тығыҙлығы
|
8.1
|
Майҙаны
|
2634 км²
|
Сәғәт бүлкәте
|
MSK +2
|
Автомобиль коды
|
02, 102
|
|
Нуриман районы (рус. Нуримановский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Ҡариҙел йылғаһының һул яры буйлап түбәнге ағымында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың авгусында Иҫке Күл районы итеп ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Ҡыҙылъяр ауылы, Өфөнән — 100 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Иглиндән 40 км алыҫлыҡта ята.
Халыҡ һаны 2010 йылда 21,5 мең кеше (1970 — 34,3 мең; 1979 — 28,1 мең; 1989 — 22,9 мең; 1995 — 22,4 мең).
Районда 2 ҡасаба — Ҡыҙыл Шишмә (3,1 мең кеше), Павловка (1989 — 3,9 мең кеше) һәм 50 ауыл бар. Халҡының күпселеген татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, мариҙар тәшкил итә.
- Нуриманов Баһауетдин Йәләлетдин улы (1893—1918) — Башҡортостандағы инҡилаб хәрәкәте етәкселәренең береһе, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышыунда әүҙем ҡатнашыусы.
- Абдулов Марсель Хәбиб улы (8.05.1930—23.11.2007), совет һәм Рәсәй урмансыһы, дәүләт эшмәкәре. 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының урман хужалығы министры, БАССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (1991), РСФСР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы (1978). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Ҡуранса ауылынан (хәҙер бөткән).
- Исмәғилев Рафаэль Ришат улы (25.03.1951), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир-ағзаһы (1998), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010). Байгилде ауылынан.
- Исмәғилев Фоат Ришат улы (25.01.1949) ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (2000). Байгилде ауылынан[1].
Территорияһы төньяҡлап — Өфө яҫы таулығында, ә көньяҡлап Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Территорияһының 78 процентын урман биләй. Ҡариҙел йылғаһы үҙенең ҡушылдыҡтары менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә.
Тупрағы: һоро урман, аҡһыл һоро, ҡара һоро урман, кәҫле-көлһыу. Тәбиғәт ҡомартҡылары: һыу сәтләүеге үҫкән Упҡанлы күле; Ҡыҙыл Шишмә карст сығанағы; Саруа күле шишмәһе. Районда аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, имән һәм уҫаҡ урмандары үҫә.
Доломит (Ильин), эзбизташ (Ҡыҙыл Шишмә), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ҡыҙылъяр, Түбәнге Ахлыстин), кирбес балсығы (Ҡыҙылъяр) ятҡылыҡтары табылған.
Нуриман — урман сәнәғәте һәм ауыл хужалығы районы. 205,5 мең гектар ере урман менән ҡапланған. Ағас әҙерләүселәр: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Нуриман урман хужалығы, хужалыҡ-ара урман хужалығы, “Башлеспром”дың Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы (Ҡыҙыл Шишмә ҡас.), Саруа ағас әҙерләү бүлексәһе (“Башнефть” АНК) һ.б. Ҡариҙел йылғаһында — Павловка ГЭС-ы, Ҡыҙылъярҙа РТП һәм май заводы эшләй.
44,6 мең гектарҙы (район территорияһының 16,9 проценты) ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 27,8 мең, сабынлыҡтар — 6,8 мең, көтөүлектәр 10,0 мең гектар. Районда эре панелле йорттар төҙөү тресының ярҙамсы хужалығы (Өфө ҡалаһы) бар. Төп тармаҡтары — һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, игенселек, картуф үҫтереү. Умартасылыҡ үҫешкән.
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Район территорияһы аша Иглин — Ҡыҙылъяр — Павловка автомобиль юлы үтә. Ҡыҙылъяр ауылы, Ҡыҙыл Шишмә һәм Павловка ҡасабаларында пристандәр бар.
Районда 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта; музыка мәктәбе (Ҡыҙылъяр ауылы), лицей һәм һөнәрселек училищеһы (Павловка ҡасаба), Б.Й.Нуриманов музейы (Яңы Күл ауылы), 25 дөйөм китапхана, 33 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар.
Районда урыҫ телендә “Красный Ключ” гәзите сыға.
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Исмәғилев Фоат Ришат улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2019)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
ауыл Советы